Башҡортостандан 196 мосолман хажға бара

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет етәксеһе Вячеслав Пятков хажды ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Өфөнән ғәрәп, рус, татар һәм башҡорт телдәрен белгән етәксе менән һәр береһе 49 кешенән торған дүрт төркөм юллана. «Төркиә һауа юлдары» самолеты Истанбулда күсеп ултырғандан һуң хажиҙарҙы Шарджға, ә унан автобус менән ғибәҙәт ҡылыу урынына алып бара. Осоштар 26, 28, 29, 31 июлдә күҙаллана. Рәсми хаж операторы юлламаһының уртаса хаҡы — 180 мең һум.

Фирманың генераль директоры Ислам Давыдов әйтеүенсә, Сәғүд Ғәрәбстанында өҫтәлгән хаҡҡа һалым индерелеүе, ҡунаҡ йыйымының 7,5  процентҡа артыуы сәбәпле 2019 йылда хаж уртаса 250 долларға ҡиммәтләнгән, ә яғыулыҡҡа хаҡтың күтәрелеүе арҡаһында трансфер ҡыйбатланған. Диндарҙар 20, 22, 23 һәм 25 августа әйләнеп ҡайтырға тейеш. Сәғүд Ғәрәбстанының Рәсәйгә быйылғы хаж өсөн бүлгән дөйөм квотаһы 20 мең 500 кеше. Шулай уҡ Рәсәйҙең хаж-миссияһы ғибәҙәт ҡылырға теләүселәрҙең артыуына бәйле биш мең кешегә өҫтәмә квота һораған. Хажды ойоштороу тарихында тәүге тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә юлланған мосолмандарға шәхси сертификаттар биреләсәк, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.    

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Белорет районында балыҡсы боҙ аҫтына китеп һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Белорет районында балыҡсы боҙ аҫтына китеп һәләк булған

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы  боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлағанда үтә лә уяу булырға саҡыра.  Белорет районының Инйәр ауылы янындағы быуала балыҡ тотоп ултырған 44 йәшлек ир боҙ аҫтына китеп  һәләк булған. Тәфтиш органдары ошо осраҡ буйынса тикшереү эшен башланы....

21 марта 2018
Смотреть видео Урамдарҙа йөрөгәндә һаҡ булығыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Урамдарҙа йөрөгәндә һаҡ булығыҙ

Күп ҡатлы йорттар башында һеҙҙе үлемесле боҙбармаҡтар һағалай.  Йыл һайын Рәсәйҙә ошо сәбәпле тиҫтәләгән кешенең ғүмере ҡыйыла. Әллә күпме автомобиль зыян күрә.  Күп осраҡта быға торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың ҡыйыҡтарҙы ваҡытында таҙартмауы сәбәпсе. Быйыл Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың...

21 марта 2018
Смотреть видео Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны | ГТРК «Башкортостан»

Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны

«Ломая барьеры» социаль технологиялар үҙәге мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың тормошонда әүҙем ҡатнаша. Әле улар насар күргән һәм бөтөнләй күрмәгән балалар өсөн бүләк әҙерләй. Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны. Һәр әйбергә ҡағылып уның формаһын күҙ алдына килтерә, уның...

20 марта 2018
Беҙҙең һайлау-беҙҙең еңеү | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең һайлау-беҙҙең еңеү

Өфөлә Спорт һарайы алдындағы майҙанда күләмле митинг-концерт үтте. Унда Лайт Эгейн, “Градусы” һәм тәүге составта легендар “Ҡаруанһарай” төркөмө сығыш яһаны.

20 марта 2018
Милли әҙиптәребеҙҙең тере шишмәләре ҡоромай | ГТРК «Башкортостан»

Милли әҙиптәребеҙҙең тере шишмәләре ҡоромай

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына арнап яттан шиғыр һөйләү бәйгеһен ойошторҙо. Унда тәүге тапҡыр уҡытыусылар менән бергә уҡыусылар ҙа ҡатнашты.Бындай саралар милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра,  ихтирам тәрбиәләй. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәре...

20 марта 2018
Смотреть видео  Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект

Межгорье ҡалаһында төҙөкләндерелгән универсаль спорт комплексы асылды. Унда бер көндә алты йөҙҙән ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә ала. Һәр сәләмәт тормош алып барыусыға бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Алексей Юрьевич мәктәп уҡыусыларына теннис уйнау нескәлектәренә өйрәтә. Хәҙер балалар уҡыуҙан һуң...

20 марта 2018
Смотреть видео «Умник» программаһында ҡатнашыусылар уңышы | ГТРК «Башкортостан»

«Умник» программаһында ҡатнашыусылар уңышы

Ашҡаҙан язваһына килтергән бактерияны йоҡтороу-йоҡтормау тураһындағы мәғлүмәттәҙе хәҙер 9 минут эсендә асыҡларға мөмкин. Экспресс-тест приборын Өфө дәүләт авиация техник университеты магистранты һәм уның хеҙмәттәштәре Рәсәйҙең “Умник” программаһы гранты аҡсаһына камиллаштыра. Әлегә тиклем...

20 марта 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә президенты Башар Асад үҙ автомобилендә Көнсығыш Гутаға барған. Гуманитар коридорҙар асыу менән меңләгән кеше һуғыш биләмәһенән сығып китергә тырыша. Асад хәрбиҙәр менән осрашып тоғро хеҙмәт өсөн уларға рәхмәт белдергән. “Убер” компанияһын водителһеҙ машинаһы 49 йәшлек ҡатынды төкәткән. Был...

20 марта 2018
Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙәк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙәк асылды

Бында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең коляскаларын, башҡа махсус ҡорамалдарын, автомобилдәрен ремонтлаясаҡтар. Ә инвалид балалар өсөн бындай ярҙам бушлай ойоштороласаҡ.

20 марта 2018
Республиканың ҙур йылғаларында боҙ март аҙаҡтарында китергә тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың ҙур йылғаларында боҙ март аҙаҡтарында китергә тейеш

Ҡар запасы һәм ундағы дым кимәле түбән булғанлыҡтан ҙут ташҡын көтөлмәй. Ташҡын 30-40 процентҡа түбән булыр, тип фаразлана. Шулай ҙа көндәр кинәт йылыта ҡалһа хәүеф һаҡлана, сөнки ер ғәҙәттәгенән нығыраҡ туңған.

20 марта 2018
Яндекс.Метрика