Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хыялдарҙы тормошҡа ашырып | ГТРК «Башкортостан»

Хыялдарҙы тормошҡа ашырып

Өфөлә мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында йәш дизайнерҙарҙың халыҡ-ара форумы үтте. Тыумыштан ауырыуға дусар булыусылар үҙҙәре теккән кейем менән таныштырҙы. Ниндәй ҙә булһа кейем теккәндә ҡыҙымдың теләген мотлаҡ үтәйем, ти Наталья Урванцева. Сираттағы күлдәк ябай түгел, ул сағыу төҫтә һәм үҙенсәлекле...

3 декабря 2019
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән 300 меңдән ашыу кеше йәшәй. Белгестәр әйтеүенсә, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бәләкәйҙән үк йәмғиәткә яраҡлашыу, аралашыу мөхите булдырыу зарур. Тик шул саҡта ғына улар юғары маҡсаттар ҡуйып, уңыштарға ирешергә теләп үҫәсәк. Республикала инвалидтарға...

3 декабря 2019
Смотреть видео Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар

Еңеүҙең илле йыллығы скверында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар. Чернобыль-күптәрҙең йөрәгендә уйылып ҡалған һәм ҡара эҙ ҡалдырған фажиғә. 1986 йылда Советтар Союзының  иң ҡеүәтле атом электр станцияһында шартлау яңғырай. Тирә-йүнгә үлемесле радиация таралып...

3 декабря 2019
Смотреть видео Бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуында кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуында кем ғәйепле?

Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре быйыл балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Быға урындағы предприятие ғәйепле тип иҫәпләй халыҡ. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртеү арҡаһында ҡорттар үлгән, фермерҙарҙың быға ҡарата үҙ фекере бар. Владимир Калганов ғүмер буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әммә быйыл уға 47...

3 декабря 2019
Смотреть видео Быйыл Башҡортостанда 10 мең 800-ҙән ашыу янғын теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Башҡортостанда 10 мең 800-ҙән ашыу янғын теркәлгән

Был уҙған йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға тиерлек күберәк. Һандарҙың ҡапыл үҙгәреүенә законға төҙәтмәләр индереү сәбәпсе. Утта һәләк булыусылар ҙа артҡан. Быйыл Башҡортостанда теркәлгән янғындарҙа 244 кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың унауһы – балалар. Уҙған йылда утта 44 кешегә аҙыраҡ ҡорбан...

3 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостанда күперҙәр торошо ентекләп тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда күперҙәр торошо ентекләп тикшереләсәк

Байкал аръяғындағы юл транспорт фажиғәһенән һуң Башҡортостанда пассажир автобустары һәм күперҙәрҙең торошо ентекләп тикшереләсәк. Ошо хаҡта Тимур Мәхәмәтйәнов Республика хөкүмәтендә үткән транспорт сәғәте ултырышында белдерҙе. Тәү сиратта республика юлдарында пассажир йөрөтөүсе иң ҙур предприятие...

3 декабря 2019
Смотреть видео  “Ларгустар”ҙы тикшереү башлана | ГТРК «Башкортостан»

“Ларгустар”ҙы тикшереү башлана

Йәмәғәт транспортында юл хаҡын банк йә транспорт картаһы аша ҡабул итмәгән өсөн маршрутка хужаларына штраф һала башлаясаҡтар. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә әйтелде. Радий Хәбиров ҡала, район-ара маршруттарҙа аҡса эшләүсе “Ларгус”тарҙы ла тикшереү кәрәклеге менән ризалашты....

3 декабря 2019
Смотреть видео Йортто төҙөкләндереүгә кредит | ГТРК «Башкортостан»

Йортто төҙөкләндереүгә кредит

Киләһе йылдан ауыл халҡы банктарға үҙҙәренең йорттарын төҙөкләндереүгә льготалы кредит һорап мөрәжәғәт итә ала. Хөкүмәт процент ставкаларын субсидиялай, улар ауыл халҡы өсөн 5 проценттан артмаҫҡа тейеш. Премьер-министр Дмитрий Медведев ауыл ерендә өйҙө төҙөкләндереү өсөн бирелгән ҡулланыу...

3 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостанға ысын ҡыш ҡилде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға ысын ҡыш ҡилде

Алдағы ике көндә  айырым райондарҙа 22 градусҡаса һыуытасаҡ. Был турала Башгидрометүҙәк хәбәр итте. Бөгөн  урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә – 12-17 градус һыуыҡ, аяҙытҡанда 22  градусҡаса етәсәк. Көндөҙ – 8-13...

3 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры булды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры булды

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге айырым ҡаҙаныштары башҡа төбәктәр өсөн өлгө булырға тейеш. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова эш сәфәре менән Өфөлә булып ҡайтты. Заманса технологиялар кеше һаулығы һағында. Хәҙер ашығыс медицина ярҙамы бригадалары ошондай планшеттар...

2 декабря 2019
Яндекс.Метрика