Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл итәсәк.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Забайкалье крайында сыҡҡан янғындар тәү сиратта көндәрҙең ҡапыл йылытыуына һәм ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле, тип белдерҙе. Ут бер-нисә ауылды юҡ итте, йөҙләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  Әммә урындағы халыҡ  ауылдарҙы тергеҙергә иҫәп тота.
  • Астрахань өлкәһендә урынлашҡан Ашулук полигонында күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплексы уңышлы һынау үткән. Ул шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡҡан. Һауа һөжүменән һаҡланыу бүлексәләре 20  осоп килгән 20 ракетаны асыҡлап юҡ иткән.
  • Калифорнияның Хантингтон-парк ҡалаһында Робокоп роботы тәртип һағына баҫҡан. Ул енәйәтсене юҡ итә лә, штраф һала ла белмәй. Робот хәрәкәт итеп тирә яғын видеоға төшөрә һәм кадрҙарҙы шунда уҡ полиция бүлегенә ебәрә. Робокоптың Твиттерҙа үҙ сәхифәһе лә бар.
Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙ ағасыңды ултырт | ГТРК «Башкортостан»

Үҙ ағасыңды ултырт

,,Урмансылар,, исемендәге паркта киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре 30 –ға яҡын пирамидаль тирәк ултыртты. Сара журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнөнә арналды. ,,Үҙ ағасыңды ултырт,, акцияһын урман хужалығы министрлығы ойошторҙо.

12 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй-Башҡортостан каналының “Цифралы десанты” сәйәхәтен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй-Башҡортостан каналының “Цифралы десанты” сәйәхәтен дауам итә

Сиратта – Баймаҡ. 14 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт теллерадиокомпанияһы һәм РТРС хеҙмәткәрҙәре төбәктең иң ҙур райондарының береһенә барып, цифралы телевидениеның үҙенсәлектәре менән урындағы халыҡты таныштырасаҡ. Тиҫтәгә яҡын район,  йөҙәрләгән бүләктәр, меңәрләгән шат йөҙҙәр һәм ҡәнәғәт...

12 сентября 2018
Смотреть видео Шарандан пенсияға сыҡҡан ҡатын икмәк бешереү цехы асҡан | ГТРК «Башкортостан»

Шарандан пенсияға сыҡҡан ҡатын икмәк бешереү цехы асҡан

Хәҙер эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр хуш еҫле икмәк һатып ала.  Надежда Дәүләтова 30 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, икмәк бешерергә ҡара итә. 15 йыл элек Шаранға икмәкте күрше райондарҙан килтергән булалар.Элекке мунсаны икмәкханаға әйләндереп,...

12 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Башҡортостан данын илгә танытҡан, республика өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән һөнәр эйәләренең бер төркөмөнә бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов юғары Дәүләт наградаларын тапшырҙы. Биш тиҫтәгә яҡын кешене берләштергән исемлектә ғалимдар, һаулыҡ һаҡлау, мәғәриф, мәҙәниәт, спорт, элемтә, сәнәғәт, урман...

12 сентября 2018
Смотреть видео Һайлауға рәсми йомғаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һайлауға рәсми йомғаҡ

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға үткән һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләрен иғлан итте. Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, быйылғы һайлау кампанияһы Башҡортостанда тағы ла асығыраҡ шарттарҙа үтте.

12 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй оборона министрлығы Сүриәнең Идлиб виәйәтендә “Ан-Нусра фронты” террорсыларын утҡа тотто. Операцияла Хмеймим базаһынан Рәсәйҙең 4 самолеты ҡатнашты. Эмиратес авиакомпанияһының Дубайҙан Нью Йоркка осоусы самолеты пассажирҙары ҡапыл үҙҙәрен насар тоя башлаған. Ике кешенең температураһы...

12 сентября 2018
Смотреть видео Баймаҡта урындағы хужалыҡтарҙың береһендә билдәһеҙ хайуан йорт ҡуяндарын үлтергән | ГТРК «Башкортостан»

Баймаҡта урындағы хужалыҡтарҙың береһендә билдәһеҙ хайуан йорт ҡуяндарын үлтергән

Быға тиклем Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылында билдәһеҙ хайуан  һарайға инеп тауыҡтарға һөжүм иткәйне. Һуңынан инде Өфө янында билдәһеҙ йән эйәһен күргәндәр. Башҡортостанда билдәһеҙ йән эйәһе, икенсе төрлө уны чупакабра тип тә йөрөтәләр, Тәтешле, Баймаҡ, Кушнаренко, Шишмә  райондарында...

12 сентября 2018
Смотреть видео Республикала грипптың  яңы штамдарына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала грипптың яңы штамдарына ҡаршы вакцинация башланды

Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙәренсә, әле башҡортостанға  балалар өсөн 150 мең самаһы һәм өлкәндәр өсөн 120 мең вакцина килтерелгән.  Быйыл республикала бөтәһе 1 миллион 600 мең кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға прививка яһау ҡарала.

12 сентября 2018
Смотреть видео Мөмкинлеге сикләнгән водителдәргә “Инвалид” билдәһен биреү ҡағиҙәһе үҙгәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Мөмкинлеге сикләнгән водителдәргә “Инвалид” билдәһен биреү ҡағиҙәһе үҙгәрҙе

Сентябрҙән алып мөмкинлеге сикләнгән автоһәүәҫкәрҙәр  йә иһә пассажирҙар өсөн “Инвалид” билдәһен биреү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер мөмкинлеге сикләнгән граждандар Башҡортостан республикаһы буйынса медик-социаль экспертиза бюроһында инвалидлыҡты раҫлаған яңы билдә ала башлай. Ҡала урамдарында,...

12 сентября 2018
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостанда “Мотоцикл” операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостанда “Мотоцикл” операцияһы башланды

Быйыл республикала ике тәгәрмәсле транспорт ҡатнашлығында 61  юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 6 кеше һәләк булған, 78 кеше йәрәхәтләнгән. “Мотоцикл” операцияһының төп маҡсаты теркәлмәгән мототранспортты асыҡлау һәм улар ҡатнашлдығында аварияларҙы иҫкәртеү.

12 сентября 2018
Яндекс.Метрика