Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан һайлауҙарға әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Бөгөн матбуғат конференцияһында төбәктең үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев шулай тип белдерҙе. 9 сентябрҙә Рәсәйҙең 40-лап төбәгендә һайлауҙар үтәсәк. Иртәгә бюллетендәрҙе һанау комплекстарын тағы ла бер  һынап, йәкшәмбе көнөнә әҙерләп ҡуясаҡтар. Һайлау барышын күҙәтеүселәр исемлеге...

7 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә “ВИЧ инфекцияһына тест”акцияһы бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “ВИЧ инфекцияһына тест”акцияһы бара

Теләгән һәр кеше аноним рәүештә бушлай иммунодефицит вирусына анализ тапшыра ала. ВИЧ инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны күпме? Дмитрий үҫмер сағынан спорт һөйөп үҫә, һаулығын да һәр ваҡыт тикшертеп йөрөй.  Ун дүрт йыл элек ул табиптарға анализ тапшырырға бара. Тап шул ваҡытта уның ВИЧ...

7 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә Башҡортостан менән Газпром араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Башҡортостан менән Газпром араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелә

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Газпром акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев менән осрашты. Илдең иң ҡеүәтле компанияһы менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә мөһим, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы. Был хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәһе иҡтисад үҫешенә һәм...

7 сентября 2018
Смотреть видео Буласаҡ депутаттар халыҡ менән эшләргә һәм халыҡ тауышын  ишетергә тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Буласаҡ депутаттар халыҡ менән эшләргә һәм халыҡ тауышын ишетергә тейеш

Был турала республика башлығы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе активы менән осрашыу барышында белдерҙе. Фирҡә ағзалары форумында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаты мандатына дәғүә итеүселәр башҡарылған эштәр тураһында  һөйләне. Бөгөн электоратты борсоған төп мәсьәләләр, тәү сиратта...

7 сентября 2018
Смотреть видео Өлкән йәштәгеләргә социаль ярҙам күрһәтеүгә бюджеттан 3 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Өлкән йәштәгеләргә социаль ярҙам күрһәтеүгә бюджеттан 3 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленәсәк

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары” тураһындағы ошондай төҙәтмәләр индерелде. Закон проекты бер тауыштар хупланды.

7 сентября 2018
Смотреть видео Бөгөн Хәйҙәр Вәлиев тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Хәйҙәр Вәлиев тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк

Хәйҙәр Вәлиев, әлбиттә, 9-сы сентябрь Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлек тураһында ла һөйләйәсәк. Эфир  киске сәғәт туғыҙҙа башлана һәм 30 минут дауам итәсәк.

5 сентября 2018
Смотреть видео Дәүләт Думаһы көҙгө сессиялағы тәүге ултырышына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Думаһы көҙгө сессиялағы тәүге ултырышына әҙерләнә

Ил парламентының Түбәнге палатаһында Башҡортостандан эшләгән вәкилдәр яңы закон проекттары тәҡдим итә.  Уларҙың береһе иҫерек килеш енәйәт ҡылыусыларҙы алкоголизмдан мәжбүри дауалау. Депутат Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, ҡануниәткә индереләсәк үҙгәрештәр күп ғаиләләрҙе эскелек һаҙлығынан...

5 сентября 2018
Смотреть видео Экспресс-тест | ГТРК «Башкортостан»

Экспресс-тест

Башҡортостан ВИЧ-инфекцияны асыҡлауға йүнәлтелгән экспресс-тест үткәреүгә арналған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Уның төп маҡсаты – халыҡҡа ВИЧ һәм СПИД тураһында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт биреү.  “ВИЧ-ҡа тест – Экспедиция” тип аталған акция барышында  һәр кем исем-шәрифен белдермәйенсә...

5 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә “Фән”проекты үтәлеше тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Фән”проекты үтәлеше тикшерелде

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең фәнни-технологик үҫеш стратегияһын бойомға ашырыусы проект офисы етәксеһе Таһир Аушев менән осрашты.  Әңгәмәлә һүҙ стратегияның төп ҡоралы -  “Фән” милли проектын Башҡортостанда үтәү бурыстары тураһында барҙы. Фәнни-технологик үҫеш стратегияһы...

5 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре   | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Оклахома штатында ҡаршылыҡ акциялары. Халыҡ полицияның кеше үлтергәндән һуң стресстан арыныу тураһындағы курстар үткәреүенә ҡаршы сыҡты.  Курстарҙы 2016 йылда ҡара тәнле кешене үлтергән һәм бының өсөн тейешле язаһын алмаған элекке полиция хеҙмәткәре алып барыуы активистарҙы шаҡ...

5 сентября 2018
Яндекс.Метрика