«Ҡорос» халыҡ театрына 10 йыл

Мифтахетлин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендәге «Ҡорос»  халыҡ театрына быйыл 10 йыл. Үҙҙәренең бәләкәй генә юбилейын улар оло еңеүҙәр менән ҡаршылай. Ошо көндәрҙә буласаҡ педагогтар «Тетр һәм балалар» Бөтә Рәсәй театрҙар фестивалендә лауреат исемен яуланы.  “Ике һайыҫҡан”-Наил Ғәйетбайҙың тап ошо әкиәте менән “Ҡорос”халыҡ театры Удмуртиянан лауреат исеме алып ҡатты. Еңеү еңеү менән ә йәш артистар өсөн был тик сираттағы бер баҫҡыс ҡына. Алда оҙайлы репетициялар, гастролдәр… Ә төп бурыс, әлбиттә, уҡыу. «Ике һайыҫҡан» әкиәтендә төп роль – Шаҡылдаҡты башҡарыусы Салауат Заманов быйыл 2-се курсты тамамлай. Актер һөнәрен ҙур ихласлыҡ менән үҙләштерә.Сөнки, ул тормошто аңларға өйрәтә, тей ул. Әйткәндәй, Шаҡылдаҡ һәм Сиҡылдаҡ «Тетр һәм балалар» Бөтә Рәсәй тетраҙар фестивалендә «Иң яҡшы дуэт » номинацияһында еңеү яуланы. Бынан тыш тағы 2 номинация: «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егеттәр роле»,  «Спектаклдең художество ҡоролошо өсөн»нрминацияһы ла — Ҡорос халыҡ театрында. Ә тетрҙың етәксеһе, ошо еңеүҙәргә килтереүсе режиссер Илнур Лоҡманов «Спектаклдең иң яҡшы режиссер ҡоролошо өсөн» тигән дипломға лайыҡ булды.Театрҙың үҙ сәхнәһе бар -Башҡорт дәүләт педагогия университеты тамаша залдары, үҙ тамашасыһы. Тимәк, актерҙар яңынан–яңы әҫәрҙәр менән халыҡты ҡыуандыра. Өфө генә түгел, Башҡортостан, сит өлкә, сит ил тамашасыһын.Башҡорт дәүләт педагогия университетында шәхесте төрлө яҡтан үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп, ти студенттар.Башҡорт дәүләт педагогия университетының Ҡорос халыҡ театры мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡара. Үҙҙәренә лә ҡорос ныҡлығы теләйһе ҡала.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙебеҙҙә ит юҡмы ни? | ГТРК «Башкортостан»

Үҙебеҙҙә ит юҡмы ни?

2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Был турала хөкүмәтәге оператив кәңәшмәлә әйтелде. Ошонда уҡ балалар туҡланыуына бәйле һүҙ булды. Был тәңгәлдә етди контроль буласаҡ, тине Радий Хәбиров. Мәҫәлән, Кушнаренко районында балаларға...

21 января 2020
Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Яндекс.Метрика