Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Астрахань өлкәһенең Капустин Яр полигонында Төнъяҡ флот күнекмәләре үтә. Уның сиктәрендә “ТОР” арктика зенит-ракета комплекстары төрлө ерҙән һәм бейеклектән осоролған сәптәрҙе юҡ иткән. “ТОР” комплексы 50 градус һыуыҡта ла эшләүгә һәләтле, ул сәп табылып бер нисә секунд үтеү менән уны юҡ итә.
  • Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте Калуга өлкәһендә нарколаборатория ойоштороусыларҙы ҡулға алды. Уларҙың шәхси йортонда химик реативтар, лаборатор ҡорамалдар, 30 килограмм амфетамин, 460 литр прекурстар табылған. Ике кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
  • “Һары жилеттар” 31-се тапҡыр Париж урамдарына сыҡҡан. Полиция уларға ҡарата күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар Викиликсҡа нигеҙ һалыусы Джулиан Ассанжды яҡлап сығыш яһаған.
  • Швейцария пилоты һәм уйлап табыусыһы Ив Росси аҫып йөрөлмәле  реактив ҡоролмала Доломит Альптары өҫтөнән  сәғәтенә 278 километр тиҙлектә осоп үткән. Росси осоусы аппаратты үҙе эшләгән. Уның ҡанаты пилоттың арҡаһына беркетелеп ҡуйылған. 

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Нефть табыу нескәлектәренә үҫмер саҡтан уҡ нигеҙ һалына | ГТРК «Башкортостан»

Нефть табыу нескәлектәренә үҫмер саҡтан уҡ нигеҙ һалына

Өфө дәүләт нефть-техник университетының йәштәр технопаркында уҡыусылар көнкүреш әйберҙәренән нефть сығарыу ҡоролмаһы макетын төҙөнө. Сибай ҡалаһы гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Гөлназ Юлдыбаева киләсәктә Өфө нефть – техник университетына уҡырға инергә әҙерләнә. Ныҡышмал ҡыҙ химия...

30 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда белем усаҡтары карантиннға ябыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда белем усаҡтары карантиннға ябыла

Был төбәктә тын юлдары ауырыуҙары һәм ГРИПП таралыуҙы сикләү маҡсатында эшләнә. Республика Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге көнгә 3 мәктәп һәм 3 балалар баҡсаһы карантинға ябылған. Айырым белем усаҡтарының 29 класында дәрестәр уҙғарылмай. Сикләүҙәр Салауат, Бөрө, Учалы, Дыуан...

30 января 2020
Смотреть видео Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге маҡсаттарҙы бойомға ашырыу эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге маҡсаттарҙы бойомға ашырыу эше башланды

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында Радий Хәбиров фирҡәнең урындарҙа иң әүҙем эшмәкәрлек алып барған бүлектәренә бүләктәр тапшырҙы.  Урындарҙан әйтелгән тәҡдимдәр сәйәси фирҡәнең мөһим ҡарарҙарында сағылырға тейеш. Фирҡә ағзаларының дөйөм фекер алышыуын ойоштороуҙы Радий...

30 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда короновирус теркәлмәгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда короновирус теркәлмәгән

Бөгөн Өфө халыҡ-ара аэропортына Ҡытайҙың Санья ҡалаһынан сираттағы самолеттың әйләнеп ҡайтыуы көтөлә. Әлегә нисә кешенең ялын туҡтатып Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итеүе тураһында билдәле түгел. Уларҙың барыһы ла аэропортта ентекләп тикшереләсәк. Тән температураһы күтәрелгән осраҡта дауаханаға...

30 января 2020
Смотреть видео Әҙип һүҙе-замандың йөҙө | ГТРК «Башкортостан»

Әҙип һүҙе-замандың йөҙө

Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжында “Әҙип һүҙе-замандың йөҙө” тип аталған әҙәби осрашыу үтте. Сара йыр-моң менән башланып китте. Осрашыуға башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индереүсе әҙиптәр Гөлнур Яҡупова, Салауат Кәрим, Миңдебай Юлмөхәмәтов саҡырылған. Улар үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы...

29 января 2020
Смотреть видео Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Быйыл кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һәм иң оҙайлы ҡамау тамамлауына 76 йыл була. Ленинград ҡалаһы блокадаһы 900 көн тиерлек бара. Аслыҡ, һыуыҡ, юҡлыҡтан меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Ленинград блокадаһында ҡалыусыларҙы хөрмәт итеп республикала төрлө саралар уҙғарыла, ветерандар менән...

29 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла

 Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ямаш шеште асыҡлаусы ҡорамалдар 60-70 процентҡа иҫкергән. Бынан тыш, кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә. еспублика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау...

29 января 2020
Смотреть видео Корона вирусы | ГТРК «Башкортостан»

Корона вирусы

Донъяның киң мәғлүмәт сараларында коронавирус төп темаларҙың береһе булып ҡала. Вирус йәшен тиҙлегендә ер шарының төрлө ҡитғаларына тарала. Беҙҙең илдә был йәһәттән ашығыс саралар күрелә. Аэропорттарҙа санитар постар ҡуйылды. Пассажирҙарҙың тән температураһы үлсәнә. Өфөлә Ҡытайҙан ҡайтыусы ике...

29 января 2020
Смотреть видео Контейнер майҙансыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Контейнер майҙансыҡтары

Быйыл яҙ төбәктә “RM: контейнер майҙансыҡтары” тигән автоматлаштырылған система эшләй башлай. Ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу барышын даими күҙәтеүҙән ғибәрәт. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә төбәк операторҙары менән подрядчиктар араһында килешеү төҙөүҙе тиҙләтеү...

29 января 2020
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Торлаҡ йылытҡан өсөн түләү квитанцияларындағы хаҡтар күләмен республика башлығы етди тикшереүгә алырға ҡушты. Вице-премьер- торлаҡ-коомуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, үткән ике аҙнала БашРТС һәм торлаҡ-төҙөлөш эшмәкәрлеген күҙәтеү комитеты белгестәре йылытыу хаҡының ҡапыл артыуы...

29 января 2020
Яндекс.Метрика