Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Астрахань өлкәһенең Капустин Яр полигонында Төнъяҡ флот күнекмәләре үтә. Уның сиктәрендә “ТОР” арктика зенит-ракета комплекстары төрлө ерҙән һәм бейеклектән осоролған сәптәрҙе юҡ иткән. “ТОР” комплексы 50 градус һыуыҡта ла эшләүгә һәләтле, ул сәп табылып бер нисә секунд үтеү менән уны юҡ итә.
  • Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте Калуга өлкәһендә нарколаборатория ойоштороусыларҙы ҡулға алды. Уларҙың шәхси йортонда химик реативтар, лаборатор ҡорамалдар, 30 килограмм амфетамин, 460 литр прекурстар табылған. Ике кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
  • “Һары жилеттар” 31-се тапҡыр Париж урамдарына сыҡҡан. Полиция уларға ҡарата күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар Викиликсҡа нигеҙ һалыусы Джулиан Ассанжды яҡлап сығыш яһаған.
  • Швейцария пилоты һәм уйлап табыусыһы Ив Росси аҫып йөрөлмәле  реактив ҡоролмала Доломит Альптары өҫтөнән  сәғәтенә 278 километр тиҙлектә осоп үткән. Росси осоусы аппаратты үҙе эшләгән. Уның ҡанаты пилоттың арҡаһына беркетелеп ҡуйылған. 

 

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан Хатикоһы үҙ хужаһын тапты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хатикоһы үҙ хужаһын тапты

Интернет селтәрендә күптәрҙе борсоуға һалған эттең исеме Скай булып сыҡты. Тоғро дуҫ шундай була, тип һоҡланды бәғзе берәүҙәр. Маһмай хәрәкәт ҡыҙыу булған трассала тәгәрмәс аҫтында ҡалған дуҫын ташламай сәғәттәр дауамында һаҡлап йөрөгән. Был видео Өфө янындағы М-5 трассаһында төшөрөлгән. Видео...

26 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостанда тьюторҙар әҙерләү мәктәбе барлыҡҡа килеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тьюторҙар әҙерләү мәктәбе барлыҡҡа килеүе ихтимал

Был белгестәргә ҡытлыҡ йылдан-йыл арта. Ошо хаҡта Хөкүмәт эргәһендәге инвалидтар эше буйынса Координация советы  ултырышында Айбулат Хажин белдерҙе. Мәғариф министры республикала “Ресурс төркөмө” һәм “Ресурс класы” проекттарын бойомға ашырыу маҡсатында мөмкинлеге сикле балаларға белем биреү...

26 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостанда етештерелгән үҫемлек майҙарына сит илдәрҙә ихтыяж арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда етештерелгән үҫемлек майҙарына сит илдәрҙә ихтыяж арта

Башҡортостандың үҙендә юғары сифатлы май етештереүсе предприятиеның тауарын халыҡ яратып һатып ала. Күмертауҙың Маячный ауылы элеваторында күптән түгел көнбағышты киптереү өсөн яңы ҡоролма һатып алынды. Был хаҡта хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында. Альберт Рахманғолов Ырымбур дәүләт университетын...

26 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе приборҙар 336 кешенең ғүмерен ҡотҡарған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе приборҙар 336 кешенең ғүмерен ҡотҡарған

Уны бушлай урынлаштырыу башланғысын ҡайһы бер райондар әүҙем күтәреп алды. Ә көҙҙән бындай ярҙам пенсионерҙарға ла күрһәтелә. Ҡариҙел районында 18 йәшкә тиклемге балалары булған бөтә ғаиләләр ҙә янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын алған. Был эште атҡарып сыҡҡан әле республикалағы берҙән-бер муниципалитет....

26 декабря 2019
Смотреть видео Хөкүмәт исеменән аҡса “һығыусылар” | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәт исеменән аҡса “һығыусылар”

Башҡортостан хөкүмәте ағзалары исеменән хәйриә аҡсаһын үтенеп яҙылған хаттар ялған. Ленара Иванова бындай хаттарға ҡул ҡуймағанын белдерҙе. Республика предприятиеларының береһе етәксе исеменә рәсми ҡағыҙҙа яҙылған мөрәжәғәт алған. Унда “социаль яҡлауға мохтаж кешеләргә торлаҡ төҙөкләндереү...

26 декабря 2019
Смотреть видео Тематик сәғәттәр илдә иң яҡшыһы | ГТРК «Башкортостан»

Тематик сәғәттәр илдә иң яҡшыһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән тематик сәғәттәр илдә иң яҡшыһы тип танылды. Мәскәүҙә беренсе тапҡыр “Иң яҡшы төбәк практикалары” премияһы тапшырылды. Республика “Киләсәк төбәге” номинацияһында еңеп сыҡты. Башҡортостан менән бер рәттән был премияға Ленинград һәм Төмән өлкәләре лә дәғүә...

26 декабря 2019
Смотреть видео Сикһеҙ күк йөҙөнә ынтыла уның күңеле | ГТРК «Башкортостан»

Сикһеҙ күк йөҙөнә ынтыла уның күңеле

Өфө ҡалаһында йәшәүсе пенсионер ханым парашют менән 180-се  тапҡыр һикергән. Күберәк тә һикерер инем, йә ҡыҙҙарым ҡаршы,йә табиптар рөхсөт итмәй,ти ул.  Тамара Шәһинуроваға быйыл 83 йәш тула.  Әммә урғылған дәртенә йәштәр ҙә көнләшерлек. Парашют спорты менән мауығыусыларҙың...

25 декабря 2019
Смотреть видео Тарихи артефакттар - виртуаль ысынбарлыҡта | ГТРК «Башкортостан»

Тарихи артефакттар - виртуаль ысынбарлыҡта

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында һаҡланған боронғо мәрйендең ЗД күсермәһе донъяның иң яҡшы 10 мәҙәни һәм тарихи мираҫ исемлегенә ингән. Был эш менән юғары уҡыу йортоноң уҡытыусыһы, археолог Игорь Денисов шөғөлләнә. Беҙҙең эраға тиклем беренсе быуатҡа ҡараған мәрйендәрҙе ...

25 декабря 2019
Смотреть видео Өфө табиптары йәнә донъя кимәлендәге оҫталыҡ дәресенә йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфө табиптары йәнә донъя кимәлендәге оҫталыҡ дәресенә йыйылды

Республика кардиология үҙәгендә үтте ул. Төп белгес – Италия кардиология үҙәгенән саҡырылған профессор. Ул уйлап тапҡан махсус ҡоролма – оҫталыҡ дәресендә осрашыуҙың сәбәпсеһе булды.Был оҫталыҡ дәресенә табиптар оҙайлы ваҡыт әҙерләнә. Улар бер йыл буйы эҙләп, операцияға тура килгән 6 пациент таба....

25 декабря 2019
Смотреть видео Тәрбиәгә алынған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла | ГТРК «Башкортостан»

Тәрбиәгә алынған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла

Республика парламенты тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие, ошо ата-әсәләргә тейешле түләү, шулай уҡ опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған балаларҙы ҡарау өсөн пособие күләмен 2020 йылдың 1 ғинуарынан 4 процентҡа арттырыу тураһында закон ҡабул итте. Был...

25 декабря 2019
Яндекс.Метрика