5 көнлөк лагерҙә үҙеңде күрһәтеп өлгөрөргә, һәләтеңде асырға

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында йыл һайын балалар һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәнә.Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә яратҡан Гөлмилә Исхаҡова махсус балсыҡтан һындарҙы беренсе тапҡыр әүәләй. Эргәлә тәжрибәле уҡытыусы өйрәтеп торғанда эш тә ырай. Гөлмилә Баймаҡ районынан. Ә Азалия Асҡындан килгән, уның өсөн дә был беренсе тәжрибә. Тәүҙә эт һынын әүәләргә ниәтләһә, өйҙә ҡалған бесәйен һағынып, яратҡан хайуанын эшләй ҡыҙ.

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында йыл һайын республика райондарынан һәм башҡа өлкәләрҙән килгән 11 йәштән 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар йәйге лагерҙа һынлы сәнғәт, скульптура, композиция серҙәренә төшөнә. 5 көн эсендә балалар үҙҙәренең һәләттәрен аса. Ижади лагерҙа шөғөлләнгән уҡыусылар киләсәктә тап ошо гимназияла уҡырға теләктәрен белдерә. Әле лагерға 70-тән ашыу бала йөрөй. Иртәнән кискә тиклем уларҙың көнө файҙалы үтә.

Лагерь уҡыусыларға гимназия менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирә. Ата-әсәнән йыраҡ йәшәй аламы, ғөмүмән, ижад өлкәһе менән тормошон бәйләргә теләйме – ошо һорауҙарға үҙҙәренә яуап таба ала. Уҡытыусылар иһә үҙ сиратында һәләтле балаларҙы асыҡлай.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Яңы троллейбус көҙгә Өфө урамдарына сыға | ГТРК «Башкортостан»

Яңы троллейбус көҙгә Өфө урамдарына сыға

Киләһе көҙгә башҡала урамдарына Өфөлә төҙөлгән өр-яңы троллейбустың сығыуы көтөлә. Трамвай-троллейбус заводының етештереү күләмен арттырыу мәсьәләһе быйылғы беренсе инвестиция сәғәте ултырышында тикшерелде. Завод йылына 100 машина етештереүгә иҫәп тота. Әлегә тиклем троллейбус өсөн кузовтар партнер...

10 января 2020
Смотреть видео 2020 йылда беҙҙе ниҙәр көтә? | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылда беҙҙе ниҙәр көтә?

Яңы йыл киләсәккә оло өмөттәр, ышаныс биргән тылсымлы тантана. Яңы йылға ғына түгел, яңы мөсәлгә аяҡ баҫҡанда йондоҙҙар нимә вәғҙәләй. Көнсығыш календарен Ҡомаҡ, йәғни, сысҡан йылы асып ебәрә. Әлбиттә, риүәйәткә ярашлы, сысҡандың тәүге рәттә тороуы ғәҙел түгел, сөнки ул үгеҙҙең елкәһенән үрмәләп...

30 декабря 2019
Смотреть видео 2019 - беҙҙең коллектив өсөн иҫтәлекле йыл булды | ГТРК «Башкортостан»

2019 - беҙҙең коллектив өсөн иҫтәлекле йыл булды

Уҙып барған йылға йомғаҡ яһағанда, яратҡан тамашасыларыбыҙ менән үҙебеҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстар тураһында ла онотмайыҡ әле. Сөнки Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулды: - “60 йылға 60 караоке” проекты - телевидение тураһында 60 тарих, - “Алтын бишек” акцияһы... - Яңы проекттарҙан “Үҙ...

30 декабря 2019
Смотреть видео Мәҙәниәттәге йыл йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәҙәниәттәге йыл йомғаҡтары

Мәҙәни саралар аша ла тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Рәсәй төбәктәре башҡорттары Өфөлә концерттар менән сығыш яһаны, ә Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре башҡа төбәктәргә юлланды. Йыл башынан алып бөгөнгәсә төбәктәге мәҙәни ваҡиғаларға байҡау яһағанда шуны әйтер инем - был юҫыҡта йыл сағыу, күп...

30 декабря 2019
Смотреть видео 2019 йыл Башҡорт милләтенә яңы һулыш өрҙө | ГТРК «Башкортостан»

2019 йыл Башҡорт милләтенә яңы һулыш өрҙө

Башҡорт халҡының артабанғы үҫеш нөктәһе, берҙәмлеккә һәм уртаҡ маҡсатҡа йүнәлеш билдәләү йыйыны. Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайына Радий Хәбиров шундай баһа бирҙе. Башҡорт милләтле кешенең донъяла ҡабул ителгән образына үҙгәрештәр индерергә ваҡыт, тине республика етәксеһе....

30 декабря 2019
Смотреть видео 2019 йыл Башҡортостан мәғарифын Осошҡа этәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

2019 йыл Башҡортостан мәғарифын Осошҡа этәрҙе

Мәктәптәр уҡыусыларға белем генә түгел, тәрбиә лә биреүҙә ярышырға йөкләмә алды, Аша, уҡы, үҫ, тип балаларға бөтә шарттар тыуҙырҙы. Аҙнаның биш көнөн дәрестәргә арнап, ҡалған икеһен ялға бағышланы. Белем биреү тармағындағы яңылыҡтар былар менән генә сикләнмәне... Урта мәктәптәр уртаса түгел, ә...

30 декабря 2019
Смотреть видео Юл һәм транспорт тармағында 2019 йыл нимәләр менән иҫтә ҡалды? | ГТРК «Башкортостан»

Юл һәм транспорт тармағында 2019 йыл нимәләр менән иҫтә ҡалды?

1 йыл элек авариялар һанын кәметеү талабы ҡуйылғайны. Тағы ла йәмәғәт транспортында тәртип булдырыу, бөтә ауылдарҙы ҡаты түшәмле юл менән тоташтырыу, яңы күперҙәр һәм башҡа күләмле инфраструктура проекттары. 2019 йылда юл хужалығы өлкәһендә ҡуйылған маҡсаттар тап ошолай яңғырай ине. Ә бит уларҙың...

30 декабря 2019
Смотреть видео Медициналағы йыл йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Медициналағы йыл йомғаҡтары

Ә мин Башҡортостан өсөн 2019 йылды Медицина йылы тип билдәләр инем. Бөтә ил өсөн проблемалы тармаҡ төбәк реформаһын кисерҙе тип әйтергә була. Һөҙөмтә: табиптар һаны 660-ҡа артты, поликлиникаларҙа сират кәмене, тәүге тапҡыр онкология һәм ҡан тамырҙары сиренән үлем осраҡтары аҙайҙы. Санавиация – һәр...

30 декабря 2019
Смотреть видео 2019 – сүп-сар реформаһы йылы | ГТРК «Башкортостан»

2019 – сүп-сар реформаһы йылы

Хәҙер сүпте бер урынға йыйырға ярамай. Йылдың төп ҡағиҙәһе тиерлек бит был. Ҡала ихаталарында хатта контейнерҙар төрлө төҫлө. Быйылдан ауылда ла ҡалдыҡтарҙы яҡындағы сүплеккә ырғытмай, ә махсус полигондарға оҙатырға өйрәнде халыҡ. Илдә сүп-сар реформаһы башланды. Ҡырмыҫҡалы районының Сахай...

30 декабря 2019
Смотреть видео Ауыл хужалығы өсөн 2019 йыл йомғаҡтары уңышлы булды | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл хужалығы өсөн 2019 йыл йомғаҡтары уңышлы булды

Халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәгән Башҡортостан өсөн аграр тармаҡ айырыуса мөһим. Шуға ла Радий Хәбиров был тармаҡта яңы ынтылыш күрергә теләй. Күреп, тотоп булғанынан һеҙгә бер кәрзин күстәнәс итеп алып килдем әле. “Баҫыуҙан кәштәгә тиклем” тигән өндәмә емеше был. Бында үҙебеҙҙә етештерелгән...

30 декабря 2019
Яндекс.Метрика