Уңыш барлар мәл етте

Уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре менән таныша башланы. Мәҫәлән, билдәле булыуынса, Башҡортостанда профилле математиканы тапшырған 11 мең уҡыусы араһынан 18-е 100 балға яҙған. Юғары балл алыусыларҙың ун бере – Өфөнән, өсәүһе – Октябрьскийҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Нефтекаманан — икешәр. Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу һәр уҡыусының хыялы тиергә мөмкин. Ә бына Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаған Владимир менән Дмитрий өсөн математика фәне буйынса 100 балл йыйыуҙары тураһындағы хәбәр бик үк аптыратмай. Берҙәм дәүләт имтиханын еңел һынау, тип ҡабул иткән егеттәр республика һәм ил кимәлендәге олимпиадалар еңеүселәре булып сыҡты. Шуға ла имтихан һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың теләгән юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ инеү мөмкинлеге бар. Егеттәрҙең башҡа уҡыусыларға төп кәңәше – күберәк олимпиадаларҙа ҡатнашыу. Үҙ көстәреңә ышаныу һәм үҙеңде имтихан мәлендә тыныс тотоу уңыш өсөн бик мөһим, ти Роман Злобин.  Ул да математиканан 100 балл йыйыусылар рәтендә. Тыйнаҡ егет үҙенең тырышлығы менән маҡтанмай, ә уҡытыусыһының оҫталығын билдәләй.Әлбиттә, уҡытыусыларҙың да төрлөһө була. Был егеттәрҙең остазы бер – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Михаил Саханевич. Уның уҡыусылары араһында йыл һайын тиерлек 100 балл йыйыусылар бар. Баланың һәләте һәм көсөргәнешле хеҙмәте мөһим, шул уҡ ваҡытта, уҡытыусының сифатлы, намыҫлы эше лә ҙур роль уйнай, ти ул.Быйыл Башҡортостанда математиканан база кимәлендә ете меңдән ашыу уҡыусы имтихан тапшырған, уларҙың яртыһы тиерлек һынауҙы “бишлегә” яҙған. Ә был фәнде профилле предмет булараҡ һайлаған 11 мең уҡыусы араһында 18 йөҙ балл йыйыусы бар. Был күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда алты тапғырға күберәк.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанға көслө бурандар килә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға көслө бурандар килә

Епшек ҡар яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспецияһы юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, ҡар һырынтылары ятыуы тураһында ла иҫкәртә.

11 января 2019
Смотреть видео Эй, ултыра балыҡсы | ГТРК «Башкортостан»

Эй, ултыра балыҡсы

Ҡышҡыһын балыҡ тотоусылар таң менән боҙ өҫтөнә ашыға. Сәмләнеп улар именлек тураһында бөтөләй онота.  Боҙҙа күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн ҡотҡарыусылар сираттағы рейдҡа сыҡты.Айрат Әхмәтов ҡышҡы балыҡ тотоу нескәлектәрен бик яҡшы белә. Уларҙың иң мөһиме-һинең нисә балыҡ тотҡаныңды күршең...

10 января 2019
Смотреть видео Ҡулға өйрәтелгән ҡабандар | ГТРК «Башкортостан»

Ҡулға өйрәтелгән ҡабандар

Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы ҡулға өйрәтелгән айыу, ҡабандар менән дан тота. Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы егере – Фәдис Ғәйфиевтың һәр иртәһе Федя ҡушаматлы ҡулға өйрәтелгән айыуҙы ашатыуҙан башлана. Фәдис Ғәйфиев хужалыҡҡа ике йыл элек осраҡлы рәүештә килеп...

10 января 2019
Смотреть видео Йығылған ағастарҙы нисек бушлай алырға? | ГТРК «Башкортостан»

Йығылған ағастарҙы нисек бушлай алырға?

Яңы йылдан күп үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Шуларҙың береһе йығылған ағастарға бәйле. Хәҙер уларҙы бушлай алырға рөхсәт ителә. Урман эсендә йәшәп ағасты алтын хаҡына һатып алабыҙ тип зарлана Хәфизә Ҡадырова. Песнионерға 1 айлыҡ аҡсаһын мунса өсөн утын әҙерләүгә сығарып һалырға тура килә. Хәҙер инде...

10 января 2019
Смотреть видео Пенсионерҙарға түләү 25 процентҡа артты | ГТРК «Башкортостан»

Пенсионерҙарға түләү 25 процентҡа артты

Ауылда йәшәгән һәм ауыл хужалығында 30 йыл эшләгән пенсионерҙарға түләү 25 процентҡа артты. Башҡортостанда ошондай стажға эйә булған 51 мең кеше йәшәй.

10 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ырымбур өлкәһендә цинк ҡоролма эшләүсе заводта сыҡҡан янғын һүндерелде. 6 мең ярым квадрат метрҙы ялмап алған ут менән көрәшкә  50 ҡотҡарыусы һәм 15 берәмек техника йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле экологтар эшләй. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ...

10 января 2019
Смотреть видео Яңы йыл каникулдарында башҡала дауаханаларына мөрәжәғәттәр күпкә аҙайған | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл каникулдарында башҡала дауаханаларына мөрәжәғәттәр күпкә аҙайған

Төрлө йәрәхәттәр алып 3 мең 800 кеше, шул иҫәптән  мең бала мөрәжәғәт иткән. Был былтырғы менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Яңы йыл майҙансыҡтарында 99 кеше йәрәхәтләнгән. Белгестәрҙең пиротехника менән һаҡ эш итергә саҡырыуына ҡарамаҫтан, күңелһеҙ хәлдәр көн дә тиерлек теркәлеп тора. Күгәрсен...

10 января 2019
Смотреть видео Өфө-Затон юлында йөк ташыусы Газель машинаһы янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Өфө-Затон юлында йөк ташыусы Газель машинаһы янып китте

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Водитель машинанан сығып өлгөргән. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана. Яңы йылдың тәүге эш көнөндә Өфөлә генә 7 аварияла 8 кеше йәрәхәтләнгән.

10 января 2019
Смотреть видео Салауат Юлаев клубына артабан да ярҙам күрһәтеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Салауат Юлаев клубына артабан да ярҙам күрһәтеләсәк

Бөгөн Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат Юлаев командаһының баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты. Унда клубтың киләсәктәге үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубының данлы үткәненә туҡталып, киләсәктә лә уға ярҙам...

10 января 2019
Смотреть видео Хәйерле кис, республика! | ГТРК «Башкортостан»

Хәйерле кис, республика!

Рәсәй-Башҡортостан радиоһында өр яңы проект, яңы алып барыусылар һәм ҡыҙыҡлы темалар. Төбәктең легендар радиоһы тыңлаусыларын эш көндәрен Хәйерле кис, республика! тапшырыуы менән бергә тамамларға саҡыра. “Башҡортостан” радиоһы даирәләрен киңәйтә һәм тыңлаусылары өсөн башҡорт телендә яңы проект...

9 января 2019