Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә

Сәйәси партиялар был һайлауҙарға ниндәй ҡарашта, ни өсөн Башҡортостанда партиялар һаны кәмей. Башҡортостандың сәйәси аренаһы өсөн был осор иң ҡыҙыу мәл. Шаршау артында төп партияларҙан тыш “Үҫеш партияһы”, “Тыуған партия”, “Бөйөк Ватан партиһы” тигән ойошмалар ҙа бар. Үҙ составында ни бары 4  кеше генә булған “Социаль реформалар – тәбиғи байлыҡтар халыҡҡа” тигән партия ла бөгөн ижтимағи тормошҡа үҙ һулышын өрөргә ниәт тота. Тик исемдең күп ваҡыт есемгә тап килмәүе лә бар. Башҡортостан Парламенты спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, байтаҡ сәйәси партиялар менән һайлау алдында ғына танышырға мөмкин. Башҡортостан парламентындағы осрашыуға саҡырылған 43  фирҡә вәкилдәрен бөгөн бер генә мәсьәлә борсой. Ул һайлау кампанияһын финанслауҙан тыш, нисек халыҡ ышанысын яулау.Хәбәрсе. Электорат бөгөн эшләгәндәргә генә тауышын бирәсәк. Фирҡәләр быны яҡшы аңлай. Быйылғы һайлауҙарҙа ҡатнашырға теләгән партиялар ни өсөндөр муниципаль кимәлгә иғтибар итмәй. Төп маҡсат – Башҡортостан башлығы вазифаһы. Осрашыуҙа был турала айырым әйтелде.  Шулай ҙа урындағы үҙ идара органдарының вәкәләттәре, тимәк, депутаттарҙың мөмкинлегенең юғары булыуын аңларға кәрәк. Шулай ҙа Башҡортостандағы бер-нисә сәйәси фирҡә составында 4, 7, 10, 12 кеше генә бар. Уларҙың тауышы ишетелһен өсөн айырым идея кәрәк.  Башҡортостанда парламентта булмаған партиялар өсөн быйылғы йәй тынғыһыҙ буласаҡ. Эш хәҙер мәҙәктә түгел, ә һөҙөмтәлә сағылырға тейеш. Йомғаҡтар һәм тәүге уңыштар кандидаттарҙы теркәүҙән үк билдәләнә. Ә сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһенән һуң Башҡортостандағы сәйәси фирҡәләрҙең һаны тағы ла кәмеүе ихтимал.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ел мунсаның ҡыйығын алып ырғытҡан | ГТРК «Башкортостан»

Ел мунсаның ҡыйығын алып ырғытҡан

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә һәм Нагаево ауылында ла тәбиғәт үҙ холҡон күрһәткән. Бер-нисә минут дауамында эре боҙборсаҡтар яуған. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер йорттарҙың һәм урамда ҡалған машиналарҙың тәҙрәләре ватылған. Баҡсалағы йәшелсә-емеш тә зыян күргән. Борсаҡ ҡатыш ямғыр яуғандан һуң, ауылда дауыл...

7 августа 2018
Смотреть видео Башҡорт шағирҙарының ижадын мәңгеләштереп | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт шағирҙарының ижадын мәңгеләштереп

Ауырғазы районында йәшәүсе оҫтабикә билдәле яҡташтарының шиғырҙарын туҡымаға сигеп халыҡҡа танытыу юлын тапҡан. Шағир түгел, әммә ижадсы. Гөлфиә Ханнанова башҡорт шиғриәтен мәңгеләштереүҙе һынлы сәнғәт аша башҡара. Бүләк өсөн башҡарылған ижад емешенең яратҡан шөғөлгә әйләнеп киткәнен һөйөнөп һөйләй...

6 августа 2018
Смотреть видео Бер йәшәргә тыуҙым | ГТРК «Башкортостан»

Бер йәшәргә тыуҙым

Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағир Ирек Кинйәбулатовтың 80 йыллығына уның «Бер йәшәргә тыуҙым» исемле китабы донъя күрҙе. Китапҡа шағирҙың быға тиклем баҫылмаған шиғырҙары ингән. Улар араһында тыуған еребеҙгә, республикабыҙға, кешенең донъялағы урынына арналған уйланыуҙарға бағышланған әҫәрҙәр...

6 августа 2018
Смотреть видео Башҡортостандан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө Мәккәгә юлланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө Мәккәгә юлланды

Ислам дине нигеҙен тәшкил иткән биш ғәмәлдең береһен башҡарырға быйыл республиканан 1 меңү алты йөҙ  мосолман теләк белдергән. Бөгөн төнөн 49 кешенән торған төркөм юлға сыҡты. Өфө ҡалаһының Туҡай урамындағы беренсе йәмиғ мәсете- мосолмандар изге сәфәр алдынан  йыйылыу урыны. Уларҙың...

6 августа 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү өлкәһендәге бер ҡалала кәмә моторҙарын ремонтлау сервисы һәм мотоциклдар һатыу салоны янып киткән. 700 квадрат метрҙа утты һүндереүҙә 64 кеше, 19 берәмек техника ҡатнашҡан. Сочи ҡалаһында полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре йылға ағыҙып алып киткән 4 йәшлек ҡыҙҙы эҙләй. Уның әсәһе икенсе...

6 августа 2018
Смотреть видео Республиканың көньяғында янғын сығыу хәүефе арта | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың көньяғында янғын сығыу хәүефе арта

Бөгөндән 8-се августҡа тиклем республиканың көньяғында янғын сығыу хәүефе арта.  Әлегә Бөрйән урмансылығы биләмәһендә бер ут сығыу осрағы теркәлгән. Ут 3 гектар самаһы майҙанды ялмап алған. Урында 10 берәмек махсус техника һәм ике тиҫтәгә яҡын янғын һүндереүсе эшләй. Янғын сығыу сәбәптәре...

6 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә ҡышҡылыҡҡа етди әҙерлек бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҡышҡылыҡҡа етди әҙерлек бара

Быйыл апрель айында Пархоменко урамы юлы машиналар өсөн яртылаш ябылып, унда ремонт эштәре башланғайны. Эшселәр төп канализация-насос станцияһынан сыҡҡан  торбаларҙы алыштырыуға тотондо. Тимер торбалар 1987-се йылда һалынған. Яңылары полиэтилен материалдан. Ҡаланың канализация торбалары...

6 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә бөгөн кисәге ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә бөгөн кисәге ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

Ярты сәғәт эсендә тиерлек башҡала урамдарын һыу баҫты. Айырым урындарҙа хатта автомобиль хәрәкәте лә туҡтаны. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер биналарҙы ла һыу баҫҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы кешеләр эвакуацияланманы, йәрәхәтләнеүселәр юҡ, тип хәбәр итә. Йәшәйеште тәьмин итеү объекттарында...

6 августа 2018
Смотреть видео Красноярск крайында бөгөн матәм көнө | ГТРК «Башкортостан»

Красноярск крайында бөгөн матәм көнө

Авиафажиғәлә 18 кеше һәләк булды.  Улар араһында Башҡортостандан 7 ватандашыбыҙ бар. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға төрлө яҡлап ярҙам итергә ҡушты.  Башҡортостандан Себергә йөрөп эшләүселәр менән...

6 августа 2018
Смотреть видео Ағиҙел йылғаһы аша тағы ла бер күпергә емерелеү хәүефе янай | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел йылғаһы аша тағы ла бер күпергә емерелеү хәүефе янай

Был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы Өфө-Белорет-Магнитогорск трассаһында. Күперҙең ҡап уртаһында үтәнән-үтә тишек барлыҡҡа килгән. Унда асфальт менән бергә бетон япмаһы ла ҡубып төшкән. Ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янаһа ла, урындағы халыҡҡа ауыл менән ҡаланы бәйләүсе берҙән-бер юл аша йөрөргә тура килә....

3 августа 2018
Яндекс.Метрика