Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде

 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм...

23 июня 2020
Штрафтарҙың яңы төрө | ГТРК «Башкортостан»

Штрафтарҙың яңы төрө

Башҡортостанда яңы штрафтар индереү тәҡдимен депутаттар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында тикшерергә ниәтләй. “Башҡортостан Республикаһының административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы” кодексына үҙгәрештәр индереп ҡаланы төҙөкләндереү өлкәһендә ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата өҫтәмә...

22 июня 2020
Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты

Быйылдан башлап 22 июнь, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға арналған берҙәм тынлыҡ минуты иғлан ителә. Ул ил буйынса бер  мәлдә – Мәскәү ваҡыты менән  - 12 сәғәт 15 минутта башлана. Фашист илбаҫарҙарының һөжүмен хәтергә алыу йәһәтенән ғәҙәттә бихисап мемориаль саралар...

22 июня 2020
Иҫерек водителдәрҙе иҫкәртеү | ГТРК «Башкортостан»

Иҫерек водителдәрҙе иҫкәртеү

Башҡортостан башлығы иҫерек водителдәрҙе асыҡлауҙың иҫкәртеү сараларын көсәйтергә өндәне. Был ҡарарҙы ул үткән аҙнала республикала теркәлгән ике аяныс фажиғә сәбәпле ҡабул итте. Бер нисә көн эсендә ике районда балаларҙы тапатыу осрағы – икеһендә дә руль артында иҫерек водитель арҡаһында – теркәлде...

22 июня 2020
Сиркәү, мәсеттәр ишектәрен аса | ГТРК «Башкортостан»

Сиркәү, мәсеттәр ишектәрен аса

Башҡортостанда 29 июндән ғибәҙәтханалар эш тәртибен асыҡ тәртиптә башлай ала. Республика башлығы белдереүенсә, конфессия лидерҙары  дини учреждениеларҙы әкренләп халыҡ өсөн асыу зарурлығы тураһындағы фекерен еткергән. Был ҡарар рәсми теркәлергә тейеш. Радий Хәбиров сиркәү, мәсеттәрҙе 29 июндән...

22 июня 2020
Хөкүмәт кәңәшмәһе офлайн | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәт кәңәшмәһе офлайн

Башҡортостан Хөкүмәтенең 29 июндәге сираттағы кәңәшмәһе офлайн тәртиптә үтәсәк. Был тәҡдим менән Радий Хәбиров сығыш яһаны. “Коронавирус инфекцияһына ҡағылышлы хәлгә ҡарап эш итербеҙ. Видеокәңәшмә бәйләнешенең киләһе дүшәмбе офлайн ойошторолоуы ихтимал, был һәммәһе өсөн дә уңайлы буласаҡ”, тип...

22 июня 2020
Ҡарасай-Черкесиянан ҡотлау сәләме | ГТРК «Башкортостан»

Ҡарасай-Черкесиянан ҡотлау сәләме

Коронавирус инфекцияһы менән көрәшергә ярҙамға Ҡарасай-Черкес республикаһына юлланған Башҡортостан табиптары хеҙмәттәштәренә һөнәри байрам уңайынан ҡотлау сәләмен тапшырҙы. Видеояҙмала улар хеҙмәттәштәренә ихтирам һәм һөнәренә тоғролоҡ тойғоһон белдереп, тиҙ арала яңынан осрашыуға өмөттәр бағлай...

22 июня 2020
Евроконтейнерҙар урынлаштырыла | ГТРК «Башкортостан»

Евроконтейнерҙар урынлаштырыла

19 июндә Өфөгә тәғәйен 450 евроконтейнерҙың беренсе өлгөләре килтерелде. Төбәк операторы яҡын киләсәктә башҡала мохтажлыҡтары өсөн 2749 контейнер алырға тейеш, шуларҙың 849-ы сүп-сарҙы айырып йыйырға иҫәпләнгән ҡаҡшамаҫ конструкциялы евроконтейнер. Яңы һатып алынған евроконтейнерҙар элеккеләре...

19 июня 2020
Совет майҙанындағыға алмашҡа яңы парковка | ГТРК «Башкортостан»

Совет майҙанындағыға алмашҡа яңы парковка

Билдәле майҙанда яңыртып ҡороу эштәре башланыу сәбәпле Өфөлә 1000 урынлыҡ автомобиль ҡуйыу урынын төҙөү саралары барлана. Башҡала хакимиәтенең “Башинформ” агентлығына биргән мәғлүмәте буйынса яңы объект Ленин, Октябрь революцияһы, Цюрупа һәм Пушкин урамдары киҫелешендә планлаштырыла. Йәйәү барып...

19 июня 2020
Башҡортостан “Хәтер” акцияһында | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан “Хәтер” акцияһында

Республиканың мәҙәниәт министрлығы белдереүенсә, 22 июндә Башҡортостан “Ҡайғы һәм хәтер” көнө уңайынан үткәрелгән “Бөйөк илдең бөйөк киноһы” акцияһында ҡатнаша. Был көндө башҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн “Мир” сауҙа һәм күңел асыҡ үҙәге парковкаһының өсөнсө ҡатында автокинотеатр эшләй. Күсмә залда...

19 июня 2020
Яндекс.Метрика