Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл итәсәк.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Забайкалье крайында сыҡҡан янғындар тәү сиратта көндәрҙең ҡапыл йылытыуына һәм ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле, тип белдерҙе. Ут бер-нисә ауылды юҡ итте, йөҙләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  Әммә урындағы халыҡ  ауылдарҙы тергеҙергә иҫәп тота.
  • Астрахань өлкәһендә урынлашҡан Ашулук полигонында күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплексы уңышлы һынау үткән. Ул шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡҡан. Һауа һөжүменән һаҡланыу бүлексәләре 20  осоп килгән 20 ракетаны асыҡлап юҡ иткән.
  • Калифорнияның Хантингтон-парк ҡалаһында Робокоп роботы тәртип һағына баҫҡан. Ул енәйәтсене юҡ итә лә, штраф һала ла белмәй. Робот хәрәкәт итеп тирә яғын видеоға төшөрә һәм кадрҙарҙы шунда уҡ полиция бүлегенә ебәрә. Робокоптың Твиттерҙа үҙ сәхифәһе лә бар.
Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Был йорттоң ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Был йорттоң ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ

Изгелек өләшеү, ихлас аралашыу, ғибәҙәт ҡылыу өсөн. Мәсет халыҡты берләштереп кенә ҡалмай. Ул  әхләҡ ҡағиҙәләрен нығытып ауылға ҡот бирә.     Күңелдәге изгелеген башҡаларға өләшер мәле еткәнде Манфәс хәҙрәт кинәт аңлай. Ҡәҙимгесә тормош, эш, ғаилә, мөлкәт менән мәшғүл ир...

8 августа 2018
Смотреть видео Умартасылар кәмей | ГТРК «Башкортостан»

Умартасылар кәмей

Архангел районы Үрге Ләмәҙ ауылы умартасыларын башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының юҡҡа сығыуы борсой. Ике йыл элек ауылда 17 кеше умарта тотһа, әле улар һаны дүртәүгә генә ҡалған. Башҡа умарталыҡтар тар-мар ителгән. Бының сәбәбе  - ситтән килтерелгән карпат тоҡомло бал ҡорттары, тип һанай ауыл...

8 августа 2018
Смотреть видео Күпер буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Күпер буласаҡ

Беҙҙең сюжеттан һуң Стәрлетамаҡта Ағиҙел аша күперҙе  төҙөкләндереү тураһында мәғлүм булды.  Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала бюджеты ремонт өсөн аҡса бүлгән. Бынан тыш, күперҙе реконструкциялау проекты әҙерләнә. Был күперҙең...

8 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә балалар күләүектә һыу ингән | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә балалар күләүектә һыу ингән

Кисә Интернационал урамы 21-се йорт эргәһендә  ямғыр яуғандан һуң ҙур гөрләүек барлыҡҡа килгән. Ошо йылға булып аҡҡан бысраҡ һыуҙа бер төркөм балаларҙың ятып аунағанын шаһиттар видеоға төшөрөп, интернетҡа һалған. Уның авторы ҡала хакимиәтенән һыу улаҡтарын яһауын һораған. Ә башҡалар Сочила...

8 августа 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Германияла сәнәғәт етештереүе күләме кәмей. Предприятиеларҙа заказдар күләме 4 процентҡа аҙайған. Аналитиктар белдереүенсә, илдә иҡтисади әүҙемлек насарая. Был тәү сиратта Америка менән Европа берлеге илдәре араһындағы сауҙа һуғышына бәйле. Бөйөк Британияның элекке ситл ил эштәре министры Борис...

8 августа 2018
Смотреть видео Сабыйҙы йәберләгән өсөн ғәфү үтенгән | ГТРК «Башкортостан»

Сабыйҙы йәберләгән өсөн ғәфү үтенгән

Стәрлетамаҡта 8 айлыҡ бала менән ҡаты мөғәләмә итеүҙә  ғәйепләнеүсе ҡатын өҫтөнән суд ултырышы дауам итә. Иринна Золотухина үҙ ғәйебен таныған һәм сабыйҙың ата- әсәһенән ғәфү үтенгән. Уның енәйәт кодексының ике статьяһы буйынса хөкөм ителеүе ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 44 йәшлек ҡатын бер...

8 августа 2018
Смотреть видео Көтөлмәгән дауыл йәки халыҡ ниңә йорттарын страховкаламай? | ГТРК «Башкортостан»

Көтөлмәгән дауыл йәки халыҡ ниңә йорттарын страховкаламай?

Благовещен районында дауылдан зыян күргән Осиповка ауылында йорттарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Урындағы хакимиәт тәбиғәт ғәрәсәтенән күрелгән зыян күләмен иҫәпләй. Ҡот осҡос төндө Двойничковтар ғаиләһенә хәҙер иҫләп һөйләргә генә ҡала. Олатай-өләсәһенә ял итергә тип килгән ейән-ейәнсәрҙәре көслө...

8 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә опера һәм балет театры алдында кеше янып киткән | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә опера һәм балет театры алдында кеше янып киткән

Был “И это всё Роберт” күп сериялы фильмының бер эпизоды. Уны видеоға төшөрөр алдынан каскадерҙы ентекле әҙерләгәндәр: уның кейеменә һәм тәненә махсус шыйыҡса һөрткәндәр. Эргәлә медицина хеҙмәткәрҙәре лә дежурҙа торған. Тик уларҙың ярҙамы кәрәкмәне. Өҫтәүенә, Ленин урамының был өлөшө фильм төшөрөү...

8 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә ресторан янды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ресторан янды

Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан Даско Гарден ресторан комплексында сыҡҡан янғын сәбәптәре асыҡлана. Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына ресторандың өсөнсө ҡатын ут ялмап алыуы тураһында хәбәр итәләр. Ресторанда ял итеүселәр тиҙ арала  эвакуацияланған. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле...

8 августа 2018
Смотреть видео Бар шундай һөнәр – улдар һәм ҡыҙҙар бағыу | ГТРК «Башкортостан»

Бар шундай һөнәр – улдар һәм ҡыҙҙар бағыу

Теүәл егерме йыл элек республикала ошо бурысты биш һәм унан да күберәк тапҡыр тоғро үтәгән әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла башланы. Әсәлек даны миҙалының беренсе исемлегендәге дүртенсе һәм бишенсе миҙал алған ханымдар икеһе лә бер, ошо Йәммәт ауылында тыуып үҫкән. Бер мәктәптә белем...

7 августа 2018
Яндекс.Метрика