Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Почта урамындағы йортта йәшәүселәр хәҙер подъездарын үҙҙәренсә биҙәй. Берәүҙәр тәҙрә төптәренә гөлдәр сығарып ултыртһа, икенселәре төрлө картиналар элә. Ә иң мөһиме – подъезд стенаһының яңы төҫ алыуы, плитанан һалынған иҙән, тәҙрәләр һәм почта йәшниктәре.

Яңы ғына тамамланған ремонттан һуң хәҙер йорт эсен танырлыҡ та түгел, тип ҡыуана йәшәүселәр.Йорттағы подьезд 27 йыл буйы бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән. Стеналар аҡтарылып бөткән, электр сымдары эленеп тора ине, тип иҫләй урындағы халыҡ. Ике ҡатлы йорт подьездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына инә. Теүәл ике аҙна эсендә ремонт эштәре тамамланып урындағы халыҡҡа тапшырылды. Элек подьезға ремонт урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнелһә, хәҙер иһә республика

программаһына ингән ике ҡатлы йорт подъездарына 130 мең һум аҡса бүленә. Йорт эсенән тыш, уның тышҡы ишеге алыштырыла, урамда таҡта ҡойма һәм эскәмйә ҡуйыла.Ике ҡатлы йорттоң урамы ла күҙҙең яуын алып тора. Урындағы халыҡ йыл һайын бында йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр ултырта. Ҡырҙан балҡып торған йортҡа бындай йәшеллек тағы ла йәм өҫтәй.Йорттарҙан тыш, районда урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙа ла ремонт башҡарылған. Бында стеналар икенсе төҫкә буялған,  янғын сығыуын иҫкәрткән ҡорамалдар ҡуйылған, ишектәр яңыртылған.

Программа буйынса, Шишмә районында ғына 17 йорттоң 42 подъезы ипкә килтерелергә тейеш. Әле 10 йорттоң подьездарында ремонт эшләнелеп тапшырылған, тағы алты йортта эштәр тамамланып бара. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән Башҡортостанда  күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала әле 26 мең подъезд ремонтлауға мохтаж.  Ремонт  эштәре 1-се ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео 2020 йылда Башҡортостанда  күп фатирлы 829 йортто капиталь ремонтлау ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылда Башҡортостанда күп фатирлы 829 йортто капиталь ремонтлау ҡарала

Шуларҙан 75 йортта -  ике, ә туғыҙында өс төрлө эш, бөтәһе төҙөлөш-монтаж эштәренең 922 төрө башҡарыла. Ҡыйыҡты төҙөкләндереү элеккесә капиталь ремонт буйынса иң кәрәкле эш төрө булып ҡала. Муниципалитеттар, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы сиктәрендә ҡыҫҡа...

29 апреля 2020
Смотреть видео “Еңеү көнө” йыры беренсе тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны | ГТРК «Башкортостан»

“Еңеү көнө” йыры беренсе тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны

 Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты башланғысы менән ойошторолған марафонда Башҡортостан да ҡатнашты. Акцияның төп маҡсаты – төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына берләштереү. 9 май алдынан “Еңеү көнө” йырын Рәсәйҙең 14 төбәге үҙ...

29 апреля 2020
Смотреть видео Талпандар миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Талпандар миҙгеле башланды

 Бөжәктәр май, июндә бик әүҙем, ти белгестәр. Үҙизоляция булыуға ҡарамаҫтан, талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Люция Авдасева баҡса миҙгелен генә түгел, бәшмәк йыйыу миҙгелен дә аса.  Әммә урманға тәүге тапҡыр сығыу күңелһеҙ тамамлана. Ҡатынға талпан ҡаҙала. Талпанды ни тиклем...

29 апреля 2020
Смотреть видео Ил буйынса ял көндәре 11 майға тиклем оҙайтылды | ГТРК «Башкортостан»

Ил буйынса ял көндәре 11 майға тиклем оҙайтылды

Был турала Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән ойошторолған видеокәңәшмә алдынан билдәләне. Рәсәй Президенты мөрәжәғәтендә эпедимия таралыуының туҡтауын, шул уҡ ваҡытта хәлдең киҫкен булып ҡалыуы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауырыуҙың иң юғары нөктәһе үтелмәгән. Сир менән көрәштә иң көсөргәнешле...

29 апреля 2020
Смотреть видео Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә

Экологик өмәләр барышында һәр ҡала һәм районда ағастар ултыртыла. Был юлы өмәләрҙә ябай халаыҡ ҡатнашманы. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, йәш ағастарҙы урындағы торлаҡ-комумналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре ултыртҡан.  Үҫентеләр ҡаланың үҙәк урамы – Ленин проспектын биҙәйәсәк. Күмертауҙа иһә 120 ҡарағай...

28 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда лигрҙар тыуған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда лигрҙар тыуған

Арыҫлан менән юлбарыҫ көсөктәре Бәләбәйҙәге күсмә зоопаркта донъяға яңы килгән. Тик пандемия арҡаһында хайуандарҙың хәле мөшкөл. Уларҙы ашатыу өсөн ризыҡ етмәй. Шулай ҙа, йәнлектәргә кешеләр ярҙам итә. Был лигр көсөгөнөң ырылдауы әлегә бесәй балаһының мыяулағанын ғына хәтерләтә. Принцесса ҡушаматлы...

28 апреля 2020
Смотреть видео Быйылғы йәйҙең Рәсәйҙә һуңғы биш йылдағы иң эҫеһе булырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Быйылғы йәйҙең Рәсәйҙә һуңғы биш йылдағы иң эҫеһе булырға мөмкин

Был турала синоптиктар хәбәр итә.  Ил гидрометүҙәге етәксеһе Роман Вильфанд һүҙҙәренә ҡарағанда, климотологтар ошондай фекергә килгән. 2020-се йылдың йәйендә һауа температураһы ныҡ юғары торасаҡ. Был үҙгәрештәр атмосферала газдың парник хәленә килеүенә бәйле. Йәйге селәлләр глобаль йылыныуҙың...

28 апреля 2020
Смотреть видео Башҡорт телендә он-лайн диктантта ҡатнашыусылар һаны 306  мең кешегә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт телендә он-лайн диктантта ҡатнашыусылар һаны 306 мең кешегә яҡынлаша

Был турала сараны ойоштороу комитетына хәбәр итәләр. Сараның географияһы ла киңәйә. Быйыл, мәҫәлән,  Рәсәйҙең 18 субьекты менән донъяның 24 дәүләтенән яҙма эштәр алынған. Башҡорт телен үҫтереү һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ  Йосопова һөйләй.  

28 апреля 2020
Смотреть видео Волга буйы Федераль округына ҡараған төбәктәрҙә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды  | ГТРК «Башкортостан»

Волга буйы Федераль округына ҡараған төбәктәрҙә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды

Махсус акцияны Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле иғлан иткәйне. Марафон барышында легендар “Еңеү көнө” йыры округҡа ингән субьекттарҙың дәүләт телдәрендә яңғыраясаҡ. 25 апрель башланған сарала беренсе булып Мордовия сығыш яһаны. Тиҙҙән уға Башҡортостан да...

28 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостан сит илдәрҙә ҡалған граждандарын ҡайтара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан сит илдәрҙә ҡалған граждандарын ҡайтара

Халыҡ-ара рейстар туҡтатылыу сәбәпле, күп кенә ватандаштарыбыҙ ял иткән ерҙәрендә ҡалғайны. Өфө аэропортына, мәҫәлән, Һиндостандың Гоа штатынан махсус рейс килде. Был борттағы 162 пассажирҙың 37-һе тап беҙҙең республиканан. Улар әле Өфө янындағы обсерваторҙа. Самолетта шулай уҡ Татарстан,...

28 апреля 2020
Яндекс.Метрика