Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова бөгөн “Рәсәй-Башҡортостан” каналы медиаүҙәгендә һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. Мотлаҡ имтихандар теҙмәһенә индерелгән рус теле һәм әҙәбиәте, математика, һайлап алынған фәндәр тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле һәм башҡалар. Башҡортостан уҡыусылары өсөн быйылғы һынауҙар...

12 июля 2018
Смотреть видео Республиканың үҫеш стратегияһын бойомға ашырыуҙың өҫтәмә саралары раҫланды | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың үҫеш стратегияһын бойомға ашырыуҙың өҫтәмә саралары раҫланды

Башҡортостан стратегия комитеты республиканың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын бойомға ашырыуҙың өҫтәмә сараларын раҫланы. Улар ошо уңайҙан төҙөлгән комплекслы планға нигеҙләнә. Хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдереүенсә, республиканың киләһе йыл бюджеты стратегия күҙаллауҙарына ярашлы...

12 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

НАТО ағзалары Македонияны альянсҡа инеү буйынса һөйләшеүҙәр башларға саҡырҙы. НАТО саммитында Америка президенты менән Германия канцлеры араһында бәхәс ҡупты. Дональд Трамп  газ һатып алған өсөн Ангела Меркельға ябырылды. НАТО бюджетына күпләп аҡса күсереү урынына Германия Рәсәйҙе байыта,...

12 июля 2018
Смотреть видео Йәш ғаиләләргә сертификат тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғаиләләргә сертификат тапшырылды

Иглин районында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырылды. Дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 5 миллион һум самаһы. «2020 йылға тиклемге осорҙа  Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» программаһы сиктәрендә сертификаттар 6 ғаиләгә тапшырылды....

12 июля 2018
Смотреть видео Уртаҡ диуар емерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Уртаҡ диуар емерелеүе ихтимал

Өфөләге күп фатирлы йорттарҙың береһендә йәшәгән кешеләр ғүмерҙәре өсөн хафалана. Уртаҡ диуарлы күрше йортто һүтә башлау менән улар үҙҙәрен ер тетрәү эпицентрында кеүек тоя. Бинаның төҙөк ҡалырына ышаныс аҙ, ти фатир хужалары. Урындағы халыҡ белдереүенсә, был ихатала төҙөлөш бер йыл элек башланған...

12 июля 2018
Смотреть видео Ҡан анализы нимә күрһәтә?  | ГТРК «Башкортостан»

Ҡан анализы нимә күрһәтә?

Рәсәйҙә водителдәрҙең иҫерек булыу-булмауын иҫбатлағанда ҡан анализы һөҙөмтәләрен иҫәпкә алырға рөхсәт ителә. Административ кодексҡа ошо турала төҙәтмәләр көсөнә инде. Бер литр ҡанда спирт миҡдары 3 грамдан артһа, водитель иҫерек тип табыла. Быға тиклем водитель махсус приборға өрә алмаҫлыҡ хәлдә...

12 июля 2018
Смотреть видео Өфөлә бер-нисә автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә бер-нисә автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлде

Черниковка биҫтәһенә юлланған Ваз ҡаршы юлға сығып Лада Грантаға  бәрелә. Һөҙөмтәлә, ул ҡаҡлығып Реноға барып һуғыла. Сит ил машинаһында ултырған ауырлы ҡатынды тулғаҡ тота һәм дауаханаға оҙатыла. Ваз водителе һәм пассажирына ла медицина ярҙамы күрһәтелә. Авария урынына янғын һүндереү машинаһы...

12 июля 2018
Смотреть видео Күгәрсен гөрләйҙер | ГТРК «Башкортостан»

Күгәрсен гөрләйҙер

Өфөлә йәшәүсе ир 54 йыл ғүмерен күгәрсен үрсетеүгә бағышлаған. Ҡоштар хаҡында ул барыһын да белә. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе Владимир МАКАРОВ һәр көнөн күгәрсендәрҙе тәрбиәләүҙән башлай. Был шөғөл генә түгел, ә минең йәшәү рәүешем, ти ул.Владимир Иван улы күгәрсен үрсетеү менән бала...

11 июля 2018
Смотреть видео Ҡабарҙы-Балҡарҙа Мостай Кәрим түбәһе барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Ҡабарҙы-Балҡарҙа Мостай Кәрим түбәһе барлыҡҡа килде

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында төп Кавказ һыртындағы Чегем тарлауығына Башҡортостан һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан альпинистар төркөмө күтәрелде. Улар исемһеҙ тауға башҡорт халыҡ шағиры, һуғыш ветераны һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим исемен бирҙе. Түбәнең бейеклеге – 3 мең 555 метр....

11 июля 2018
Смотреть видео Бөгөн донъяла йәшәүсе халыҡтар көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн донъяла йәшәүсе халыҡтар көнө билдәләнә

Берләшкән миләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2050 йылда ер шарында 8-11 миллиард кеше йәшәйәсәк. Ошо сәбәпле глобаль йылытыу  мәсьәләһе лә киҫкенләшәсәк, тип иҫкәртә белгестәр. Башҡортостанда әле 4 миллион 71 мең 181 кеше йәшәй. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда халыҡ 806...

11 июля 2018