Вьетнам КА маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһына

Вьетнам вәкилдәре Күмертау авиация заводында эшләнгән «Ка» маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында белдерҙе. Махсус конструкциялы вертолеттар әле донъяның 30 илендә файҙаланыла.  Уларҙың бортында радиоэлектрон ҡоролма яңыртылған, яңы эҙләү системаһы һәм радиоакустика ҡуйылған. Былтыр Күмертауҙа яңыса ҡоролған вертолеттар Балтика флотына тапшырылғайны.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Вьетнам илсеһе тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы | ГТРК «Башкортостан»

Вьетнам илсеһе тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы

Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе үҙ вазифаһындағы тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов был дәүләт вәкилдәре менән осрашты. Нго Дык Мань әфәнденең Рәсәй субъекттары араһынан беҙҙең төбәкте һайлауының сәбәбе - тәбиғи сығанаҡтарға бай...

28 мая 2018
Смотреть видео Ямғырҙар аҙна аҙағынаса дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Ямғырҙар аҙна аҙағынаса дауам итә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы был көндәрҙә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға кәңәш итә. Ямғыр яуыу сәбәпле асфальт тайғаҡҡа әйләнә. Шуға ла билдәләнгән тиҙлекте һаҡлау, ҡапыл боролмау хәйерлерәк. Ямғырҙар, синоптиктар хәбәр итеүенсә, аҙна аҙағынаса дауам итә.

28 мая 2018
Смотреть видео Әлкә ауылы янында ауыр йөк машинаһы янды | ГТРК «Башкортостан»

Әлкә ауылы янында ауыр йөк машинаһы янды

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Шулай уҡ әлегә янғын сәбәптәре лә билдәле түгел. Кабина тулыһынса янып бөткән, йөккә зыян килмәгән, тип хәбәр итә шаһиттар.

28 мая 2018
Смотреть видео Альп алмаһы сәскә атты | ГТРК «Башкортостан»

Альп алмаһы сәскә атты

Ҡала баҡсаларының береһен биҙәп йыл да сәскә аткан декоратив алмағас йәнә Өфө халҡы иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Хуш еҫле алһыу сәскәләр эргәһендә йәштәр кемуҙарҙан сэлфи яһап, рәссамдар сағыу картиналар яҙып, паркка килгән һәр кем гүзәллектең ләззәтен татып ҡалырға ашыға.  Алмағастың ҡырағайы...

25 мая 2018
Смотреть видео Боронғо кәсеп | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо кәсеп

Борон-борондан халҡыбыҙ ҡул эштәренә маһир булған. Әле һирәк булһа ла боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүсе оҫтабикәләр осрай. Шундайҙарҙың береһе, халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ ҡул эштәрен тергеҙеүҙә үҙ көсөн йәлләмәгән, кешеләргә матурлыҡ өләшеүсе   Нурия Ҡыуандыҡова Ейәнсура районында йәшәй....

25 мая 2018
Смотреть видео Сүбиҙәй беҙҙең телекомпания хәбәрселәренә эксклюзив интервью бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Сүбиҙәй беҙҙең телекомпания хәбәрселәренә эксклюзив интервью бирҙе

Башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе-Әхмәт Зәки Вәлидиҙең улы Сүбиҙәй Тоған беҙҙең телекомпания хәбәрселәренә эксклюзив интервью бирҙе.  Тапшырыу Рәсәй-Башҡортостан телеканалында иртәгә иртәнге сәғәт һигеҙҙә эфирға сыға. Унда Зәки Вәлидиҙең тормошона, ғүмеренең һуңғы көндәренә бәйле быға...

25 мая 2018
Смотреть видео Күҙ ҡамашырлыҡ, йөрәкте елкендерерлек тамаша | ГТРК «Башкортостан»

Күҙ ҡамашырлыҡ, йөрәкте елкендерерлек тамаша

“Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле миҙгел ябыу айҡанлы сағыу сара ойошторҙо. “Мираҫ”тар сығыштың уңышлы үтеүен теләп, концерт алдынан ошондай дуҫлыҡ түңәрәгенә йыйыла. Унда ниндәй генә милләт вәкиле юҡ: башҡорт, рус, татар, мари, удмурт һәм башҡалар. “Берҙәм ғаилә” тип исемләнгән дуҫлыҡ бейеүе...

25 мая 2018
Смотреть видео Имтихандар башланды | ГТРК «Башкортостан»

Имтихандар башланды

Башҡортостанда быйыл 42 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы төп дәүләт имтиханын тапшырҙы.  Ике йөҙләгән уҡыусы  бөгөн Өфөнөң 22 –се мәктәбендә  инглиз теленән имтихан бирҙе. Сит телдәр буйынса беренсе төп дәүләт имтиханы ике көн үтәсәк: бөгөн яҙма рәүештә булһа, ә иртәгә имтихан...

25 мая 2018
Смотреть видео Һау бул, мәктәп! | ГТРК «Башкортостан»

Һау бул, мәктәп!

Бөгөн 11-се класты тамамлаған 18 мең уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.  Өфөләге бишенсе спорт мәктәп -интернатын быйыл ... уҡыусы тамамлай. Белем, спорт өлкәһендә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәткән уҡыусыларҙы алда оло һынау, ҙур тормош юлы көтә. Сығарылыш класс уҡыусылары уҡытыусыларына, иң...

25 мая 2018
Смотреть видео Өфө һәм башҡала ҡунаҡтары сәләмәтлек байрамында ҡатнашты | ГТРК «Башкортостан»

Өфө һәм башҡала ҡунаҡтары сәләмәтлек байрамында ҡатнашты

 “Халыҡ һаулығы көндәре” сиктәрендә Матросов паркында республика сәләмәтлек үҙәктәренең күсмә медицина станциялары ҡабул итеү ойошторҙо. Йәштәр һәм балалар майҙанда иғлан ителгән ярыштарҙа ҡатнашҡан арала ата-әсә сәләмәтлеген бушлай тикшереү мөмкинлеген файҙаланды. Республика кардиология...

25 мая 2018
Яндекс.Метрика