Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Коронавирус кешеләрҙе генә түгел,  хайуандарҙы ла ҡатмарлы хәлдә ҡалдыра | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус кешеләрҙе генә түгел, хайуандарҙы ла ҡатмарлы хәлдә ҡалдыра

Өфөләге вольерҙарҙың береһендә көн итеүсе януттарға килеүселәр булмағас, хужаларға ҡуртымға алынған бина өсөн түләргә лә, йәнлектәргә ашамлыҡ алыу өсөн дә аҡса етмәй. Уларға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала. Гриша һәм Белый ҡушаматлы януттар бер-береһе менән сөкөрҙәшкән төҫлө. Уларға...

20 апреля 2020
Смотреть видео Үҙ аллы изоляцияны нисек файҙалы үткәрергә һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә? | ГТРК «Башкортостан»

Үҙ аллы изоляцияны нисек файҙалы үткәрергә һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә?

Күп кенә ғаиләләргә дүрт стена араһында бикле ҡалыу – ҙур һынау. Килеп тыуған хәлде нисек ыңғай ҡабул итергә? Венера Нуриәхмәтова өйҙә ултырып көнө буйы ижад менән шөғөлләнә. Быға тиклем ҡул эштәренә кистәрен генә тотона инем, ә хәҙер буш ваҡыт күп.  Өҫтәүенә, ижад күңелде тынысландыра, насар...

20 апреля 2020
Смотреть видео Коронавирус тураһында | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус тураһында

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әле Башҡортостанда вирусты йоҡтороусылар һаны 45-кә артып, 297 кешегә етте. 14 пациент һауыҡҡан, 12 кешенең ғүмере өҙөлгән.    

20 апреля 2020
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә Милли донор көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә Милли донор көнө билдәләнә

1832 йылдың 20 апрелендә илебеҙҙә беренсе тапҡыр бер кешенән икенсегә ҡан ебәрелә. Иҫтәлекле дата, тәү сиратта, донорҙарға – бөтөнләй таныш булмаған ауырыуҙарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ ҡанын тапшырған оло йөрәкле кешеләргә арнала. Башҡортостанда төп донорлыҡ үҙәге булып...

20 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостан полицияһы Салауат ҡалаһы янында, муйындарына машина тәгәрмәсе элеп, яланғас китеп барған ике ирҙе эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан полицияһы Салауат ҡалаһы янында, муйындарына машина тәгәрмәсе элеп, яланғас китеп барған ике ирҙе эҙләй

Йәйәүлеләр менән нимә булған? Был кейемдәр урындағы дизайнерҙарҙың яңы эше лә, пандемия осоронда махсус һаҡланыу саралары ла түгел. Шулай ҙа, Салауат ҡалаһы янында трассанан ошондай кейем кейеп барған ирҙәр күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Тәүҙә күптәр быны үҙенсәлекле флешмоб тип уйлаһалар ҙа, был...

17 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда милли кейемдәр тегеү ғәҙәти күренеш | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда милли кейемдәр тегеү ғәҙәти күренеш

Республикала йәшәгән оҫталар төрөл халыҡтарҙың костюмдарын замансалаштырып, көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн яраҡлаштыра. Алтын ҡуллы оҫталарҙың береһе Сәрүәр Аслаева менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә осрашты.

17 апреля 2020
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостанда “Милли кейемдэр көнө” | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостанда “Милли кейемдэр көнө”

Бер-нисә йыллыҡ тарихы булған байрамдың хәҙер шарттары ла үҙгәрә. Пандемия сәбәпле, милли костюм көнө онлайн режимда уҙасаҡ. 26 пунктҡа бүленгән сарала, мәҫәлән, уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән “башҡорт кейеме” онлайн дәресе ойошторла.  Төрлө халыҡтар костюмдарын кейеп төшкән фотоһүрәттәрҙе...

17 апреля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Башҡортостанда 29 меңгә яҡын кеше өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Башҡортостанда 29 меңгә яҡын кеше өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ

Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдерәләр. Өҫтәмә түләүҙәр Бөйк Ватан һуғышы ветерандары, тел хеҙмәткәрҙәренә, Һуғышта ҡатнашып һәләк, инвалид булғандарҙың ғаилә ағзаларына тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Башҡортостан үҙ ҡаҙнаһынаН...

17 апреля 2020
Смотреть видео Ә Башҡортостанда, коронавирусҡа бәйле бөтә тикшереүҙәр хәҙер урында үткәрелә | ГТРК «Башкортостан»

Ә Башҡортостанда, коронавирусҡа бәйле бөтә тикшереүҙәр хәҙер урында үткәрелә

Махсус лаборатория Стәрлетамаҡта эш башланы. Аҙна аҙағында иһә, ошондай уҡ үҙәк Белоретта асыла. Бөгөнгә төбәктә 25 мең самаһы анализ алынған. Сирлеләр - Өфөлә, Бәләбәй, Бөрө һәм Нефтекамала, Стәрлетамаҡтағы клиникаларҙа махсус дауаланыу курсында. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин иһә...

17 апреля 2020
Смотреть видео Башҡоростанда бөҙрәханалар менән оптика салондары ҡайтанан эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡоростанда бөҙрәханалар менән оптика салондары ҡайтанан эш башлай

Ошо туралағы Указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Коронаврус мәлендә яңынан асылған был салондарға айырым талаптар. Мәҫәлән, салондар клиенттарын алдан яҙылыу буйынса ғына ҡабул итергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта, залда оҫталар һәм клиенттар һанын алты кешенән артырырға ярамай. ...

17 апреля 2020
Яндекс.Метрика