Хәрби ысул менән гибрид хәүефе һөжүменә ҡаршы тороп булмай. Именлек мәсьәләләрен көйләү буйынса юғары вәкилдәрҙең 10-сы халыҡ-ара форумында ҡатнашыусылар терроризмға ҡаршы көрәштә дәүләт-ара хеҙмәттәшлек зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Гибрид хәүефе менән хәрби көстәр ярҙамында ла, гуманитар ысул менән дә ғәмәли көрәш тәжрибәһенә эйә Сүриә Ғәрәп Республикаһының Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Риад Хаддад ИГИЛ террористик төркөмө идеологияһын ҡыйратыу маҡсатында берләшергә өндәй. Урта Африка Республикаһын биләмәлә эш иткән 14 ҡораллы төркөмдөң дәүләт власы мөмкинлектәрен сикләүе, ә Халыҡ-ара форумда быйыл беренсе тапҡыр ҡатнашҡан Көнсығыш Тиморҙы йәш республиканы наркотрафик һәм енәйәтсел аҡсаға законлы дәрәжә бирер өсөн файҙаланыу хәүефе борсой.
Сығыш яһаусылар бер тауыштан “донъяға янаған гибрид хәүефен айырым бер ил генә еңә алмай, көстәрҙе халыҡ-ара кимәлдә берләштереү мөһим”, — тип белдерҙе.Рәсәй именлек советы ойошторған халыҡ-ара форумдың именлек мәсьәләләре буйынса хәл иткес әһәмиәтен донъяның һәр ҡитғаһында урынлашҡан ил вәкиле таный. Сараның географияһы йылдан-йыл киңәйә, ҡатнашыусылар иҫәбе генә түгел, ә үткәреү урыны буйынса ла. Кабо-Верде, Эсватини, Көнсығыш Тимор, Науру, Комор утрауҙары, Сьерра-Леоне, Мальдив республикаһы быйыл беренсе тапҡыр йыйында ҡатнашһа, дәрәжәле ҡунаҡтарҙы тәүгә Башҡортостан ҡабул итә. Форумда ҡатнашыусылар беренсе көндә гибрид хәүефе шарттарында дәүләттең социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.