Уңыш барлар мәл етте

Уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре менән таныша башланы. Мәҫәлән, билдәле булыуынса, Башҡортостанда профилле математиканы тапшырған 11 мең уҡыусы араһынан 18-е 100 балға яҙған. Юғары балл алыусыларҙың ун бере – Өфөнән, өсәүһе – Октябрьскийҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Нефтекаманан — икешәр. Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу һәр уҡыусының хыялы тиергә мөмкин. Ә бына Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаған Владимир менән Дмитрий өсөн математика фәне буйынса 100 балл йыйыуҙары тураһындағы хәбәр бик үк аптыратмай. Берҙәм дәүләт имтиханын еңел һынау, тип ҡабул иткән егеттәр республика һәм ил кимәлендәге олимпиадалар еңеүселәре булып сыҡты. Шуға ла имтихан һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың теләгән юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ инеү мөмкинлеге бар. Егеттәрҙең башҡа уҡыусыларға төп кәңәше – күберәк олимпиадаларҙа ҡатнашыу. Үҙ көстәреңә ышаныу һәм үҙеңде имтихан мәлендә тыныс тотоу уңыш өсөн бик мөһим, ти Роман Злобин.  Ул да математиканан 100 балл йыйыусылар рәтендә. Тыйнаҡ егет үҙенең тырышлығы менән маҡтанмай, ә уҡытыусыһының оҫталығын билдәләй.Әлбиттә, уҡытыусыларҙың да төрлөһө була. Был егеттәрҙең остазы бер – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Михаил Саханевич. Уның уҡыусылары араһында йыл һайын тиерлек 100 балл йыйыусылар бар. Баланың һәләте һәм көсөргәнешле хеҙмәте мөһим, шул уҡ ваҡытта, уҡытыусының сифатлы, намыҫлы эше лә ҙур роль уйнай, ти ул.Быйыл Башҡортостанда математиканан база кимәлендә ете меңдән ашыу уҡыусы имтихан тапшырған, уларҙың яртыһы тиерлек һынауҙы “бишлегә” яҙған. Ә был фәнде профилле предмет булараҡ һайлаған 11 мең уҡыусы араһында 18 йөҙ балл йыйыусы бар. Был күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда алты тапғырға күберәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Киләһе йылда Өфө дәүләт циркын ваҡытлыса файҙалана башларға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе йылда Өфө дәүләт циркын ваҡытлыса файҙалана башларға мөмкин

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы»ның  генераль директоры Дмитрий Иванов менән осрашты. Унда Өфө дәүләт циркын реконструкциялау, төбәктә цирк сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.  Дмитрий Иванов  әйтеүенсә, киләһе йылда Өфө...

15 августа 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Һуғыш ваҡытында Ливанға ҡасҡан Сүриә халҡы йорттарына ҡайта башлаған. Террорсыларҙы еңеү тураһында иғлан итеү менән 25 мең кеше тыуған иленә кире ҡайтҡан. Тверь өлкәһендә тауар поезын талағандар. Федераль именлек хеҙмәте енәйәтселәрҙең ҡырын эшен тулыһынса видеоға төшөргән.  35 кеше, шул...

15 августа 2018
Смотреть видео Өфө районында эт үлеме буйынса суд ултырышы булырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Өфө районында эт үлеме буйынса суд ултырышы булырға тейеш

Сәйетғәлиевтар ғаиләһе йорт хайуанының үлемен күршеләренең ҡорттарынан күрә. Йөҙҙән ашыу ҡорт этте сағып үлтергән, тип һанай улар. Любовь Сәйетғәлиева өйҙә булмаған саҡта, бәйҙә торған этте күршеләренең ҡорттары сағып үлтергән. Эттең тап ҡорттан сағылып үлеүен ветеринар табиптар ҙа ...

15 августа 2018
Смотреть видео Краснокама районында 5 йәшлек сабый үлгән | ГТРК «Башкортостан»

Краснокама районында 5 йәшлек сабый үлгән

Краснокама районы Николо-Березовка ауылында сабыйҙың үлем сәбәптәре ентекләп тикшереләсәк. Биш айлыҡ сабыйҙың хәле ҡапыл насарая һәм ул аңын юғалта. Табиптар сабый ғүмере өсөн көрәшһә лә, ҡотҡара алмайҙар. Әле суд-медицина экспертизаһы уҙғарыла, ул сабыйҙың үлем сәбәбен билдәләргә тейеш.

15 августа 2018
Смотреть видео Мишкә районындағы ҡот осҡос авария | ГТРК «Башкортостан»

Мишкә районындағы ҡот осҡос авария

Мишкә районындағы ҡот осҡос аварияға бәйле бөгөн яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. ВАЗ машинаһында 50 метрлыҡ күперҙән ҡолап һәләк булыусылар Белоретта аварияла ғүмере өҙөлгән туғанын ерләп ҡайтып килгән булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, руль артында ултырған 19 йәшлек егет  күперҙә идараны...

15 августа 2018
Смотреть видео Аргентинала ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһындағы  футбол һуғыш менән тамамланған | ГТРК «Башкортостан»

Аргентинала ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһындағы футбол һуғыш менән тамамланған

Бер команданың тренеры арбитр ҡарары менән риза булмай ҡысҡыра башлай. Уны уйынсылары ла яҡлап сыға. Һуңынан инде ҡыҙҙар һуғыша башлай. Дүрт футболсы йәрәхәтләнеп дауаханаға эләккән.

14 августа 2018
Смотреть видео Дим буйы йәштәре йыйыны | ГТРК «Башкортостан»

Дим буйы йәштәре йыйыны

Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында «Дим буйы йәштәре йыйыны» уҙҙы. Сараны  район хакимиәте менән берлектә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты,  Дәүләкән районы мөхтәсибәте, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.Йыйындың маҡсаты — төрлө милләт һәм дин тотҡан йәштәргә аралашыу...

14 августа 2018
Смотреть видео 1 сентябргә лә һанаулы ғына көндәр ҡалды | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябргә лә һанаулы ғына көндәр ҡалды

Быйыл 1-се класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә, ҡайҙа нимә һатып алырға мөмкин? Лаура тәүге тапҡыр мәктәпкә барасаҡ көнөн түҙемһеҙләнеп  көтә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе уҡыу кәрәк яраҡтарын йәй башынан уҡ йыйнай башлаған, шуға белем йортона барыу өсөн бар нәмәлә әҙер, тиергә мөмкин....

14 августа 2018
Смотреть видео ӨДАТ университеты  студенттары титан иретмәһенең сифатын камиллаштырыу өҫтөндә эшләй | ГТРК «Башкортостан»

ӨДАТ университеты студенттары титан иретмәһенең сифатын камиллаштырыу өҫтөндә эшләй

Һөҙөмтәлә улар нанотитандың  ныҡлығын һәм  термо-тотороҡлоғон арттырыуға ирешкән. Титан  сәнәғәттең төрлө өлкәләрендә, шулай уҡ  медицинала ҡулланыла. Әйткәндәй, студенттар Рәсәй президенты  грантын алған һәм  уны аэрокосмос  тармағы, атап әйткәндә, газ-турбина...

14 августа 2018
Смотреть видео Республикала беренсе тапҡыр  яман шешкә операция яңы алым менән башҡарылды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала беренсе тапҡыр яман шешкә операция яңы алым менән башҡарылды

Табиптар башта 3Д принтерҙа зарарланған органдың моделен төҙөгән. Беҙҙең хәбәрселәр операция үҙенсәлеге менән танышты. Ауырыуға башта компьютер һәм магнит-резонанс томографияһын  үткәрәләр. Яман шешле ағза янында һөйәктәрҙең, ҡан тамырҙарының нисек урынлашыуы, шештең һәм һау өлөштөң үлсәмдәре...

14 августа 2018
Яндекс.Метрика