Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт көйҙәренә өҙә баҫа бит | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт көйҙәренә өҙә баҫа бит

Беҙҙең телеканалдағы Онлайн хәбәрсе рубрикаһы телевизор ҡараусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Халыҡ хәбәрселәре үҙҙәренең ҡыҙыҡлы видеолары менән әүҙем  уртаҡлаша. Ошондай ҡыҙыҡлы видеоларҙың береһен ҡарағыҙ. Онлайн хәбәрсе рубрикаһы  авторы Ғәзиз Лоҡманов яңы тапшырыу әҙерләй. Ул кесаҙна “...

9 октября 2018
Смотреть видео Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһының быйылғы лауреаттары бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһының быйылғы лауреаттары бүләкләнде

Бөгөн башҡортостандағы иң абруйлы наградаларҙың береһе-республика хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһының быйылғы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. 100-шәр мең һумлыҡ аҡсалата бүләк өс кешегә тапшырылды. Хәбәрсебеҙ ғәлимйән Ибәтуллин беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.

9 октября 2018
Смотреть видео Башҡорт балы брендын донъяға нисек танытырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы брендын донъяға нисек танытырға?

Варатоз һәм башҡа төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан бал ҡорттарын нисек һаҡларға, башҡорт балы брендын донъяға нисек танытырға?  Ошо көндәрҙә Архангел районында уҙған умартасылар семинар-кәңәшмәһендә был хаҡта фекер алыштылар. Ишембай районы Смаҡай ауылынан килгән Илгиз Шәнгәрәев умартасылыҡ менән...

9 октября 2018
Смотреть видео Өфө аэропортына исем биреү өсөн тауыш биреү иғлан ителә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына исем биреү өсөн тауыш биреү иғлан ителә

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Өфө аэропортына исем биреү өсөн тауыш биреү иғлан итә.  Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты Салауат Юлаев, Сергей Довлатов, Мостай Кәрим, Рудольф Нуриев, Сергей Аксаковтың исемен алыуы мөмкин. Һорау алыуға 20 меңгә яҡын ирекмән йәлеп ителә. Тауыш биреү 15...

9 октября 2018
Смотреть видео Күләүектәр гиҙеп, бысраҡ ярып | ГТРК «Башкортостан»

Күләүектәр гиҙеп, бысраҡ ярып

 Уҡыусыларҙың белем тауына үрләү юлы шулай башлана. Республика ауылдарында юлдарҙың насар, йәки бөтөнләй булмауы һаман да көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Башҡа балалар кеүек Өфө районының Светлая ауылында йәшәүсе малай-ҡыҙҙар ҙур-ҙур күләүектәргә шатланмай. Көҙ етеү менән уларға ыҙаланып, мәктәпкә...

9 октября 2018
Смотреть видео Янғын һүндереү бүлектәренә махсус техника тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Янғын һүндереү бүлектәренә махсус техника тапшырылды

Бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы республиканың төрлө райондарының янғын һүндереү бүлектәренә махсус техника тапшырҙы. Йыл аҙағына тиклем район һәм ҡалаларға тағы ла алтмышҡа яҡын тағылмалы янғын һүндереү техникаһын тапшырыу ҡаралған.

9 октября 2018
Смотреть видео Көслө дауыл ағастарҙы ауҙарған | ГТРК «Башкортостан»

Көслө дауыл ағастарҙы ауҙарған

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн дә көслө ел сығыу ихтималлығы  тураһында иҫкәртә. Елдең тиҙлеге секундына 20-22 метрға етеүе ихтимал. Кисә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә Комаров һәм Калинин урамдарында кешеләр өҫтөнә ағас ауған. Ҡатын дауаханаға барыуҙан баш тартҡан, ә бына...

9 октября 2018
Смотреть видео Егет ниңә ҡыҙға ҡул күтәргән? | ГТРК «Башкортостан»

Егет ниңә ҡыҙға ҡул күтәргән?

Өфөлә күңел асыу комплекстарының береһендә егет һөйгән йәренең әхирәтен туҡмаған. Был хәлде видеокүҙәтеү камераһы яҙҙырып алған. Зыян күргән ҡыҙ һөйләүенсә, ул әхирәте менән кискеһен күңел асыу комплексына бара. Шул ваҡытта әхирәтенең элекке йөрөгән егете шылтыратып, үҙ-ара мөнәсәбәтен асыҡларға...

9 октября 2018
Смотреть видео Ҡулын юғалтһа ла, ул үҙ-үҙенә ышанысын юғалтмай | ГТРК «Башкортостан»

Ҡулын юғалтһа ла, ул үҙ-үҙенә ышанысын юғалтмай

Өфө егете Максим Майоров ҡаяға үрмәләү буйынса донъя чемпионатында яңы ғына еңеү яулап ҡайтты. Өҫтәүенә, спортсы мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән шөғөлләнә. Был кешеләргә ҡарап, мөмкинлектәре сикләнгән, тип әйтеүе лә ҡыйын, киреһенсә, ҡыйыулыҡтарына иҫ китеп, сикһеҙ мөмкинлектәрен күрәһең....

8 октября 2018
Смотреть видео Цифраны тоҡандыр акцияһына йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Цифраны тоҡандыр акцияһына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы РТРС менән берлектә Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында “Цифраны тоҡандыр” акцияһына йомғаҡ яһаны. Үрге Тәтешле ауылында урынлашҡан “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы хәҙер цифралы телевизорлы булды.  “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы РТРС компанияһы...

8 октября 2018
Яндекс.Метрика