Уңыш барлар мәл етте

Уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре менән таныша башланы. Мәҫәлән, билдәле булыуынса, Башҡортостанда профилле математиканы тапшырған 11 мең уҡыусы араһынан 18-е 100 балға яҙған. Юғары балл алыусыларҙың ун бере – Өфөнән, өсәүһе – Октябрьскийҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Нефтекаманан — икешәр. Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу һәр уҡыусының хыялы тиергә мөмкин. Ә бына Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаған Владимир менән Дмитрий өсөн математика фәне буйынса 100 балл йыйыуҙары тураһындағы хәбәр бик үк аптыратмай. Берҙәм дәүләт имтиханын еңел һынау, тип ҡабул иткән егеттәр республика һәм ил кимәлендәге олимпиадалар еңеүселәре булып сыҡты. Шуға ла имтихан һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың теләгән юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ инеү мөмкинлеге бар. Егеттәрҙең башҡа уҡыусыларға төп кәңәше – күберәк олимпиадаларҙа ҡатнашыу. Үҙ көстәреңә ышаныу һәм үҙеңде имтихан мәлендә тыныс тотоу уңыш өсөн бик мөһим, ти Роман Злобин.  Ул да математиканан 100 балл йыйыусылар рәтендә. Тыйнаҡ егет үҙенең тырышлығы менән маҡтанмай, ә уҡытыусыһының оҫталығын билдәләй.Әлбиттә, уҡытыусыларҙың да төрлөһө була. Был егеттәрҙең остазы бер – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Михаил Саханевич. Уның уҡыусылары араһында йыл һайын тиерлек 100 балл йыйыусылар бар. Баланың һәләте һәм көсөргәнешле хеҙмәте мөһим, шул уҡ ваҡытта, уҡытыусының сифатлы, намыҫлы эше лә ҙур роль уйнай, ти ул.Быйыл Башҡортостанда математиканан база кимәлендә ете меңдән ашыу уҡыусы имтихан тапшырған, уларҙың яртыһы тиерлек һынауҙы “бишлегә” яҙған. Ә был фәнде профилле предмет булараҡ һайлаған 11 мең уҡыусы араһында 18 йөҙ балл йыйыусы бар. Был күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда алты тапғырға күберәк.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Берҙәм Дәүләт имтихандарының тағы ла бер этабы тамам | ГТРК Башкортостан

Берҙәм Дәүләт имтихандарының тағы ла бер этабы тамам

Бөгөн сығарылыш уҡыусылары математика фәненән белемдәрен һынаны.  Өфөнөң Киров районынан 8 мәктәптең 242 уҡыусыһы иртә менән ҡаланың Аксаков исемендәге 11-се гимназияһы ихатаһына йыйылды. Уҡыусыларҙы тикшереү аша үткәреп 16 аудиторияға урынлаштырҙылар. Имтихан барышында  ойоштороусылар...

2 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй самолеттары Сүриәлә Хасеке виләйәтендә  ИГИЛ төркөмө контроллек иткән биләмәлә нефть эшкәртеү заводын утҡа тотто. Һөҙөмтәлә технологик ҡоролмалар сафтан сыҡҡан, резервуарҙа һаҡланған нефть продукттарына ут тоҡанған. Германияла ҡойма ямғырҙар сәбәпле Бавария федераль ере тулыһынса...

2 июня 2016
Смотреть видео Башҡортостан  ауыл  хужалығы  техникаһын  урында етештереү мөмкинлектәрен эҙләй | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһын урында етештереү мөмкинлектәрен эҙләй

Бөгөнгә Стәрлетамаҡтағы заводтарҙың береһе сапҡыс-урғыстар сығарыуҙы яйға һалған. Ә Дүртөйлөләге  йәмғиәттәрҙең  береһендә комбайндар йыйыу линияһы һынау уҙа. Тик төбәк продукцияһы республикала түгел, ә башҡа субьекттарҙа хуплау таба. Динар Низаев Дүртөйлөлә йыйылған комбайндарҙың һәр...

2 июня 2016
14-се июндән «Башавтотранс» автобустарында йөрөү ҡыйбатлана | ГТРК Башкортостан

14-се июндән «Башавтотранс» автобустарында йөрөү ҡыйбатлана

Өфөлә транспорт картаһы буйынса билет хаҡы 5 һумға артып 20 һум, ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 7 һумға артып 25 һум буласаҡ.  Предприятие өсөн Республика Хөкүмәте ҡуйған хаҡтар дүрт йыл үҙгәрешһеҙ ҡалды һәм пассажирҙар ташыуҙың үҙҡиммәтенә тап килмәй,  пассажирҙарҙы страховкалау, транпорт...

2 июня 2016
Смотреть видео Өфөгә Вьетнам консулы эш сәфәре менән килде | ГТРК Башкортостан

Өфөгә Вьетнам консулы эш сәфәре менән килде

Ву Зуй Мынг әфәнде был юғары уҡыу йортонда белем алған ватандаш студенттарының уҡыу кимәле, тормошо менән ҡыҙыҡһынды. Ву Зуй Мынг үҙе лә юғары белемде Рәсәйҙә алған. Өфөлә тәүге тапҡыр булһа ла, Башҡортостан менән Вьетнам араһында дуҫлыҡ күпере ныҡлы булыуын билдәләне. Вьетнам ҡыҙҙары сит илдә...

2 июня 2016
Смотреть видео Өфөлә Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан республикаһының төбәк-ара конференцияһы үтә | ГТРК Башкортостан

Өфөлә Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан республикаһының төбәк-ара конференцияһы үтә

Быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолған форумда ике ил араһындағы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышыуҙар бара.Рәсәй-Ҡырғыҙстан иҡтисади мөнәсәбәттәренә бөгөн тәү сиратта ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлек даирәләренең киңәйеүе йоғонто яһай. Республикалар сауҙа...

2 июня 2016
Смотреть видео Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре банкоматты ватып аҡса урлаусыларҙы эҙләй | ГТРК Башкортостан

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре банкоматты ватып аҡса урлаусыларҙы эҙләй

Был ваҡиға бөгөн иртәнге 4 сәғәттә теркәлә. Шул уҡ ваҡытта енәйәт урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Әммә енйәтселәр 450 мең аҡса менән ҡасып өлгөргән була. Ваҡиға шаһиттарынан 279-39-02 йәки 02 телефондарына шылтыратыу һорала.  

2 июня 2016
Смотреть видео Баш ҡалабыҙҙа өлкән йәштәгеләр араһында компьютерҙа эшләү оҫталығы буйынса IV республика чемпионаты үтте | ГТРК Башкортостан

Баш ҡалабыҙҙа өлкән йәштәгеләр араһында компьютерҙа эшләү оҫталығы буйынса IV республика чемпионаты үтте

Конкурста ҡатнашыусы 40-ҡа яҡын кеше электрон технологиялар буйынса белемдәрен тикшерҙе. Уҡытыусы Лилиә Михайлова хаҡлы ялда.  Шуға ҡарамаҫтан, әле лә тик ултырмай, әүҙем яҙыша, кисәләр уҙғара, сәскәләр үҫтереү менән шөғөлләнә. Был эштәрҙе алып барғанда компьютер ҙур ярҙамсым, ти ул.Йорт...

1 июня 2016
Смотреть видео Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә “Ал сәскә” әҙәби акцияһына йомғаҡ яһала | ГТРК Башкортостан

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә “Ал сәскә” әҙәби акцияһына йомғаҡ яһала

Беҙҙең телеканал өс ай дауамында телевизор ҡараусыларҙы Серегей Аксаковтың ижады, әҫәрҙәре менән таныштырҙы, республика мәктәптәре уҡыусылары өсөн төрлө әҙәби саралар үткәрҙе. Ә бөгөн   Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында социаль приюттар, балалар йорттары һәм махсус коррекция...

1 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә уҡыусылар өсөн йәйге лагерҙар асылды | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә уҡыусылар өсөн йәйге лагерҙар асылды

Башҡортостанда быйыл төрлө лагерь һәм шифаханаларҙа 207 мең бала сәләмәтлеген нығытасаҡ. Бынан тыш, мәктәптәр янындағы көндөҙгө лагерҙар ҙа эшләйәсәк. Миловка урта белем биреү мәктәбендә балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнәләр. Уҡытыусылар һәм вожатыйҙар кластарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртипкә килтерә, матур...

1 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша | ГТРК Башкортостан

Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша

Башҡаланың Салауат Юлаев исемендәге майҙанында бының өсөн барыһы ла ҡаралған.  ,,Өфө – балалар ҡалаһы, ғаиләләр ҡалаһы,,, тип исемләнгән күмәк сараға килгәндәрҙе уйындар, ярыштар, йыр-моң һәм татлы бүләктәр  көтә. Йәмле йәйҙең тәүге көнө йыл да шулай күңелле сараларҙан башлана. Халыҡ-ара...

1 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла поездар хәрәкәте туҡтатылған. Илдә хеҙмәт кодексының яңы проектына ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршылыҡ акциялары дауам итә. Тимер юлсыларға, нефть эшкәртеүсе завод эшселәренә, пилоттар, авиадиспетчерҙар ҡушылырға әҙер. Бундестаг депутаттары  Осман империяһында 1915-се йылдағы ваҡиғаларҙы...

1 июня 2016
Хужаһыҙ берәҙәк  бесәй һәм эттәрҙең яҙмышын яңы закон хәл итә алырмы?  | ГТРК Башкортостан

Хужаһыҙ берәҙәк бесәй һәм эттәрҙең яҙмышын яңы закон хәл итә алырмы?

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 1 ғинуарҙан эшләй башлаған закондың үтәлешен тикшерҙе. Берәҙәк хайуандарҙың артыуы, кешеләргә ташланыуы, малдарҙың зыян күреүе ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе. Башҡортостан ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә әлеге ваҡытта республикала 150 мең эт һәм...

1 июня 2016
Смотреть видео Өфөнөң Калинин районында ҙур юл-транспорт фажиғәһе | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Калинин районында ҙур юл-транспорт фажиғәһе

Ике еңел машина һәм пассажир автобусы бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Иглин-Өфө маршруты буйынса йөрөүсе Форд микроавтобусы  алда китеп барған Шкодаға бәрелә. Шкода  бынан һуң Черу машинаһына барып төкөлә. 7 кеше йәрәхәтләнгән. Микроавтобустағы ике пассажирға, Шкодала водителе һәм...

1 июня 2016
Башҡортостанда ҡырау төшөүе ихтимал | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда ҡырау төшөүе ихтимал

Һауа торошо күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 4 градусҡа түбән буласаҡ тип иҫкәртә синоптиктар.  Айырым райондарҙа ямғыр, ҡарлы ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Аҙна аҙағында һәм ял көндәрендә республика буйынса ямғыр яуасаҡ. Һуңынан йәйге ҡояш тағы ла үҙ нурҙары менән ҡыуандырасаҡ тип вәғәҙәләй...

31 мая 2016
Смотреть видео Өфөнөң Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт  баҡсаһына  бөгөн аҡҡоштар ҡайтты | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт баҡсаһына бөгөн аҡҡоштар ҡайтты

Оҙаҡ йылдар баҡса күлен йәмләп йәшәгән аҡҡоштарҙың үткән йылда береһе ауырып икенсеһе яңғыҙ ҡалғандан һуң күл бушап ҡалғайны.  Хәҙер Сажиҙә  янына Канаш һәм Кристи килтерелде. Силәбенең хайуандарҙы һаҡлау фонды хеҙмәткәрҙәре яраланған ҡоштарҙы Канашинский һәм Крәҫтиән күлдәрендә таба,...

31 мая 2016
Өфөнөң Ленин районы суды финанс пирамида ойоштороусыны 4 йылға колонияға оҙатты | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Ленин районы суды финанс пирамида ойоштороусыны 4 йылға колонияға оҙатты

Ул мутлашыуҙа ғәйепле тип танылды. 2012 йылда йәш егет “БашИнвестКапитал”кредит кооперативы ойоштора, вкладсыдарға айына 28 процент килем вәғәҙәләй.  Финанс пирамидаһын киңәйтеү өсөн Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында офистар аса, бушлай газеталар аша реклама тарата. Эшмәкәрлеген...

31 мая 2016
Смотреть видео Өфөнөң Дим районында Дағыстан урамында «Деу Нексия» машинаһы янып китте | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Дим районында Дағыстан урамында «Деу Нексия» машинаһы янып китте

Күрше йортта йәшәүсе янғынды камераға төшөрөп алған. Ут бер-нисә минутта автомобилде ялмап  ала. Тиҙҙән янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә. Ут һүндерелә. Бәхеткә, ул эргә-тирәләге машиналарға, беренсе ҡаттағы балкон һәм тәҙрәгә күсеп өлгөрмәй, тип  хәбәр итә кп.ру сайты.

31 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа илдәрендә Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар сәбәпле ризаһыҙлыҡ арта. Фермерҙарҙы ишетеүселәр юҡ, шуға ла улар хәҙер оло юлға тиреҫ түгеп иғтибар йәлеп итергә тырыша. Германия сит ил эштәре министры Франк Вальтер Штайнмайер Рәсәйҙән санкцияларҙы алырға тәҡдим итә. Ил сәйәсмәндәре Меркель...

31 мая 2016
Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында тәртип боҙоуҙар теркәлмәне | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында тәртип боҙоуҙар теркәлмәне

Башҡортостан буйынса Мәғариф өлкәһен күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,  уҡыусыларҙы имтихандан сығарыу осраҡтары теркәлмәгән. Быйыл идаралыҡта Берҙәм дәүләт имтиханы барышы тураһында мәғлүмәттәр туплаусы үҙәк асылған. Унда имтихан тапшырыу пункттарында һәм Республика мәғлүмәт эшкәртеү...

31 мая 2016
Башҡортостанда оло йәштәгеләр компьютер нескәлектәрен белеүҙә көс һынаша | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда оло йәштәгеләр компьютер нескәлектәрен белеүҙә көс һынаша

Компьютер алышы буйынса Республика чемпионаты финалы Өфөлә бөгөн үтә.  Беренселектә һайлап алыу этабын уңышлы үткән 40 пенсионер ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, иң өлкән конкурсантҡа 68 йәш. Республика этабы еңеүселәре 15-17 июндә Новосибирскийҙа уҙасаҡ Рәсәй чемпионатына бара. Бәйгене...

31 мая 2016
Смотреть видео Өфө тарихта беренсе тапҡыр Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархын ҡаршы алырға әҙерләнә | ГТРК Башкортостан

Өфө тарихта беренсе тапҡыр Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархын ҡаршы алырға әҙерләнә

Ошо уңайҙан ғибәҙәтханалар биҙәлеп, биләмәләр төҙөкләндерелде. Республика руханиҙары Рәсәй православиеһы етәксеһен ниндәй кәйеф менән көтә?  Ғәҙәти шарттарҙа йылдар талап иткән эште тиҙ арауыҡта тамамлау – хөрмәтле ҡунаҡҡа ихтирам күрһәтеү тырышлығынан. Өфө иконостасы артеле оҫталары һуңғы...

31 мая 2016
Смотреть видео Мәскәүҙә  Республика башлығы Федерация советы  рәйесе ҡарамағындағы фәнни-эксперт советы ултырышында ҡатнашты | ГТРК Башкортостан

Мәскәүҙә Республика башлығы Федерация советы рәйесе ҡарамағындағы фәнни-эксперт советы ултырышында ҡатнашты

Был юлы унда федерализмдың иҡтисади, ҡаҙна-финанс, һалым нигеҙҙәре тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенок билдәләүенсә,  халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү өсөн төбәктәрҙең мөмкинлектәре лә булырға тейеш. Төбәктәрҙе тигеҙләү сәйәсәте һөҙөмтәле булмай сыҡты тине ул...

31 мая 2016
Яндекс.Метрика