Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йылайыр районы үҙәгендә яңы янғын һүндереү депоһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Йылайыр районы үҙәгендә яңы янғын һүндереү депоһы асылды

Ул Республиканың янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы сиктәрендә төҙөлә. Йылайыр был программаға иң беренселәрҙән индерелә. Сөнки райондағы элекке янғын һүндереү бинаһы үткән быуаттың 20-се йылдарында төҙөлгән. Башҡортостан хөкүмәте йыл аҙағына тиклем Баймаҡ һәм Белорет...

8 октября 2018
Смотреть видео Балтик флоты Кумертауҙа етештерелгән яңы вертолеттар менән тулыланды | ГТРК «Башкортостан»

Балтик флоты Кумертауҙа етештерелгән яңы вертолеттар менән тулыланды

Флотка һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы биш яңы Ка-27М вертолеты тапшырылды. Хәҙер Калининдград өлкәһенең флот аэродромы хеҙмәткәрҙәре вертолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса махсус эштәр башҡара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вертолеттарҙы яңыса ҡороу эшен «Рәсәй вертолеттары» холдингына ингән Күмертау авиация...

8 октября 2018
Смотреть видео Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителде

Мәғлүм булыуынса, Ирек Ялалов Федерация Советына һайланыуы сәбәпле был вазифаны бушатты.  Өфө мэры мотлаҡ Рәсәй гражданины булырға, Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларын, ил президенты һәм хөкүмәте ҡарарҙарын белергә тейеш. Хакимиәт башлығына дәғүәсенең 25 йәштән йәш, 65-тән оло булмауы шарт...

8 октября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда эсәр һыуға бәйле закон проектына үҙгәрештәр индереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эсәр һыуға бәйле закон проектына үҙгәрештәр индереләсәк

Таҙа һәм сифатлы һыу әле күп райондар өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Әйтәйек, Ауырғазы, Хәйбулла райондарында халыҡ ошо сәбәпле ыҙа сигә. Был хаҡта бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың аграр мәсьләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙалыныу комитеты ултырышында һүҙ барҙы.

8 октября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда киҫкен респираторлы вирус йоҡтороусылар һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда киҫкен респираторлы вирус йоҡтороусылар һаны арта

Республика буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, әлегә ул эпидемик сиккә етмәгән. Шул уҡ ваҡытта төбәктә ГРИПП-ҡа ҡаршы вакцинация башланды. Халыҡтың 15 проценттан ашыуы прививка алған. Вакцинация кампанмияһы буйынса ҡыҙыу линия ла ойошторолҡан. Һорауҙар менән 15...

8 октября 2018
Смотреть видео Тиҙ ярҙам машиналары яңыртыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тиҙ ярҙам машиналары яңыртыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ашығыс медицина ярҙамы автопаркын яңыртыу өсөн төбәк бюджетынан 482 миллион һум аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәлдә махсус транспорт яҡынса  70 процентҡа таушалған. Тиҙҙән район...

8 октября 2018
Смотреть видео Ҡағиҙәләр тулыһынса инҡар ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Ҡағиҙәләр тулыһынса инҡар ителгән

Туймазы районында аварияға осраған мотоцикл водителенең таныҡлығы булмаған. Был турала бөгөн республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр иттеләр.  Октябрьский-Туймазы юлында кисә 46 йәшлек ир Стелз мотоциклында фажиғәгә тарыны. Ул урында уҡ һәләк булған. Ике тәгәрмәсле...

8 октября 2018
Смотреть видео Республикала беренсе ҡар яуҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала беренсе ҡар яуҙы

Үткән ял көндәрендә Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында ҡар яуҙы. Был видео Әбйәлил районында төшөрөрлгән. Синоптиктар билдәләүенсә, был аҙна йылы буласаҡ. Урыны менән 16 градусҡаса етәсәк. Әммә ямғырҙар туҡтамаясаҡ.

8 октября 2018
Смотреть видео Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Сабир Йыһаншин баҡыйлыҡҡа күсте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Сабир Йыһаншин баҡыйлыҡҡа күсте

Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандиаты, 1971-1985 йылдарҙа  Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарған Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин баҡыйлыҡҡа күсте.  Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһында үтте.  28 августта Сабир...

5 октября 2018
Смотреть видео Уҡытыусылар көнө | ГТРК «Башкортостан»

Уҡытыусылар көнө

Уҡытыусылар көнө уңайынан Башҡортостан мөғәллимдәрен Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та ҡотланы. Ул Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы конкурсттары еңеүселәре һәм лауреаттары менән дә осрашып, уларға    иң изге теләктәрен еткерҙе. Йәш мөғәллимдәр менән аралашыу...

5 октября 2018
Яндекс.Метрика