Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ғафури районында социаль магазин асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында социаль магазин асылды

Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында мохтаждарҙы бушлай кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тьәмин итеү маҡсатында социаль магазин асылды. Кибет 50-гә яҡын ғаиләгә ярҙам күрһәткән. Роза ... был кибеткә даими ярҙам күрһәтеүселәрҙең береһе. Үҙенсәлекле сауҙа нөктәһе эшләй башлағандан алып,...

6 февраля 2018
Башҡортостанда тәжрибә рәүешендә “Һаҡсыл хөкүмәт” проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тәжрибә рәүешендә “Һаҡсыл хөкүмәт” проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ

Ошо туралағы күрһәтмәлә әйтелеүенсә, барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволарҙа тиерлек һаҡсыллыҡ принциптары индерелә. Башҡортостандың ошо проектта ҡатнашыу мөмкинлектәре Республика башлығының “Росатом” корпорацияһы проекты етәксеһе Владимир Арженцов менән осрашыуында тикшерелгәйне. “Һаҡсыл хөкүмәт”...

6 февраля 2018
Смотреть видео Республика ҡаҙнаһының сығым өлөшө арта | ГТРК «Башкортостан»

Республика ҡаҙнаһының сығым өлөшө арта

Уның бер өлөшө юл  фондына, адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыуға, капиталь ремонтҡа, Өфөлә ер аҫты үткәүелен төҙөүгә йүнәлтелә. Был хаҡта бөгөн парламент президиумы ултырышында әйтелде. 

6 февраля 2018
Смотреть видео Төбәктәр үҫеше иғтибар үҙәгендә | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктәр үҫеше иғтибар үҙәгендә

Республика етәксеһе бөгөн эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалыла. Рөстәм Хәмитов райондың сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары эше менән танышты. 

6 февраля 2018
Смотреть видео “Салауат Юлаев” хоккей клубының ветерандары Тәтешле районында иптәштәрсә осрашыу үткәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

“Салауат Юлаев” хоккей клубының ветерандары Тәтешле районында иптәштәрсә осрашыу үткәрҙе

Юлаевсылар урындағы балалар һәм үҫмерҙәр хоккей лигаһы һәм райондың йыйылма командаһы менән уйнаны. Йәш спортсылар үҙҙәренең кумирҙары, легендар хоккейсылар Александр Семак, Руслан Нуртдинов, Дмитрий Холепа, Олег Брандин һәм башҡа билдәле спорстылар менән осрашты. Көслө алҡыштар, алсаҡ йөҙ, ихлас...

5 февраля 2018
Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл

Стәрлетамаҡта Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Күптәрҙе бит йырҙар осраштыра» исемле сәхнәләштерелгән тамаша үтте.  Билдәле шағир, ҡыйыу драматург ғүмерен һәм ижадын асыр өсөн режиссёр, Зиннур Сөләймәнов “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө һәм башҡорт драма театры...

5 февраля 2018
Генерал Шайморатовҡа Рәсәй геройы исемен биреүҙе һорап  сираттағы акция башланды | ГТРК «Башкортостан»

Генерал Шайморатовҡа Рәсәй геройы исемен биреүҙе һорап сираттағы акция башланды

Быға тиклем дә республикала йөҙ меңләп ҡултамға йыйылып Рәсәй оборона министрлығына ебәрелгәйне. Батырҙың тыуған яғында-Ҡырмыҫҡалы районында тарихи ғәҙеллекте тергеҙергә саҡыралар һәм Шайморатов генералдың һәләк булыуына 75 йыл үткәс, уға мотлаҡ герой исемен бирергә талап итәләр.   

5 февраля 2018
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Күгәрсен районында йәшәүсе Фәтҡуллиндар балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеп ярайһы ғына мул табыш ала башлаған.  Ҙур көс һәм аҡса талап иткән эшкә йүнселдәр былтыр ғына тотонған.Фәтҡуллиндар ғаиләһе 10 йылдан ашыу малсылыҡ, йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндән һуң үҙҙәрен яңы өлкәлә, балыҡ...

5 февраля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриәлә Рәсәй хәрби-һауа көстәренең СУ-25 самолеты бәреп төшөрөлгән биләмәне Рәсәй хәрбиҙәре утҡа тотҡан. Идлиб виләйәтендә “Джабхат ан-Нусра” төркөмөнән 30 террорсы юҡ ителгән. Киевта Грузияның экс-президенты, Одесса өлкәһенең элекке губернаторы Михаил Саакашвили яҡлылар митинҡа сыҡҡан. Улар...

5 февраля 2018
Янғындарҙы иҫкәртеү менән шөғөлләнгән иң әүҙем уҡыусыларға-ташламалар | ГТРК «Башкортостан»

Янғындарҙы иҫкәртеү менән шөғөлләнгән иң әүҙем уҡыусыларға-ташламалар

Янғындарҙы иҫкәртеү менән шөғөлләнгән иң әүҙем уҡыусыларға Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға ингәндә маҡсатлы юллама биреләсәк.  Ошо турала Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм уҡыу йорто килешкән. Уға ярашлы, Ирекмән йылында ирекмәндәрҙең дә ошондай...

5 февраля 2018
Яндекс.Метрика