Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостандың барлыҡ предприятиелары ла махсус режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың барлыҡ предприятиелары ла махсус режимда эшләй

Республиканың иң билдәле телевидение һәм радиокомпаниһы “Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы” ла был осорҙа көсәйтелгән графикта. Беҙҙең ойошманы Башҡортостандағы хәл-ваҡиғаларҙы төбәк халҡына еткерә. Телерадиотапшырыусыларҙың Милли берлеге лә  беҙҙең компания эшенә юғары баһа...

24 апреля 2020
Смотреть видео Изоляция шарттарында Ураҙа | ГТРК «Башкортостан»

Изоляция шарттарында Ураҙа

Донъяла пандемия таралыу арҡаһында, диндарҙар ҙа яңы тәртип буйынса йәшәргә мәжбүр. Үҙаллы  изоляция арҡаһында, донъя, Рәсәй генә түгел, ә Башҡортостан мәсеттәрендә лә халыҡ ҡатнашлығында тәүарих намаҙҙары  башҡарылмай, ифтар мәжлестәре үткәрелмәй. Шулай ҙа Сәғүд Ғәрәбстанындағы һуңғы...

24 апреля 2020
Смотреть видео Тәлғәт Тажетдин мөрәжәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Тәлғәт Тажетдин мөрәжәғәте

Рамаҙан-шәриф уңайынан Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Башҡортостан һәм ил мосолмандарына мөрәжәғәт итте. Баш мөфтөй әйтеүенсә, был көндәрҙә ҡылынған доғаларҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алыу сауаплы эш. Быйылғы Рамаҙан айырыуса ҙур...

24 апреля 2020
Смотреть видео Донъя мосолмандары Рамаҙанға аяҡ баҫты | ГТРК «Башкортостан»

Донъя мосолмандары Рамаҙанға аяҡ баҫты

Ураҙа-шәриф  мөьмин-мөьминәләр өсөн түҙемлек, сабырлыҡ айы. Был осор ризыҡтан тыйылып тороу мәле генә түгел, Рамаҙан – ихтыярҙы һынау миҙгеле, кешенең үҙ асылына ҡайтыу  ваҡыты. Ураҙа бер-береңә ихтрам күрһәтеү, иғтибар итеү. 

24 апреля 2020
Смотреть видео Баянсылар конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

Баянсылар конкурсы

Кем ул республикалағы иң оҫта баянсы һәм гармунсы? Рәсәй-Башҡортостан һәм Башҡортостан 24  каналдары он-лайн конкурс иғлан итте. Ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта. Ашығығыҙ. Конкурстың шарттарына  ярашлы, үҙегеҙҙең баянда йә, гармунда уйнағанды төшөрөп, "Бәйләнештә" сәхифәһендәге Хәйерле...

23 апреля 2020
Смотреть видео “Зөләйхә күҙҙәрен аса” – Рәсәй телеканалында барған премьера тамашасыла төрлө фекерҙәр уятты | ГТРК «Башкортостан»

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” – Рәсәй телеканалында барған премьера тамашасыла төрлө фекерҙәр уятты

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” – Рәсәй телеканалында барған премьера тамашасыла төрлө фекерҙәр уятты. Геройҙарҙың бер-береһенә мөнәсәбәттәре нисек үҙгәрә һәм яҙмыш улар алдында тағы ла ниндәй һынауҙар ҡуя? Беҙҙең киләһе сюжетыбыҙ ошо хаҡта  Себергә оҙатылған золом ҡорбандары тарихы бөтә илде...

23 апреля 2020
Смотреть видео Юлдар тәртипкә килтерелә | ГТРК «Башкортостан»

Юлдар тәртипкә килтерелә

Үҙизаляция режимына ҡарамаҫтан, ҡала хеҙмәттәре эше дауам итә. Башҡала юлдарында машиналар һаны кәмене, тимәк, тап ошо осор юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҡулайлы. Ҡайһы урамдар тәртипкә килтерелгән, ә ҡайһыларын әле төҙөкләндереү көтә, был хаҡта киләһе видеояҙмала. Көнө-төнө ал да, ял да белмәй эшләйҙәр...

23 апреля 2020
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөй

Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөп, карантинға ябылған дауаханалар өсөн ризыҡ әҙерләй башланы. Быға тиклем аҙыҡ-түлек ауыл халҡы өсөн генә етештерелһә, хәҙер иһә яңыса эшләргә тура килә. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала. Рецепт та, технология ла үҙгәрмәгән. Бында һәр ваҡыттағыса тик ауыл...

23 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙизоляция режимын үтәргә һәм Пасха байрамын өйҙә үткәрергә тигән тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалған кешеләргә рәхмәт белдереп, мосолмандарҙы ла Рамаҙан ваҡытында үҙҙәрен һәм яҡындарын сир йоҡтороуҙан һаҡларға, өйҙә ултырырға саҡырҙы. Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин...

23 апреля 2020
Смотреть видео 25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә

Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тәүге тапҡыр онлайн уҙғарыла. 25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә. Унда ҡатнашыу өсөн алдан  сәхифәлә  теркәлергә кәрәк. 25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә тура трансляция башлана. Акцияла...

23 апреля 2020
Яндекс.Метрика