5 көнлөк лагерҙә үҙеңде күрһәтеп өлгөрөргә, һәләтеңде асырға

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында йыл һайын балалар һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәнә.Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә яратҡан Гөлмилә Исхаҡова махсус балсыҡтан һындарҙы беренсе тапҡыр әүәләй. Эргәлә тәжрибәле уҡытыусы өйрәтеп торғанда эш тә ырай. Гөлмилә Баймаҡ районынан. Ә Азалия Асҡындан килгән, уның өсөн дә был беренсе тәжрибә. Тәүҙә эт һынын әүәләргә ниәтләһә, өйҙә ҡалған бесәйен һағынып, яратҡан хайуанын эшләй ҡыҙ.

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында йыл һайын республика райондарынан һәм башҡа өлкәләрҙән килгән 11 йәштән 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар йәйге лагерҙа һынлы сәнғәт, скульптура, композиция серҙәренә төшөнә. 5 көн эсендә балалар үҙҙәренең һәләттәрен аса. Ижади лагерҙа шөғөлләнгән уҡыусылар киләсәктә тап ошо гимназияла уҡырға теләктәрен белдерә. Әле лагерға 70-тән ашыу бала йөрөй. Иртәнән кискә тиклем уларҙың көнө файҙалы үтә.

Лагерь уҡыусыларға гимназия менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирә. Ата-әсәнән йыраҡ йәшәй аламы, ғөмүмән, ижад өлкәһе менән тормошон бәйләргә теләйме – ошо һорауҙарға үҙҙәренә яуап таба ала. Уҡытыусылар иһә үҙ сиратында һәләтле балаларҙы асыҡлай.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Антисептиктың зарары бар | ГТРК «Башкортостан»

Антисептиктың зарары бар

Составында этанол булған антисептиктар етди ауырыуға килтереүе ихтимал. Был хаҡта Америка Ҡушма Штарттарының аҙыҡ-түлек һәм медикаменттарҙың сифатын санитар күҙәтеү идаралығы белгестәре хәбәр итә. Һуңғы ваҡытта антисептиктан ағыуланыу осраҡтары йышайған. Тирене зарарһыҙландырыу сараларына метанол...

19 минут 45 секунд назад
Ҡурай еләге мәле етте | ГТРК «Башкортостан»

Ҡурай еләге мәле етте

Балланып ҡурай еләге беште. Был үҫемлектең дауалау ҡөҙрәте халҡыбыҙҙа электән билдәле. Уның шифаһын белгән боронғолар еләген япрағы менән йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйғандар. Боронғо Грецияла уның бит-тән тиреһе өсөн файҙалы сифаттарын киң файҙаланғандар. Һутлы, яңы өҙөлгән ҡурай еләгендә файҙалы...

26 минут 42 секунды назад
Эҫе көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Эҫе көндәр көтөлә

Башҡортостанда бер нисә көн ғәҙәттәгенән тыш эҫе көтөлә. 7-9 июлдә һауа температураһы 35 градустан юғары күтәрелеүе ихтимал. 7 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, көслө ел сығыуы мөмкин. Гидрометеоүҙәктән алынған мәғлүмәттәр буйынса  8 июлдә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа...

35 минут 39 секунд назад
Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Яндекс.Метрика