Вьетнам КА маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһына

Вьетнам вәкилдәре Күмертау авиация заводында эшләнгән «Ка» маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында белдерҙе. Махсус конструкциялы вертолеттар әле донъяның 30 илендә файҙаланыла.  Уларҙың бортында радиоэлектрон ҡоролма яңыртылған, яңы эҙләү системаһы һәм радиоакустика ҡуйылған. Былтыр Күмертауҙа яңыса ҡоролған вертолеттар Балтика флотына тапшырылғайны.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәбиғәт тағы көйһөҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Тәбиғәт тағы көйһөҙләнә

Ял көндәрендә һауа торошо Башҡортостан халҡын көтөлмәгән хәлдә ҡалдырҙы. Республиканың күп кенә райондарында боҙ борсаҡ яуҙы. Өфөнөң Дим районында йәшәүселәр  борсаҡ ҡатыш ямғыр яуған мәлде видеоға төшөргән. Бындай хәл Авдон ҡасабаһында ла күҙәтелгән. Әйткәндәй, боҙборсаҡтар Ғафури районындағы...

21 мая 2018
Смотреть видео Байрамдарҙа нисек ял итәбеҙ? | ГТРК «Башкортостан»

Байрамдарҙа нисек ял итәбеҙ?

Июндә республика халҡын 12 июндә — Рәсәй көнөн һәм 15-дә Ураҙа байрамын билдәләү уңайынан оҙайлы ялдар көтә. Рәсәй көнө шишәмбегә тура килә. Шуға күрә шәмбе 9 июндәге ял көнө дүшәмбе 11 июнгә күсерелә. Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы көтә, быйыл ул йомаға, 15 июнгә, тура килә. Республика хөкүмәте...

18 мая 2018
Смотреть видео Башҡорт дәүләт академия драма театры алдағы миҙгелдә үҙ сәхнәһендә сығыш яһамаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт академия драма театры алдағы миҙгелдә үҙ сәхнәһендә сығыш яһамаясаҡ

Тарихи бинала реконстукция эштәре башлана. Театрҙың 100 йыллығына ул тулыһынса яңырырға тейеш. Актерҙар киләһе миҙгелдә Өфөнөң башҡа театр сәхнәләрендә уйнаясаҡ. Төҙөкләндереү эштәре сентябрь айында башлана, театрҙа тауыш һәм яҡтылыҡ тулыһынса яңырасаҡ, ултырғыстар алмаштырыла, шулай уҡ бинаның...

18 мая 2018
Смотреть видео Рөстәм Хәмитов Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында еңеүселәрҙе тәбрикләне | ГТРК «Башкортостан»

Рөстәм Хәмитов Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында еңеүселәрҙе тәбрикләне

Етенсе йыл рәттән уҙғарылған сарала быйыл 120 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашҡан. Ә абсолют еңеүселәр араһында 7 кеше. Әлегә самолёт менән уйнаһа ла, Маркел Шәйхетдиновтың иң ҙур хыялы ракетала йыһанға осоу. 1-се класста тәүге космонавт Юрий Гагарин тураһында белгәс тә, ул был теләк менән яна...

18 мая 2018
Смотреть видео Республикала эш урындарында, шул иҫәптән сәнәғәттә һәләк булыусылар күпкә кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Республикала эш урындарында, шул иҫәптән сәнәғәттә һәләк булыусылар күпкә кәмегән

Бөгөн Башҡортостан хөкүмәтендә хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда ойошмаларҙа йәрәхәттәр алыу, предприятиеларҙа теркәлгән авариялар, хеҙмәткәрҙәрҙең сирләүе, эшселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү мәсьәләләре ҡаралды.

18 мая 2018
Смотреть видео Ни өсөн инвесторҙар Башҡортостанды һайлай? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн инвесторҙар Башҡортостанды һайлай?

Башҡортостанда 6 мең һыйыр малына иҫәпләнгән эре комплекс барлыҡҡа килеүе ихтимал. Республика башлығының “Эконива” компаниялар төркөмө етәксеһе Штефан Дюрр менән осрашыуында ошо турала һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе. Ауыл хужалығында...

18 мая 2018
Смотреть видео Өфө Дәүләт нефть техник университетында яңы аудитория асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Дәүләт нефть техник университетында яңы аудитория асылды

Бөгөн летчик-космонавт, Советтар Союзы Геройы Владимир Комаров исеменә бағышлап Өфө Дәүләт нефть техник университетында аудитория асылды.Тантанаға летчик-космонавт Сергей Ревин һәм Владимир Комаровтың туғандары килде. Яҡты бүлмәлә летчик-космонавттың фотоһүрәттәре, портреттары эленгән. Шулай уҡ...

18 мая 2018
Смотреть видео Ауырғазы районындағы  авария сәбәптәрен ентекләп тикшереү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазы районындағы авария сәбәптәрен ентекләп тикшереү башланды.

Әлегә водителдең таксист булыуы, һуңғы ваҡытта ғына уның юл ҡағиҙәһен күп тапҡырҙар боҙоуы билдәле.  Авария һөҙөмтәһендә Ларгус автомобилендә булған 6 кеше лә урында уҡ һәләк була. Уларҙың 5-һе Ырымбур өлкәһенән, 1-һе Башҡортостандан икәне билдәле.  Мәрхүмдәрҙең өсөһө ҡатын-ҡыҙ, өсәүһе ир...

18 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостанда сәсеү эштәренең ҡыҙған мәле | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сәсеү эштәренең ҡыҙған мәле

Республикала яҙғы кампания яртыһына еткән. Һауа шарттары мөмкинлек бирһә аграрийҙар аҙна ун көн эсендә сәсеү эштәрен тамамларға иҫәп тота. Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов көнъяҡ райондарҙа булып, яҙғы кампания барышы менән танышты. Көйөргәҙе районында 108 мең гектар һөрөнтө...

18 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан бюджеты 19 миллиард һумға арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бюджеты 19 миллиард һумға арта

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдағы ултырышта быйылғы бюджеттың килем өлөшөн 19 миллиард 13 миллион һумға арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан закон проектын ҡарарға ниәтләй.  Өҫтәмә килемдәр коммуналь инфраструктура ҡоролмаларын яңыртыуға, республиканың 100 йыллығы уңайынан объекттар...

18 мая 2018
Яндекс.Метрика