Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Нью-Йорк полицияһы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре араһында суицидтар артыуға борсолоу белдереп, хакимиәттәрҙән ашығыс саралар күреүҙе талап иткән. Һуңғы ике аҙнала ғына 3 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. Влюхелп ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Нью-Йорк полицияһында суицид осраҡтары үҙ вазифаһын башҡарғанда һәләк булыусыларға ҡарағанда күберәк.
  • Милли баскетбол ассоциацияһының плей-офф уйындарында “Торонто Рэпторс” командаһы еңеүе уңайынан үткән парад атыш менән тамамланған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, дүрт кеше яраланған. Енәйәт ҡылыуҙа шикләнгән өс кеше ҡулға алынған. Торонтола чемпиондар парадында 2 миллион кеше ҡатнашҡан.
  • Американың Висконсин штатында лаборатор тикшеренеүҙәр үткәргән маймылдар өсөн махсус приют асылған. Приматтар өсөн приют уларҙы эвтаназиянан һәм төрлө тәжрибәләрҙә ҡайтанан ҡулланыуҙан ҡотҡарасаҡ. Ойошма киләһе егерме йылда 100 маймыл ҡабул итергә әҙерләнә.
  • Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһы янында драма театры артистары ҡырағай хайуандар менән ҡаты мөғәлләмә итеүгә шаһит булғандар. Юл буйындағы кафе хужаһы өс айыуҙы тимер ситлеккә бикләп ҡуйған. Уларҙың ас, һыуға сарсаған булыуы асыҡланғас, хужа мин уларҙан арыным, һатырға йәки приютҡа тапшырырға әҙермен, тип белдергән.
Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә

Еләк-емеш сәскә атҡанда ҡырау төшмәүе лә быға булышлыҡ итте, ти белгестәр. Әле ҡайнатмалар ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Галина Васильевна әллә ни ҙур булмаған баҡсанан да мул уңыш алыуға өлгәшкән. Ярты ғүмерен ҡалала үткәргән ҡатын баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү  менән...

5 августа 2020
Смотреть видео Республикаға эҫе көндәр ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға эҫе көндәр ҡайта

Синоптиктар ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 34 градусҡа етер, тип фаразлай. Бөгөндән иһә тотош республикала 30 градуслы эҫе көндәр торасаҡ. Бындай һауа торошо киләһе ял көндәренә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә.

5 августа 2020
Смотреть видео Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә

 Ҡала паркында ул 30 йыл торғандан һуң урындағы хакимиәт, ниһәйәт, уны яңыртырға ҡарар иткән. Ишембай машина эшләү заводы хәрби техника етештереүе менән бөтә илгә билдәле. Үҙенең 40 йыллыҡ тарихында ул 2 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлы транспорт етештергән. Әле иһә Рәсәй оборона министрлығы заказы...

5 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә.

Башҡортостан бал етештереү сәнәғәте буйынса халыҡ-ара проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров “Отрада” компаниялары төркөмө акционерҙары һәм Франция инвесторҙарын ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәктә экспорт йүнәлешле бал етештереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Инвестиция...

5 августа 2020
Смотреть видео Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә

Башҡортостанда әле тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаҡтарҙы арттырыу мәсьәләһен ентекләп тикшерегә ҡушты.Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн...

5 августа 2020
Смотреть видео Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы

Өфө районы  Миловка ауыл советы  биләмәһендә зыярат төҙөү ҡарала. Ҡәберлек өсөн  86 гектар ер бүленгән. Проект күптән әҙер, әммә эргә-тирәләге ауыл халҡы был төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдерә.  Зөлфиә Аҡбашеваның инде күптән күңеле тыныс түгел. Уның баҡсаһынан 50 метр алыҫлыҡта ғына...

5 августа 2020
Смотреть видео 866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк

 Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль фонд республикала проблемалы йорттар төҙөлөшөн финанслаясаҡ. Улар Иглин районында урынлашҡан. Республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо мәсьәлә тикшерелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе...

5 августа 2020
Смотреть видео Иглин һуғаны | ГТРК «Башкортостан»

Иглин һуғаны

Ғалимдар юғалып барған данлыҡлы Иглин һуғанын тергеҙә. Яңы сорт «Иглин-2» тип аталасаҡ. 89 йәшен тултырып килеүсе Татьяна Емельяновнаға һуған үҫтереү серҙәре бала саҡтан таныш. Бар ғүмерем ошо йәшелсә менән бәйле, ти ул. Әле лә баҡсала 20 сорт һуған ултыртылған.Савичевтар ғаиләһе өсөн һуған үҫтереп...

4 августа 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ юлдар | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ юлдар

Өфөлә  хәүефле юл участкалары тикшерелде. Бигерәк тә мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырыу, яҡтыртыу бурысы ҡуйылды. Башҡаланың Жуков урамының был өлөшөндә машиналар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә йөрөй. Ә юл аша ғына ҙур сауҙа үҙәге урынлашҡан. Йыш ҡына авариялар...

4 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

4 августа 2020
Яндекс.Метрика