Хеҙмәт баҙары балалар өсөн нимә тәҡдим итә?

Йәй берәүҙәр өсөн көтөп алынған ял мәле булһа, икенселәргә − аҡ­са эшләү осоро. Бигерәк тә, мәктәптән бушаған уҡыусылар каникул мәлдәрендә эшләп ҡалырға тырыша. Хеҙмәт баҙары балалар өсөн нимә тәҡдим итә? Ҙур иғтибар һәм етди йөҙ менән балалар ғүмерҙәрендә тәүге тапҡыр хеҙмәт килешеүе төҙөй. Уларҙың хатта хеҙмәт кенәгәһе лә бар.  Уҡыусылар ошо рәүешле каникул мәлдәрендә мәктәптәрендә тупланған ремонт бригадаларына яҙыла. Ҡыҙҙар тәүге тапҡыр эшкә урынлашһа, егеттәрҙең ремонт бригадаларында эшләү тәжрибәһе бар. Ремонт бригадаларында 14 йәше тулған уҡыусылар үҙ теләктәре, әммә ата-әсә ризалығы менән инә ала. Уларҙың төп эше – мәктәп биләмәһен матурлау. Ҡыҙҙар күберәк китапханасыға ярҙамлаша: яңы килгән китаптарға мисәт һуға, кәрәкле яҙыуҙарҙы индерә, китап кәштәләрен тәртипкә килтерә һәм саңдан таҙарта. Ә егеттәр, башлыса, мәктәп участкаһында эшләй: түтәлдәр ҡаҙа, сүп утай, һыу һибә. Эш ваҡыты көнөнә ни бары бер сәғәт. Уҡыусыларға хеҙмәт хаҡы эшенә ҡарап түләнә. Уның күләме 8 көнгә яҡынса бер мең тирәһе. Һәр бригадаға бер уҡытыусы беркетелгән. Тап улар балаларҙың нимә һәм нисә сәғәт эшләгәнен табелгә теркәп бара. Был балалар ҙа каникулдарын файҙалы үткәрергә ниәтләнгән. “Экологично” тип аталған проект сиктәрендә егет-ҡыҙҙар кешеләргә сүп-сарҙы сорттарға бүлеү тәртибен өйрәтәсәк. Шулай итеп, улар үҙҙәренең белемен дә арттыра, тәбиғәткә файҙа килтерә һәм аҡса ла эшләй. Өфөнөң мәшғүллек үҙәгендә лә эш эҙләп килгән йәштәрҙе осратырға мөмкин. Интернетта эш тәҡдим итеүселәр күп, әммә үҙәктә генә ышаныслы вакансиялар табырға мөмкин, ти егеттәр. Әммә ойошмалар уҡыусыларҙы эшкә алып бармай тиерлек, сөнки ҡанун яғынан сикләүҙәр күп. Шулай ҙа балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү теләге булған етәкселәр ҙә юҡ түгел.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

 Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә  баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ...

14 февраля 2020
Смотреть видео Йылытыу өсөн икеләтә түләү | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу өсөн икеләтә түләү

Һәр ваҡыттағыса яңы йылдан һуң, кешеләр коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр артыуға зарлана. Был юлы халҡ ғинуар айында йылытыу өсөн килгән ике түләүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн килгән яңы түләүҙәр хатта ғүмер буйы иҡдисатсы булып эшләгән Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙын да...

14 февраля 2020
Смотреть видео Тормошҡа ашҡан хыял | ГТРК «Башкортостан»

Тормошҡа ашҡан хыял

Радий Хәбиров Өфөлә йәшәүсе 8 класс уҡыусыһын үҙенең эш урыны менән таныштырҙы. Елена Казанцеваның хыялы томошҡа ашты.  "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы барышында ҡыҙ Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булырға теләүе тураһында яҙған. Радий Хәбиров эш урынын күрһәтте, эш тәртибе тураһында...

14 февраля 2020
Смотреть видео Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт | ГТРК «Башкортостан»

Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт

 Өфөлә Назаровтар ғаиләһе ял итергә барыу өсөн туристик агентлығына миллионлаған аҡса бирә, әммә юлға ла сыҡмай, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай. Республика эске эштәр министрлығы тикшереү эштәре башланы. Варвара Назарова диңгеҙ күрергә, аҡ ҡомдо тотоп ҡарарға хыяллана. Уның теләген тормошҡа...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә

 Изге ғәмәл ҡылырға ниәтләүселәр хәҙер юлламаларҙы турист агентлыҡтары түгел, ә тура республика мосолмандары Диниә назаратынан һатып аласаҡ. Яңы ҡағиҙә маҡсаты – хажға барыусыларҙы алдап, уларҙың аҡсаларын урларға маташыуҙы сикләү. Ошо хаҡта Рәсәйҙең хаж эштәре буйынса Советының Өфөләге...

14 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә

Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында Башҡортостанда реабилитация үҙәген камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендәге медицина реабилитацияһы бүлеге эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Өфөлә биш йыл элек асылған үҙәктә Башҡортостандың төрлө...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортса йәнһүрәттәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортса йәнһүрәттәр арта

 Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы мультипликаторҙары республикала йәшәгән халыҡтарҙың әкиәттәренә таянып йәнһүрәттәр төшөргән. Уларҙы тамашасылар телеэкрандарҙа, кинотеатрҙарҙа бушлай ҡарай ала. Ағастар терелгән, болот һөйләшә, ә боҙҙоң күҙҙәре бар... Төрлө халыҡ...

13 февраля 2020
Смотреть видео “Бәпембә” йорт туйлай | ГТРК «Башкортостан»

“Бәпембә” йорт туйлай

 Өфө районы Зубов ауылында 1954 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Киләһе дүшәмбенән ул балаларҙы тулы төркөмдәргә ҡабул итә башлай. Зубов ауылында йәшәгән йәштәр был балалар баҡсаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Дилара Шарбанова өс бала әсәһе. Олоһо мәктәп уҡыусыһы, уртансыһы...

13 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы дәрес | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы дәрес

Республика инженер лицей-интернатында цифрлы дәрес үтте. Сара  өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй белем биреү проекты сиктәрендә ойошторола. Лицей-интернаттың 8-се синыф уҡыусылары «Шәхси ярҙамсылар» тип исемләнгән үҙенсәлекле асыҡ дәрестә ҡатнашты. Махсус дәрестең партнеры булып билдәле интернет...

13 февраля 2020
Смотреть видео Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы | ГТРК «Башкортостан»

Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы

Башҡортостанда йыш осрай торған фамилиялы кешеләргә аҙаштарының бурыстары өсөн яуап бирергә тура килә. Уларҙың иҫәптәренән аҡса юғала, мөлкәтенә арест һалына. Республикала бындай осраҡтар артҡандан-арта ғына. Ни өсөн ошолай кешеләрҙе бутайҙар һәм ғәйеп кемдә? Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты....

13 февраля 2020
Яндекс.Метрика