“Башҡортостан лидерҙары” проектын ғәмәлгә ашырыу башланды

 Был хаҡта интернеттағы сәхифәһендә Радий Хәбиров иғлан итте. Бер тәүлектә генә 12 меңдән ашыу кеше сәхифәне ҡарап сыҡҡан һәм 2 мең ярым кеше теркәлгән, 1 меңдән ашыуы конкурста ҡатнашырға теләк белдереп, анкета тултырған. Тәүге көндә үк ошо хәтлем кешенең ҡатнашырға теләк белдереүе көтөлмәгән ине, тимәк, конкурс көсөргәнешле буласаҡ, тип белдерҙе проект кураторы Татьяна Саенко. Татьяна Игоревна үҙе лә ошондай оҡшаш федераль кимәлдәге “Рәсәй лидерҙары” конкурсында ҡатнашып, ярымфиналға үткәйне һәм  Стәрлетамаҡ ҡалаһында 15 йыл эшләгән белгесте республика башлығы Аппаратының кадрҙар бүлегенә эшкә саҡыралар. Хәҙер иһә ул “Башҡортостан лидерҙары” проекты эшен алып бара. Проекттың төп маҡсаты – һәләтле кандидаттарҙы ғәҙел һайлап алыу. Конкурста 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр ҙә, шулай уҡ 45 йәшкә тиклем етәкселәр ҙә ҡатнаша ала. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 100 ҡатнашыусы һайлана һәм яңы кадрҙар резервы булдырыла. Еңеү яулаусыларға тәжрибәле остаздар менән эшләргә мөмкинлек бар. Остаздар иһә республиканың билдәле кешеләре — бизнесмендар, ойошма етәкселәре, министрҙар. 1-се команда финалы сентябрь айында тамамланасаҡ һәм еңеүселәргә хөкүмәт органдары һәм йәмәғәт советтарында эш тәҡдим ителәсәк.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика