Гибрид хәүефе

Хәрби ысул менән гибрид хәүефе һөжүменә ҡаршы тороп булмай. Именлек мәсьәләләрен көйләү буйынса юғары вәкилдәрҙең 10-сы халыҡ-ара форумында ҡатнашыусылар терроризмға ҡаршы көрәштә дәүләт-ара хеҙмәттәшлек зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Гибрид хәүефе менән хәрби көстәр ярҙамында ла, гуманитар ысул менән дә ғәмәли көрәш тәжрибәһенә эйә Сүриә Ғәрәп Республикаһының Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Риад Хаддад ИГИЛ террористик төркөмө идеологияһын ҡыйратыу маҡсатында берләшергә өндәй. Урта Африка Республикаһын биләмәлә эш иткән 14 ҡораллы төркөмдөң дәүләт власы мөмкинлектәрен сикләүе, ә Халыҡ-ара форумда быйыл беренсе тапҡыр ҡатнашҡан Көнсығыш Тиморҙы йәш республиканы наркотрафик һәм енәйәтсел аҡсаға законлы дәрәжә бирер өсөн файҙаланыу хәүефе борсой.

Сығыш яһаусылар бер тауыштан “донъяға янаған гибрид хәүефен айырым бер ил генә еңә алмай, көстәрҙе халыҡ-ара кимәлдә берләштереү мөһим”, — тип белдерҙе.Рәсәй именлек советы ойошторған халыҡ-ара форумдың именлек мәсьәләләре буйынса хәл иткес әһәмиәтен донъяның һәр ҡитғаһында урынлашҡан ил вәкиле таный. Сараның географияһы йылдан-йыл киңәйә, ҡатнашыусылар иҫәбе генә түгел, ә үткәреү урыны буйынса ла. Кабо-Верде, Эсватини, Көнсығыш Тимор, Науру, Комор утрауҙары, Сьерра-Леоне, Мальдив республикаһы быйыл беренсе тапҡыр йыйында ҡатнашһа, дәрәжәле ҡунаҡтарҙы тәүгә Башҡортостан ҡабул итә. Форумда ҡатнашыусылар беренсе көндә гибрид хәүефе шарттарында дәүләттең социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала | ГТРК «Башкортостан»

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала

“Гүзәл Яхина романы буйынса төшөрөлгән сериалды Рәсәй” телеканалында дүшәмбе күрһәтә башлайҙар. Төп ролдәрҙең береһе - Зөләйхәне Сулпан Хаматова башҡара. Ул был әҫәрҙе “әҙәбиәттәге ҙур ваҡиға” тип атаған. Көтөп алынған фильмдың тәүге серияһы 13 апрелдә Рәсәй 1 каналында киске сәғәт туғыҙҙа эфирға...

2 часа 54 минуты назад
Смотреть видео Айыу балалары өңөнән сыҡҡан | ГТРК «Башкортостан»

Айыу балалары өңөнән сыҡҡан

Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа йәшәүсе айыуҙарың һаны артыуы тураһында хәбәрҙәрҙең башҡа сығарылышында хәбәр иткәйнек. Ниһәйәт, тайыштабандар бәләкәстәрен өңдәренән алып сыҡҡан. Ошо көндәрҙә айыу балаларын журналистарға ла күрһәттеләр. Бүлмәгә алып инеү айыу балалары йүгерешә башланы. Ят...

2 часа 54 минуты назад
Смотреть видео Яҙғы ташҡын | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы ташҡын

Яҙғы ташҡында һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған райондарҙа ерҙе ҡалҡытыу эштәре бара.  Козарес һәм Альбатрос баҡсасылар ширҡәттәре араһындағы юлды ла ҡотҡарыусылар күҙәтеү аҫтына алған. Ағиҙел ҡултығында һыу кимәле артыу сәбәпле ҡар һыуҙары ағып сыҡҡан. Синоптиктар йылғаның 8 метрға тиклем...

2 часа 54 минуты назад
Смотреть видео Дистанцион уҡыу мәлендә республикала балаларҙы аҙыҡ-түлек кәрзиндәре менән тәьмин итәләр | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу мәлендә республикала балаларҙы аҙыҡ-түлек кәрзиндәре менән тәьмин итәләр

За кадром. Был, тәү сиратта, күп балалы, ауыр хәлгә эләккән ғаиләләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҡағыла. Мәҫәлән, Ишембайҙа бындай ярҙамды ике меңгә яҡын уҡыусы аласаҡ. Кәрзиндә биш көнгә етәрлек аҙыҡ-түлек – ҡарабойҙай, макарондар, көнбағыш майы, һут, сәй, ҡуйыртылған һөт һәм печенье....

2 часа 54 минуты назад
Смотреть видео Ирекмәндәргә автомобилдәр | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәргә автомобилдәр

Өфөлә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар таратыусы ирекмәндәргә автомобилдәр биргәндәр. Ҡалалала изоляция режимы иғлан ителгәс, 336 егет-ҡыҙҙар үҙ теләктәре менән өлкәндәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә башлаған. Уларға көн һайын Өфөнөң төрлө райондары буйлап йөрөргә һәм кәрәкле...

2 часа 54 минуты назад
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр

Башҡортостанда зарарланыусылар һаны 16. Уларҙың бишәүһе тулыһынса һауыҡҡан. Тағы ла 106 кеше ковид-19 вирусына шик менән дауаханала ята. Әйткәндәй, Өфө дауаханаларына үпкәләрҙе яһалма елләтеү апараттары ҡайтарылған. 17 ҡоролманың бишәүһе Дим районындағы өсөнсө ҡала клиник дауаханаһына йүнәлтелгән...

2 часа 55 минут назад
Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Яндекс.Метрика