Уңыш барлар мәл етте

Уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре менән таныша башланы. Мәҫәлән, билдәле булыуынса, Башҡортостанда профилле математиканы тапшырған 11 мең уҡыусы араһынан 18-е 100 балға яҙған. Юғары балл алыусыларҙың ун бере – Өфөнән, өсәүһе – Октябрьскийҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Нефтекаманан — икешәр. Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу һәр уҡыусының хыялы тиергә мөмкин. Ә бына Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаған Владимир менән Дмитрий өсөн математика фәне буйынса 100 балл йыйыуҙары тураһындағы хәбәр бик үк аптыратмай. Берҙәм дәүләт имтиханын еңел һынау, тип ҡабул иткән егеттәр республика һәм ил кимәлендәге олимпиадалар еңеүселәре булып сыҡты. Шуға ла имтихан һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың теләгән юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ инеү мөмкинлеге бар. Егеттәрҙең башҡа уҡыусыларға төп кәңәше – күберәк олимпиадаларҙа ҡатнашыу. Үҙ көстәреңә ышаныу һәм үҙеңде имтихан мәлендә тыныс тотоу уңыш өсөн бик мөһим, ти Роман Злобин.  Ул да математиканан 100 балл йыйыусылар рәтендә. Тыйнаҡ егет үҙенең тырышлығы менән маҡтанмай, ә уҡытыусыһының оҫталығын билдәләй.Әлбиттә, уҡытыусыларҙың да төрлөһө була. Был егеттәрҙең остазы бер – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Михаил Саханевич. Уның уҡыусылары араһында йыл һайын тиерлек 100 балл йыйыусылар бар. Баланың һәләте һәм көсөргәнешле хеҙмәте мөһим, шул уҡ ваҡытта, уҡытыусының сифатлы, намыҫлы эше лә ҙур роль уйнай, ти ул.Быйыл Башҡортостанда математиканан база кимәлендә ете меңдән ашыу уҡыусы имтихан тапшырған, уларҙың яртыһы тиерлек һынауҙы “бишлегә” яҙған. Ә был фәнде профилле предмет булараҡ һайлаған 11 мең уҡыусы араһында 18 йөҙ балл йыйыусы бар. Был күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда алты тапғырға күберәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөгөн Өфөнөң Нуғай ауылында яңы медицина пункты файҙаланыуға тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөнөң Нуғай ауылында яңы медицина пункты файҙаланыуға тапшырылды

Бишенсе балалар поликлиникаһының филиалы өс ауыл халҡын, атап әйткәндә, 1 мең 726 баланы хеҙмәтләндерәсәк.  Иртә менән ата-әсәләр ҙур ҡыуаныс һәм теләк менән балаларын медицина тикшеренеүе үткәрергә алып килә. Улар өсөн Нуғай ауылында өр-яңы медицина пункты ишектәрен асты. Иркен...

11 февраля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан. Табиптарға мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе – балалар.  Ошо сәбәпле 16 февралгә тиклем айырым мәктәптәрҙә карантин иғлан ителде. Мәғариф министрлығы хәлде етди күҙәтеүгә алды. Әгәр ҙә класта уҡыусыларҙың 20...

11 февраля 2019
Смотреть видео Өфөнөң “Урал” халыҡ ижады галереяһында  ике күргәҙмә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң “Урал” халыҡ ижады галереяһында ике күргәҙмә асылды

 Рәссамдар  төрлө йүнәлештәге эштәрен тәҡдим итте һәм һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙән ыңғай баһа алды. Өфөлә тыуып-үҫеп әлеге ваҡытта Төркиәлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Гөлнара Һаҡмар керамик әйберҙәрен, ә Учалы егете, Заһир Исмәғилев исемендәге  Өфө сәнғәт институты студенты Айгиз Нурғәлин...

8 февраля 2019
Смотреть видео Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы | ГТРК «Башкортостан»

Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы

Өфөлә балалар баҡсаларының тәрбиәселәре үҙ-ара көс һынашты.  “КВН-2019” фестивале фестивале Театр йылына һәм Башҡортостан республикаһының йөҙ йыллығына арналған. Сарала баш ҡаланың ете районынан берешәр команда ҡатнашты. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының музыка буйынса етәкселәре йырға...

8 февраля 2019
Смотреть видео Башҡортостандың алтын тауышы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың алтын тауышы

Башҡортостандың алтын тауышы Әхәт Мотаһар улы Мортазинға ошо көндәрҙә алтмыш йәш тулған булыр ине. Былтыр ул беҙҙең арабыҙҙан китте. Уның иҫтәлегенә арнап Башҡортостан концерт залына туғандары, яҡындары һәм хеҙмәттәштәре йыйылды. Оло йөрәкле, мыҡты кәүҙәле, һәр бер кешегә ярҙамсыл  һәм,...

8 февраля 2019
Смотреть видео Бөгөн Рәсәй фәне көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәй фәне көнө

 Ошо уңайҙан баш ҡалала бер төркөм фән эшмәкәрҙәренә республика гранттары тапшырылды. Конкурсҡа йәмғеһе 172 ғариза ҡабул ителгән. 30 аспирант һәм фән кандидаттарының эштәре еңеүсе тип табылды. Йәш ғалимдар проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бер миллион һумлыҡ финанс ярҙам аласаҡ.

8 февраля 2019
Смотреть видео Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көсәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көсәйтелә

Башҡортостанда тәүге тапҡыр онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү өсөн дарыуҙарға аҡса, 2018 йылға ҡарағанда, өс тапҡырға күберәк бүленде, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Был сумма 2 миллиард 500 миллион һумға етте.  2024 йылға тиклем Башҡортостанда яман шештән үлеү осраҡтары 100 мең кешегә...

8 февраля 2019
Смотреть видео Сибай ҡалаһынан бер төркөм балалар Ишембайҙағы шифаханала сәләмәтлектәрен нығыта | ГТРК «Башкортостан»

Сибай ҡалаһынан бер төркөм балалар Ишембайҙағы шифаханала сәләмәтлектәрен нығыта

 Пульмонология, йәғни тын юлдары ауырыуҙарын дауалау үҙәгендә улар 2 аҙна ял итәсәк. Дөрөҫ тын алыу күнекмәләре дауалау физкультураһының мотлаҡ өлөшө. Сибайҙан ял итергә килеүсе балалар Пульмонология үҙәгенең көн тәртибенә әле яраҡлаша ғына. Физик күнекмәләр, ингаляция, бассейн менән бер...

8 февраля 2019
Смотреть видео Сибайҙа табиптарға яҙылыу ҡатмарлашҡан | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа табиптарға яҙылыу ҡатмарлашҡан

Республика хөкүмәтендә үткән сәләмәтлек сәғәтендә Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәрен Сибай халҡын айырым иғтибар үҙәгендә тоторға саҡырҙы.Селектор кәңәшмәһендә республиканың ашығыс медицина ярҙамы һәм уны яйға һалыр өсөн айырым диспетчер хеҙмәтен ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Һаулыҡ...

8 февраля 2019
Смотреть видео Бөгөн Сибай карьерын һыу менән тултырыу башлана | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Сибай карьерын һыу менән тултырыу башлана

Был аҙым ҡалалағы экологик хәлде көйләргә ярҙам итәсәк.Ғинуар аҙағында уҡ быҫҡып ятҡан карьерға һыу тулрырырға ҡарар ителгәйне. Әҙерлек эштәре ике аҙна самаһы барҙы. Мәскәү, Магнитогорск ғалимдары һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты белгестәре карьерҙы һелтеле һыу менән тултырырға кәңәш иткәйне....

8 февраля 2019
Яндекс.Метрика