Хеҙмәт баҙары балалар өсөн нимә тәҡдим итә?

Йәй берәүҙәр өсөн көтөп алынған ял мәле булһа, икенселәргә − аҡ­са эшләү осоро. Бигерәк тә, мәктәптән бушаған уҡыусылар каникул мәлдәрендә эшләп ҡалырға тырыша. Хеҙмәт баҙары балалар өсөн нимә тәҡдим итә? Ҙур иғтибар һәм етди йөҙ менән балалар ғүмерҙәрендә тәүге тапҡыр хеҙмәт килешеүе төҙөй. Уларҙың хатта хеҙмәт кенәгәһе лә бар.  Уҡыусылар ошо рәүешле каникул мәлдәрендә мәктәптәрендә тупланған ремонт бригадаларына яҙыла. Ҡыҙҙар тәүге тапҡыр эшкә урынлашһа, егеттәрҙең ремонт бригадаларында эшләү тәжрибәһе бар. Ремонт бригадаларында 14 йәше тулған уҡыусылар үҙ теләктәре, әммә ата-әсә ризалығы менән инә ала. Уларҙың төп эше – мәктәп биләмәһен матурлау. Ҡыҙҙар күберәк китапханасыға ярҙамлаша: яңы килгән китаптарға мисәт һуға, кәрәкле яҙыуҙарҙы индерә, китап кәштәләрен тәртипкә килтерә һәм саңдан таҙарта. Ә егеттәр, башлыса, мәктәп участкаһында эшләй: түтәлдәр ҡаҙа, сүп утай, һыу һибә. Эш ваҡыты көнөнә ни бары бер сәғәт. Уҡыусыларға хеҙмәт хаҡы эшенә ҡарап түләнә. Уның күләме 8 көнгә яҡынса бер мең тирәһе. Һәр бригадаға бер уҡытыусы беркетелгән. Тап улар балаларҙың нимә һәм нисә сәғәт эшләгәнен табелгә теркәп бара. Был балалар ҙа каникулдарын файҙалы үткәрергә ниәтләнгән. “Экологично” тип аталған проект сиктәрендә егет-ҡыҙҙар кешеләргә сүп-сарҙы сорттарға бүлеү тәртибен өйрәтәсәк. Шулай итеп, улар үҙҙәренең белемен дә арттыра, тәбиғәткә файҙа килтерә һәм аҡса ла эшләй. Өфөнөң мәшғүллек үҙәгендә лә эш эҙләп килгән йәштәрҙе осратырға мөмкин. Интернетта эш тәҡдим итеүселәр күп, әммә үҙәктә генә ышаныслы вакансиялар табырға мөмкин, ти егеттәр. Әммә ойошмалар уҡыусыларҙы эшкә алып бармай тиерлек, сөнки ҡанун яғынан сикләүҙәр күп. Шулай ҙа балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү теләге булған етәкселәр ҙә юҡ түгел.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Яңы йылда һауа тороно нисек буласаҡ? | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылда һауа тороно нисек буласаҡ?

Синоптиктар 2020 йылдың 1 ғинуарынан 8-нә тиклем һауа торошона бәйле мәғлүмәтте иғлан итте. Яңы йыл каникулдарында һалҡындар көтөлмәй. Яңы йылдың беренсе көнө аяҙ, яуым-төшөмһөҙ, һауа температураһы көндөҙ 8, 10 градус, төндә 14, 16 градлус һалҡын булыр тип көтөлә. 1 ғинуарҙа көслө ел фаразлана. 2-5...

20 декабря 2019
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, шартлатҡыс | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, шартлатҡыс

Фейерверк яңы йыл байрамының төп уйынсығына әйләнә бара. Бәләкәстәр өсөн дә, ололар өсөн дә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре иһә күңелһеҙ статистикаға күҙ һалырға, пиротехника алыр алдынан йөҙ тапҡыр уйланырға саҡыра. Шартлатҡыстар һатып алғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышыу төп...

20 декабря 2019
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә

Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн киләһе аҙнанан ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә. Унынсы ғинуарға тиклем 3 меңдән ашыу хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә дежурға сығасаҡ.  Былтыр, мәҫәлән, республикала раштыуа каникулдары осоронда республикала 22  кеше утта янып һәләк...

20 декабря 2019
Смотреть видео “Ҡоро закон” раҫланды | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡоро закон” раҫланды

 Халыҡта иҫерткес эсемлектәрҙе тыйыу һәм байрамда күмәк ял сараларын ойоштороу. Быйылғы һуңғы ултырышында Республика парламенты ҡоро законды раҫланы. Сикләүҙең ыңғай һәм кире яҡтары бәхәс кимәленә барып етмәне. Иҫерткес эсемлектәргә сикләү индереп беҙ кешеләрҙең яңы йыл байрамында тәртип...

20 декабря 2019
Смотреть видео Ғәли Ибраһимовҡа таҡтаташ асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ғәли Ибраһимовҡа таҡтаташ асылды

Өфөнөң 2-се башҡорт лицейы хәҙер фронтовик яҙыусы Ғәли Ибраһимов исемен йөрөтә. Был ваҡиғаны  лицей уҡыусылары, уҡытыусылары, әҙиптәр, яҙыусының дуҫтары һәм туғандары таҡтаташ асыу менән билдәләне. Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән, Ишембайҙа уҡыған. Ул Бөйөк Ватан...

19 декабря 2019
Смотреть видео Өфөлә халыҡ - ара телдәр фестивале үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә халыҡ - ара телдәр фестивале үтте

Башҡорт дәүләт университетында аҫаба халыҡтар телдәрен һаҡлауға, Башҡортостан Республикаһының - 100, вуздың 110 йыллығына арналған 7-се халыҡ - ара телдәр фестивале үтте. Сарала Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат ҡатнашты. Сәләм биргән- мең сауаплы. Был егеттәр туған телдәрен...

19 декабря 2019
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә

Республика уҙып барған йылды оҙатып, яңыһын ҡаршы алырға әҙерләнә. Байрам осоронда граждандарҙың именлеген тәьмин итеү  көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн киләһе аҙнанан ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә. Унынсы ғинуарға тиклем 3 меңдән ашыу...

19 декабря 2019
Смотреть видео Бер ауылдан өс батыр | ГТРК «Башкортостан»

Бер ауылдан өс батыр

Көйөргәҙе районы Кинйәбыҙ ауылы Советтар Союзы геройҙары Ғәфиәтулла  Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсиндарҙың тыуған төйәге. Йәшләй генә өс егет тә ошо ауылдан фронтҡа китә һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Хәмдиә Солтанова инәһенең ике улына...

19 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан саҡыра

Республика инвестициялар күләме буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынға сығырға тейеш. Бының өсөн Башҡортостандың мөмкинлектәре байтаҡ. Был йәһәттән быйыл төбәктә байтаҡ эштәр атҡарылды. Әммә, артабан беҙ тағы ла яҡшыраҡ күрһәткестәргә ирешергә тейешбеҙ. Ошо турала Башҡортостан саҡыра форумында республика...

19 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан – Рәсәйҙә иң яҡшы спорт төбәге тип танылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан – Рәсәйҙә иң яҡшы спорт төбәге тип танылды

 Спорт буйынса Милли премияның жюры ағзалары, Өфө - ике тапҡыр Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәргән тәүге һәм берҙән-бер ҡала, өҫтәүенә, республикала йыл һайын төрлө ярыштар, спартакаидалар үткәрелеп тора, тине. Ошондай мөһим сараларҙың береһе Өфөлә “Динамо” стадионында үтте. Үҫмерҙәр һәм...

17 декабря 2019
Яндекс.Метрика