Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Нью-Йорк полицияһы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре араһында суицидтар артыуға борсолоу белдереп, хакимиәттәрҙән ашығыс саралар күреүҙе талап иткән. Һуңғы ике аҙнала ғына 3 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. Влюхелп ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Нью-Йорк полицияһында суицид осраҡтары үҙ вазифаһын башҡарғанда һәләк булыусыларға ҡарағанда күберәк.
  • Милли баскетбол ассоциацияһының плей-офф уйындарында “Торонто Рэпторс” командаһы еңеүе уңайынан үткән парад атыш менән тамамланған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, дүрт кеше яраланған. Енәйәт ҡылыуҙа шикләнгән өс кеше ҡулға алынған. Торонтола чемпиондар парадында 2 миллион кеше ҡатнашҡан.
  • Американың Висконсин штатында лаборатор тикшеренеүҙәр үткәргән маймылдар өсөн махсус приют асылған. Приматтар өсөн приют уларҙы эвтаназиянан һәм төрлө тәжрибәләрҙә ҡайтанан ҡулланыуҙан ҡотҡарасаҡ. Ойошма киләһе егерме йылда 100 маймыл ҡабул итергә әҙерләнә.
  • Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһы янында драма театры артистары ҡырағай хайуандар менән ҡаты мөғәлләмә итеүгә шаһит булғандар. Юл буйындағы кафе хужаһы өс айыуҙы тимер ситлеккә бикләп ҡуйған. Уларҙың ас, һыуға сарсаған булыуы асыҡланғас, хужа мин уларҙан арыным, һатырға йәки приютҡа тапшырырға әҙермен, тип белдергән.
Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ғәли Ибраһимовҡа таҡтаташ асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ғәли Ибраһимовҡа таҡтаташ асылды

Өфөнөң 2-се башҡорт лицейы хәҙер фронтовик яҙыусы Ғәли Ибраһимов исемен йөрөтә. Был ваҡиғаны  лицей уҡыусылары, уҡытыусылары, әҙиптәр, яҙыусының дуҫтары һәм туғандары таҡтаташ асыу менән билдәләне. Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән, Ишембайҙа уҡыған. Ул Бөйөк Ватан...

19 декабря 2019
Смотреть видео Өфөлә халыҡ - ара телдәр фестивале үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә халыҡ - ара телдәр фестивале үтте

Башҡорт дәүләт университетында аҫаба халыҡтар телдәрен һаҡлауға, Башҡортостан Республикаһының - 100, вуздың 110 йыллығына арналған 7-се халыҡ - ара телдәр фестивале үтте. Сарала Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат ҡатнашты. Сәләм биргән- мең сауаплы. Был егеттәр туған телдәрен...

19 декабря 2019
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә

Республика уҙып барған йылды оҙатып, яңыһын ҡаршы алырға әҙерләнә. Байрам осоронда граждандарҙың именлеген тәьмин итеү  көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн киләһе аҙнанан ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә. Унынсы ғинуарға тиклем 3 меңдән ашыу...

19 декабря 2019
Смотреть видео Бер ауылдан өс батыр | ГТРК «Башкортостан»

Бер ауылдан өс батыр

Көйөргәҙе районы Кинйәбыҙ ауылы Советтар Союзы геройҙары Ғәфиәтулла  Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсиндарҙың тыуған төйәге. Йәшләй генә өс егет тә ошо ауылдан фронтҡа китә һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Хәмдиә Солтанова инәһенең ике улына...

19 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан саҡыра

Республика инвестициялар күләме буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынға сығырға тейеш. Бының өсөн Башҡортостандың мөмкинлектәре байтаҡ. Был йәһәттән быйыл төбәктә байтаҡ эштәр атҡарылды. Әммә, артабан беҙ тағы ла яҡшыраҡ күрһәткестәргә ирешергә тейешбеҙ. Ошо турала Башҡортостан саҡыра форумында республика...

19 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан – Рәсәйҙә иң яҡшы спорт төбәге тип танылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан – Рәсәйҙә иң яҡшы спорт төбәге тип танылды

 Спорт буйынса Милли премияның жюры ағзалары, Өфө - ике тапҡыр Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәргән тәүге һәм берҙән-бер ҡала, өҫтәүенә, республикала йыл һайын төрлө ярыштар, спартакаидалар үткәрелеп тора, тине. Ошондай мөһим сараларҙың береһе Өфөлә “Динамо” стадионында үтте. Үҫмерҙәр һәм...

17 декабря 2019
Смотреть видео Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты 85 йыллығын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты 85 йыллығын билдәләне

”Торатау” конгресс холының төп залы юбилей тантанаһына килгән ҡунаҡтарҙың барыһын да һыйҙыра алманы, уларҙың бер өлөшө күрше аудиторияла монитор аша сәхнәлә барған тамашаны күҙәтте. Институт педагогтары тамашасыларға үҙҙәре лә бүләктәр әҙерләгәйне. Үҙенең хеҙмәт юлын Ирек Аҡманов 1957 йылда...

17 декабря 2019
Смотреть видео Стәрлетамаҡта яңы инфраструктура объектын төҙөүҙә бер нисә предприятие ярҙам күрһәтергә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡта яңы инфраструктура объектын төҙөүҙә бер нисә предприятие ярҙам күрһәтергә әҙер

Стәрлетамаҡта яңы инфраструктура объектын төҙөүҙә бер нисә предприятие ярҙам күрһәтергә әҙер. Был турала хөкүмәттә үткән “Транспорт сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә әйтелде. Ҡаланың Олег Кошевой урамындағы тимер юл аша автомобиль күперен төҙөү яҡынса 265 миллион һумға баһалана. Сәнәғәт зонаһы өсөн...

17 декабря 2019
Смотреть видео Башҡорт ихаталары,  медицина  комплексын  яңыртыу һәм яңы йылға әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт ихаталары, медицина комплексын яңыртыу һәм яңы йылға әҙерлек

Республика хөкүмәтендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы дүшәмбе ултырышында ошо мәсьәләләр ҡаралды.  Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатмарлыҡтар бар. Бер-нисә район был проектты тейешле бойомға ашырғанда  ауырлыҡҡа осраған. Шуға ла вице-...

17 декабря 2019
Смотреть видео Кремль шыршыһына йыйына алдынғылар | ГТРК «Башкортостан»

Кремль шыршыһына йыйына алдынғылар

Яңы йыл байрамдарының яҡынлашыуын түҙемһеҙләнеп көткәндә ҡайһы берәүҙәр өсөн декабрь айы икеләтә  тулҡынландырғыс. Илдең төп шыршы байрамына йыйыныусылар тураһында һүҙебеҙ. Йыл һайын Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң алдынғы үҫмерҙәр һәм балалар Кремль һарайына йыйыла. Был уңайҙан быйыл ...

16 декабря 2019
Яндекс.Метрика