Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә

Сәйәси партиялар был һайлауҙарға ниндәй ҡарашта, ни өсөн Башҡортостанда партиялар һаны кәмей. Башҡортостандың сәйәси аренаһы өсөн был осор иң ҡыҙыу мәл. Шаршау артында төп партияларҙан тыш “Үҫеш партияһы”, “Тыуған партия”, “Бөйөк Ватан партиһы” тигән ойошмалар ҙа бар. Үҙ составында ни бары 4  кеше генә булған “Социаль реформалар – тәбиғи байлыҡтар халыҡҡа” тигән партия ла бөгөн ижтимағи тормошҡа үҙ һулышын өрөргә ниәт тота. Тик исемдең күп ваҡыт есемгә тап килмәүе лә бар. Башҡортостан Парламенты спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, байтаҡ сәйәси партиялар менән һайлау алдында ғына танышырға мөмкин. Башҡортостан парламентындағы осрашыуға саҡырылған 43  фирҡә вәкилдәрен бөгөн бер генә мәсьәлә борсой. Ул һайлау кампанияһын финанслауҙан тыш, нисек халыҡ ышанысын яулау.Хәбәрсе. Электорат бөгөн эшләгәндәргә генә тауышын бирәсәк. Фирҡәләр быны яҡшы аңлай. Быйылғы һайлауҙарҙа ҡатнашырға теләгән партиялар ни өсөндөр муниципаль кимәлгә иғтибар итмәй. Төп маҡсат – Башҡортостан башлығы вазифаһы. Осрашыуҙа был турала айырым әйтелде.  Шулай ҙа урындағы үҙ идара органдарының вәкәләттәре, тимәк, депутаттарҙың мөмкинлегенең юғары булыуын аңларға кәрәк. Шулай ҙа Башҡортостандағы бер-нисә сәйәси фирҡә составында 4, 7, 10, 12 кеше генә бар. Уларҙың тауышы ишетелһен өсөн айырым идея кәрәк.  Башҡортостанда парламентта булмаған партиялар өсөн быйылғы йәй тынғыһыҙ буласаҡ. Эш хәҙер мәҙәктә түгел, ә һөҙөмтәлә сағылырға тейеш. Йомғаҡтар һәм тәүге уңыштар кандидаттарҙы теркәүҙән үк билдәләнә. Ә сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһенән һуң Башҡортостандағы сәйәси фирҡәләрҙең һаны тағы ла кәмеүе ихтимал.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә

Көндәр йылы тороу арҡаһында уңыш быйыл мул, ти улар. Благовещен районы Ошмянка ауылынан  Алтынбаевтар өсөн умартасылыҡ быуындан-быуынға тапшырылып килгән шөғөл. Альберт Михайлович бәләкәйҙән үк атаһынан күреп умарта ҡарарға өйрәнгән. Хужалыҡтағы 70 умартаны хужаға улдары тәрбиәләшергә ярҙам...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты

21 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған. Республика етәксеһе әйтеүенсә, пневмониянан өҙлөгөү сәбәпле үлем осраҡтарын кәметеү өсөн ошондай ҡәтғи ҡарарға киленгән. Артабан да оло быуынды ошо хәүефле инфекциянан һаҡлау өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар күреләсәк. Республика өлкән йәштәгеләрҙә иммунитет...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда

Амур өлкәһендә, Ҡарасәй-Черкесия республикаһында, әле улар Ҡырҡыҙстанда. Бер аҙна элек Рәсәйҙән 50 медицина белгесе Ҡырғыҙ республикаһына йүнәлтелә. Ҡыҙыл зонала мотлаҡ махсус костюмда. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын табиптар ошондай өҫ кейемендә көн дауамында йөрөргә күнегеп бөткән. Һәр пациент күҙ...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай

Хаҡ мосолмандар пандемия шарттарында иң изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға әҙерләнә. Коронавирус таралыу сәбәпле халыҡҡа мәсеттәргә бармайынса, байрамды ғаилә менән өйҙә билдәләргә кәңәш ителә.  Был талап беҙҙең төбәктә генә түгел бар донъяла ҡабул ителгән. Исламдағы күркәм...

30 июля 2020
Смотреть видео Ҡолонсаҡлы ғаилә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡолонсаҡлы ғаилә

Өфө районында йәшәгән ғаиләләрҙең береһе ғәҙәти булмаған ярҙамға мохтаж. Мысырғәлиндарҙы йылҡы аҫрау нескәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Бирәм тигән ҡолона, сығарым ҡуйған юлына. Марсель һәм Камилла уртаҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын яҙмыш бүләгеләй күрә. Был ҡолонсаҡҡа улар Алекс ҡушаматы биргән....

29 июля 2020
Смотреть видео Роботлаштырылған экзоскелет | ГТРК «Башкортостан»

Роботлаштырылған экзоскелет

Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләр өсөн роботлаштырылған экзоскелет ҡулланыла башланы. Ике автоматлаштырылған аппарат Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 17-се дауахана пациенттары өсөн һатып алынған.  Махсус робот пациенттың аяҡтарын үҙ-аллы атлата...

29 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды

Йыл башынан башҡалала велосипедсылар ҡатнашлығында 34 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 35 кеше, шул иҫәптән, 15 бала йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, велосипедсылар йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уларға...

29 июля 2020
Смотреть видео Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта

Үлемесле аварияларҙа кешеләр күпләп һәләк булыуы борсоға һала. 22 июндән алып барылған иҫәп буйынса республика юлдарында 1 мең 685 водитель иҫерек хәлдә руль артында туҡтатылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алдында юлдарҙа водителдәрҙе тикшереү бурысын...

29 июля 2020
Смотреть видео Файҙалы туңдырма | ГТРК «Башкортостан»

Файҙалы туңдырма

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә ҡушылған үҙенсәлекле туңдырма уйлап сығарғандар. Уны тәмләп ҡарарға төрлө кафе, кибет, ресторан вәкилдәре килде. Киләсәктә туңдырма һатыуға ла сығыр тигән өмөт бар. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушылып эшләнелгән ике төрлө туңдырма әҙер. Әммә...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Ҡотҡарыусылар батыусылар тағы ла артыр тип фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ - 23-28 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Кесаҙна ла ...

29 июля 2020