Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл итәсәк.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Забайкалье крайында сыҡҡан янғындар тәү сиратта көндәрҙең ҡапыл йылытыуына һәм ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле, тип белдерҙе. Ут бер-нисә ауылды юҡ итте, йөҙләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  Әммә урындағы халыҡ  ауылдарҙы тергеҙергә иҫәп тота.
  • Астрахань өлкәһендә урынлашҡан Ашулук полигонында күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплексы уңышлы һынау үткән. Ул шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡҡан. Һауа һөжүменән һаҡланыу бүлексәләре 20  осоп килгән 20 ракетаны асыҡлап юҡ иткән.
  • Калифорнияның Хантингтон-парк ҡалаһында Робокоп роботы тәртип һағына баҫҡан. Ул енәйәтсене юҡ итә лә, штраф һала ла белмәй. Робот хәрәкәт итеп тирә яғын видеоға төшөрә һәм кадрҙарҙы шунда уҡ полиция бүлегенә ебәрә. Робокоптың Твиттерҙа үҙ сәхифәһе лә бар.
Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта

Әле грипҡа ҡаршы прививка яһау дауам итә. Туғыҙ йөҙ меңдән ашыу кеше  киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылдың февраль,  март айҙарында киҙеүҙең ныҡлап таралыуы  көтөлә. Санитар табиптар фаразлауынса, республика...

14 ноября 2018
Смотреть видео Һыуыҡтар етте, ә торбалар йылытылмай | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡтар етте, ә торбалар йылытылмай

Ауырғаҙы районының Сыуаш-Ҡарамалы ауылы мәктәбендә балалар дәрестәрҙә өҫкө кейем кейеп ултырырға мәжбүр. Һыуыҡтар етте, ә торбалар йылытылмай. Райондың газ хеҙмәте иҫке йылытыу ҡаҙанлыҡтарын  тикшергән һәм уларҙы ҡулланырға яраҡһыҙ тип тапҡан. Берҙәм мәктәп формаһы урынына йылы курткалар....

14 ноября 2018
Смотреть видео Туймазы ҡалаһында коммуналь авария | ГТРК «Башкортостан»

Туймазы ҡалаһында коммуналь авария

Бөгөн иртән Комаров урамында эҫе һыу торбаһы тишелде. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәпле  йөҙләгән кеше эҫе һыуһыҙ тороп ҡалған.  5 ҡатлы туғыҙ йорт һәм бер мәктәпкә һыу биреү туҡтатылған.  Торба тишелеү сәбәптәре әлегә асыҡланмаған.

14 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда милли сәйәсәткә бәйле программа Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда милли сәйәсәткә бәйле программа Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды

Башҡортостанда ҡабул ителгән һәм милли сәйәсәткә бәйле программа Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды. Дәүләт кимәлендәге был документ республикала йәшәүсе барлыҡ милләт вәкилдәренең ғөрөф-ғәҙәттәре, милли йолалары һәм диндәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Был турала бөгөн Өфөлә Рәсәй субъекттарында дәүләт милли...

13 ноября 2018
Смотреть видео Табиптар хатаһы күреү бәхетенән мәхрүм итә | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар хатаһы күреү бәхетенән мәхрүм итә

Өфөлә табиптар  дөрөҫ диагноз ҡуймау сәбәпле Андрей Кузнецовтың һулаҡай күҙе күреү һәләтен юғалта. Хәҙер 33 йәшлек спортсы тәфтиш комитетына мөрөжәғәт итергә йыйына.  Хәбәрсе. 2000-се йылдар башында хоккей буйынса Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаған спортсы табиптарҙың...

13 ноября 2018
Смотреть видео Бынан ары республикала һалҡын көндәрҙә асфальт түшәү ҡәтғи тыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Бынан ары республикала һалҡын көндәрҙә асфальт түшәү ҡәтғи тыйыла

Интернет селтәрендә  ҡар ҡаплаған юлға асфальт түшәүсе юлсылар тураһында бик күп видео табырға мөмкин. Ябай халыҡтың  быға ризаһыҙлыҡ белдереп әсе комментарийҙар ҡалдырыуы ла аңлашыла. Республика етәксеһе тәҡдиме менән 20 ноябрҙән Башҡортостанда  дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль...

13 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәйҙә сүп-сарҙы мотлаҡ сорттарға бүлеү талабы ғәмәлгә инә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә сүп-сарҙы мотлаҡ сорттарға бүлеү талабы ғәмәлгә инә

Рәсәйҙә 2019 йылдан бөтә сүп-сарҙы мотлаҡ сорттарға бүлеү һәм ҡабаттан эшкәртеү талабы ғәмәлгә инә. Был йәһәттән республикала төбәк операторы ла һайлап алынды. Тик был өлкәлә йылдар буйына дауам иткән мәсьәләләр әле лә хәл ителмәй ҡала. Көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу пункттары етмәү иң төп...

13 ноября 2018
Смотреть видео Кем алдай уҡытыусымы әллә ҡыҙҙармы? | ГТРК «Башкортостан»

Кем алдай уҡытыусымы әллә ҡыҙҙармы?

Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжының элекке 62 йәшлек уҡытыусыһы Рәмил Хайрльвариндан зыян күргән ике ҡыҙ  полиграфта тикшереү үтте. Элек ошо уҡыу йортонда белем алған ҡыҙҙар Рәмил Хәйерльваринды бәйләнеүҙә ғәйепләй. Быға тиклем әлеге ваҡытта белем алған тағы ла ике...

13 ноября 2018
Смотреть видео Республиканың башҡалаһында төндә урамдарҙы яҡтыртыу графигы үҙгәртелә | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың башҡалаһында төндә урамдарҙы яҡтыртыу графигы үҙгәртелә

Бөгөн ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин төнөн уттар тик дүрт сәғәткә генә һүндереләсәк, тип белдерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Башҡортостанда  төнөн урамдарҙың уртаса яҡтылығы 67 процент самаһы.  Башҡаланың Калинин районындағы Байкал урамында йәшәүселәр ҙә ҡараңғылыҡҡа...

13 ноября 2018
Смотреть видео Бөгөн Өфө янында етди авария теркәлде | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфө янында етди авария теркәлде

Һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй. Йәрәхәтләнеүселәр бар. Ғәҙәттән тыш хәл урынына тиҙ ярҙам машиналары саҡыртылған.  Дим биҫтәһе-Затон юлында бер юлы дүрт машина һәм автобус бәрелешкән. Юл ҡапланыу сәбәпле ҙур тығындар барлыҡҡа килгән. Авария сәбәбе әлегә билдәле түгел.

13 ноября 2018
Яндекс.Метрика