Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Смотреть видео Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла

Йәй – төҙөлөштәр һәм биләмәләрҙе матурлыу мәле. Пандемия ваҡытында ла Өфөлә парктарҙы, скверҙарҙы реконструкциялайҙар. Башҡалала буласаҡ матур урындар тураһында киләһе сюжетта. 86 йәштә булыуына ҡармаҫтан Фауҡинур Шәрипова һәр йыл һайын йәшәгән йортоноң алдын матурлай. Үҙем көрәк тота алғансы,...

27 мая 2020
Смотреть видео Авариялар һаны кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Авариялар һаны кәмегән

Республикала авариялар һаны егерме процентҡа кәмегән. Берәүҙәр бындай һандарҙы үҙаллы изоляция, ә икенселәре иһә быйыл Башҡортостан юлдарында күпләп ҡуйылған фото һәм видеотеркәү камераһына бәйләй. Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Һуңғы өс...

27 мая 2020
Смотреть видео Инфекцион госпиталь сафҡа инә | ГТРК «Башкортостан»

Инфекцион госпиталь сафҡа инә

Күптәр быға ышанмай ине. Әммә был дөрөҫлөккә тап килде. Ике ай эсендә Өфө эргаһендә  яңы инфекцион госпиталь ҡалҡып сыҡты. Медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалды. 1 июнь дауахана тәүге  пациенттарын ҡабул итәсәк.  Апрель башында  ғына бында...

27 мая 2020
Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Яндекс.Метрика