«Ҡорос» халыҡ театрына 10 йыл

Мифтахетлин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендәге «Ҡорос»  халыҡ театрына быйыл 10 йыл. Үҙҙәренең бәләкәй генә юбилейын улар оло еңеүҙәр менән ҡаршылай. Ошо көндәрҙә буласаҡ педагогтар «Тетр һәм балалар» Бөтә Рәсәй театрҙар фестивалендә лауреат исемен яуланы.  “Ике һайыҫҡан”-Наил Ғәйетбайҙың тап ошо әкиәте менән “Ҡорос”халыҡ театры Удмуртиянан лауреат исеме алып ҡатты. Еңеү еңеү менән ә йәш артистар өсөн был тик сираттағы бер баҫҡыс ҡына. Алда оҙайлы репетициялар, гастролдәр… Ә төп бурыс, әлбиттә, уҡыу. «Ике һайыҫҡан» әкиәтендә төп роль – Шаҡылдаҡты башҡарыусы Салауат Заманов быйыл 2-се курсты тамамлай. Актер һөнәрен ҙур ихласлыҡ менән үҙләштерә.Сөнки, ул тормошто аңларға өйрәтә, тей ул. Әйткәндәй, Шаҡылдаҡ һәм Сиҡылдаҡ «Тетр һәм балалар» Бөтә Рәсәй тетраҙар фестивалендә «Иң яҡшы дуэт » номинацияһында еңеү яуланы. Бынан тыш тағы 2 номинация: «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егеттәр роле»,  «Спектаклдең художество ҡоролошо өсөн»нрминацияһы ла — Ҡорос халыҡ театрында. Ә тетрҙың етәксеһе, ошо еңеүҙәргә килтереүсе режиссер Илнур Лоҡманов «Спектаклдең иң яҡшы режиссер ҡоролошо өсөн» тигән дипломға лайыҡ булды.Театрҙың үҙ сәхнәһе бар -Башҡорт дәүләт педагогия университеты тамаша залдары, үҙ тамашасыһы. Тимәк, актерҙар яңынан–яңы әҫәрҙәр менән халыҡты ҡыуандыра. Өфө генә түгел, Башҡортостан, сит өлкә, сит ил тамашасыһын.Башҡорт дәүләт педагогия университетында шәхесте төрлө яҡтан үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп, ти студенттар.Башҡорт дәүләт педагогия университетының Ҡорос халыҡ театры мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡара. Үҙҙәренә лә ҡорос ныҡлығы теләйһе ҡала.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған

ДОМ.РФ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан 3-сө бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға бирелә торған дәүләт ярҙамын алыусылар һаны буйынса, әле - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2019...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уларҙы “донъяла иң бәхетле кешеләр”, - тип баһаланы. Сәйәсәт менән шөғөлләнәме, ижад итәме, сәнәғәтте алға алып барамы һәр кем һәр саҡ йөрәгендә әсә йөҙөн йөрөтә, әсәһен йылы һүҙ һәм нескә хистәр менән иҫкә ала. Күп балалы әсәләргә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә? Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта,...

20 февраля 2020
Смотреть видео Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә? | ГТРК «Башкортостан»

Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә?

Республика ҡотҡарыусылары Ҡаҙағстандан Башҡортостанға килгән сәйәхәтселәрҙе бәләнән ҡотҡарған. Яҡтыкүлгә килгән ғаилә ҡар ҡамауына эләгеп, машиналары менән көрт аҫтында ҡала. Махсус бригада - 6 кеше, шул иҫәптән 3 баланы ҡаргиҙәр ярҙамында Сибайға эвакуациялай. Сит ил ҡунаҡтары зыян күрмәгән....

20 февраля 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хөкөм ителеүселәр  керлинг буйынса чемпионат ойошторҙо | ГТРК «Башкортостан»

Хөкөм ителеүселәр керлинг буйынса чемпионат ойошторҙо

Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр араһында керлинг буйынса чемпионат үтте. Боҙ майҙансығын һәм был спорт ярышының төп ҡоралы-йоморо ташты улар үҙҙәре эшләгән. Әйткәндәй, колонияла бындай ярыш беренсегә уҙғарылды. Хөкөм ителеүсе Алексей Матюшонокка станок эше күптән таныш. Әле...

19 февраля 2020
Смотреть видео Тәфтишселәр алдында яңы бурыстар | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр алдында яңы бурыстар

Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы 2019 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен иғлан итте.  Киңәйтелгән коллегия ултырышында төбәктәге криминоген хәл даими ҡатмарлы һәм көсөргәнешле ҡала, тип баһаланды.  Тәфтишселәр үткән йылда енәйәт асыҡлау күрһәткесен 94,1 процентҡа еткергән....

19 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу урынына – штраф | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу урынына – штраф

Өфөлә инвалид балаһын реабилитация үҙәгенә алып килгән иргә автомобилен тейешле урынға ҡуймаған өсөн штраф яҙғандар. Ә водитель, үҙ сиратында, медицина учреждениелары янында транспорт ҡалдырырға майҙансыҡтар юҡ һәм юлдар таҙартылмаған, тип зарлана. Артур Ғәлиевҡа мөмкинлектәре сикләнгән балаһын...

19 февраля 2020
Яндекс.Метрика