Эттәрҙе йөрөтөү тыйыла

„Эттәрҙе йөрөтөү тыйыла„. Өфөлә дүрт аяҡлы дуҫтарҙы йөрөтөү өсөн махсус урындар барлыҡҡа килерме? Күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүсе Елена Стахнева Бумер ҡушаматлы этен балалар майҙансығы янында ҡыҫҡа теҙгендә  йөрөтөргә мәжбүр. Елена әйтеүенсә, көнө буйы фатир эсендә бикле торған этте, тышҡа сығарып теҙгендә йөрөтөү генә аҙ. Ул иректә лә йөрөргә тейеш. Бының өсөн ҡатынға ҡалның икенсе өлөшөндә ятҡан махсус майҙанға барыу талап ителә.Майҙан мәсьәләһе Кузнецов Затоны урамына күскән бер төркөм эт хужаларын да борсой. Махсус урындың булыуы әллә күпме күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотҡарыр ине, ти улар.Дүрт аяҡлы дуҫтары өсөн борсолған халыҡ депутаттарға ҙур үтенес менән дә мөрәжәғәт итә. Ҡала эсендә урынлаштырылған майҙандар ҙа талаптарға тап килмәй ,ти улар.Күптән түгел Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаты Артур Хажиғәлиевҡа инициатив төркөм социаль селтәрҙәрҙә был һорау менән мөрәжәғәт итә. Ҡалалағы һәр унынсы ғаилә эт аҫырай, был мәсьәләне мотлаҡ хәл итеү кәрәк, тигән фекерҙә ул. Артур Хажиғәлиев фекеренсә, булған майҙандар ҙа шартына килтереп эшләнмәгән. Күнекмәләр өсөн махсус ҡоролмалар, эт тиҙәген ташлау өсөн сүп-сар һауыттары, ҡояш байығас килеүселәргә электр уттары ла ҡуйылмаған.Эттәрҙе йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡтар Өфөлә ни бары өсәү… Уларҙың береһе Калинин районында урынлашҡан… Тик ул да башҡалар кеүек үк еренә еткереп эшләнмәгән. Мәҫәлән, ҡойма 2 м, ә торлаҡ йорттарға тиклем ара 5 м- да кәм булмаҫҡа тейеш.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан парламентаризмы тарихы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан парламентаризмы тарихы

Башҡорт Дәүләт Университетының Хоҡуҡ институты студенттары юридик фәндәр докторы Константин Борисович Толкачевтың Башҡортостан парламентаризмы тарихы тураһында лекция тыңланы. Сара Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 25 йыллығын билдәләү планына ярашлы ойошторолдо. Парламент рәйесе белдереүенсә,...

27 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттар

Республика етәкселеге Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш талап итә. Уҙған йыл Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктә ҙур социаль объекттар, 28 фельдшер-акушер пункты һәм 2 балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылған. 21 мәктәп, 3 мең 200-ҙән ашыу...

27 февраля 2020
Смотреть видео Сәләмәтлек сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек сәғәте

Яҡын арала Башҡортостандың барлыҡ медицина учреждениелары тулыһынса электрон документтарға күсәсәк. Был турала Хөкүмәттә үткән “Сәләмәтлек сәғәтендә” билдәле булды. Былтыр Берҙәм медицина порталы һәм мобиль ҡушымта аша миллиондан ашыу кеше табипҡа яҙылған. Киләсәктә бөтә фельдшер-акушерлыҡ...

27 февраля 2020
Смотреть видео Аҡыллы видеокүҙәтеүҙең системаһы | ГТРК «Башкортостан»

Аҡыллы видеокүҙәтеүҙең системаһы

Өфөлә интеллектуаль видеокүҙәтеү  системаһы ойошторола. Был турала Хөкүмәттә беренсе тапҡыр үткән “цифралы сәғәт” кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, цифралы иҡтисадты үҫтереү өсөн бөтә административ ресурстарҙы берләштерергә кәрәк. Күптән түгел Башҡортостан...

27 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостан барыһы өсөн дә асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан барыһы өсөн дә асыҡ

Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров инвесторҙар менән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе. Ошонда уҡ Европала иң ҙуры, ә Рәсәйҙә берҙән-бер ҡояш электр станцияһы эшмәкәрлегенә рәсми старт бирелде. Яңы объект Бөрйән районы халҡы өсөн уңайлы шарттар булдыра. 19-сы...

27 февраля 2020
Смотреть видео Кешеләр элеккесә кредит алып ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Кешеләр элеккесә кредит алып ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр

Бюджет килемдәренең үҫеше халыҡ тормошона аҙ йоғонто яһай. Кешеләр элеккесә кредит алып ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр. Хөкүмәт Президиумы ултырышында был хаҡта Андрей Назаров белдерҙе.   Финанс министры Лира Иғтисамова иһә былтыр бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу...

26 февраля 2020
Смотреть видео Сифатһыҙ лампа өсөн вазифаңдан алыныуың ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Сифатһыҙ лампа өсөн вазифаңдан алыныуың ихтимал

Республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә муниципалитеттарҙың  ауыл урамдарын яҡтыртыу өсөн сифатһыҙ лампалар алыуын ҡаты тәнҡитләне.  Радий Фәрит улы быны яуапһыҙлыҡ тип атаны һәм етди тикшереү буласаҡ, тип вәғәҙәләне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров илдә Хәтер һәм дан...

26 февраля 2020
Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Яндекс.Метрика