Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл итәсәк.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Забайкалье крайында сыҡҡан янғындар тәү сиратта көндәрҙең ҡапыл йылытыуына һәм ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле, тип белдерҙе. Ут бер-нисә ауылды юҡ итте, йөҙләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  Әммә урындағы халыҡ  ауылдарҙы тергеҙергә иҫәп тота.
  • Астрахань өлкәһендә урынлашҡан Ашулук полигонында күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплексы уңышлы һынау үткән. Ул шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡҡан. Һауа һөжүменән һаҡланыу бүлексәләре 20  осоп килгән 20 ракетаны асыҡлап юҡ иткән.
  • Калифорнияның Хантингтон-парк ҡалаһында Робокоп роботы тәртип һағына баҫҡан. Ул енәйәтсене юҡ итә лә, штраф һала ла белмәй. Робот хәрәкәт итеп тирә яғын видеоға төшөрә һәм кадрҙарҙы шунда уҡ полиция бүлегенә ебәрә. Робокоптың Твиттерҙа үҙ сәхифәһе лә бар.
Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостандың яратҡан рәссамдары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың яратҡан рәссамдары

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа бөгөн “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” тип аталған күргәҙмә асылды. Проекттың маҡсаты – республиканың сәнғәт оҫталары менән таныштырыу. Ул бер-нисә ҡалала һәм районда күрһәтелә. Ә ғинуар аҙағында проектҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Бөгөн картиналар менән депутаттар ҙа танышты.

22 января 2019
Смотреть видео  Мәктәп ни сәбәпле балаларҙы ҡабул итә алмай? | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп ни сәбәпле балаларҙы ҡабул итә алмай?

Благовещен ҡалаһында беренсе сентябрьгә үҙ ишектәрен асырға тейешле мәктәп әле булһа файҙаланыуға тапшырылмаған. Икенсе смена мәсьәләһе хәл ителмәй, уҡыусылар алыҫ урынлашҡан мәктәптәргә йөрөп уҡырға мәжбүр. Тимур Сәфиуллин өсөн беренсе класс етди һынауға әйләнде. Уға алыҫта урынлашҡан мәкәпкә...

22 января 2019
Смотреть видео  Парламент ултырышы 31 ғинуарҙа үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Парламент ултырышы 31 ғинуарҙа үтәсәк

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 2019-сы йылдағы беренсе ултырышы быйыл 31-се ғинуарҙа үтәсәк. Бөгөн парламент президиумы ултырышында ошо турала ҡарар ҡабул ителде. Көн тәртибенә ҡырҡлаған закон проект сығарыла. Депутаттар уларҙың яртыһынан күбеһен икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа тикшерергә йыйына.

22 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин Мексика етәксеһе Андрес Мануэльдың Идальго штатындағы фажиғә сәбәпле ҡайғыһын уртаҡлашты. Бында торба үткәргес шартлауҙа 85 кеше һәләк булды. Милли комиссия әле фажиғә сәбәптәрен тикшереүҙе дауам итә.  Шартлау мәлендә бензин ҡыуыу торбаһы янына яғыулыҡ урлау...

22 января 2019
Смотреть видео  Сибайҙа ҡуйы томанға бәйле мәсьәлә ҡасан хәл ителер? | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа ҡуйы томанға бәйле мәсьәлә ҡасан хәл ителер?

Ҡуйы төтөн сәбәпле Сибайҙа мәктәптәрҙә карантин индереү мәсьәләһе бөгөн хәл ителеүе ихтимал. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе. Ниндәйҙер ҡәтғи сара тураһында һүҙ бармай. Мәктәп уҡыусыларына тәнәфестәр ваҡытында урамға сығыуҙы тыйырға ғына тәҡдим ителә. Һауала көкөрт диоксиды...

22 января 2019
Смотреть видео Сибай етәкселеге алдында етди бурыстар тора | ГТРК «Башкортостан»

Сибай етәкселеге алдында етди бурыстар тора

Республика етәксеһе бөгөн оператив кәңәшмәлә Сибайҙағы хәл буйынса ҡәтғи саралар күреләсәк тине.  Уларҙың береһе карьерҙы һыу менән тултырыу. Бөгөнгә бер генә хакимиәт башлығы ла ошондай ҡатмарлы хәлгә тарығаны юҡ. Шуға күрә лә Сибай етәкселеге алдында етди бурыстар тора. Оператив кәңәшмәнән...

22 января 2019
Смотреть видео Республика юлдарын ҡарҙан таҙартыусы техника күбәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарын ҡарҙан таҙартыусы техника күбәйтелә

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Әле башҡала урамдарында 297 берәмек махсус техника, 70 юл хеҙмәткәре эшләй. Ихаталарҙы 856 кеше ҡарҙан таҙарта, тип хәбәр итәләр башҡала хакимиәтенән.

22 января 2019
Смотреть видео Республиканың башҡалаһында бөгөн туғыҙ баллыҡ тығындар теркәлде | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың башҡалаһында бөгөн туғыҙ баллыҡ тығындар теркәлде

Өфөнөң үҙәк өлөшөндә, Черниковка, Сипайлово биҫтәләрендә ул саҡырымдарға һуҙылғайны. Күп кенә водителдәр көслө ҡар яуыуын иҫәпкә алмай, ғәҙәттәгесә хәрәкәт итергә тырыша. Ошо сәбәпле бихисап авариялар, теркәлде, уларҙың эҙемтәһе булараҡ тығындар барлыҡҡа килде. Республикала бөгөн дә ҡар яуасаҡ....

22 января 2019
Смотреть видео Миграция проблемалары - бөгөн “Хәйерле кис, Республика” тапшырыуында ошо тема | ГТРК «Башкортостан»

Миграция проблемалары - бөгөн “Хәйерле кис, Республика” тапшырыуында ошо тема

Миграция проблемалары. Бөгөн “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһы тулҡындарында “Хәйерле кис, Республика” тапшырыуында ошо темаға бәйле мәсьәләләр күтәреләсәк. Алып барыусылар кешеләрҙе борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙа миграция проблемалары күтәрелә. Студияға ҡунаҡтар...

21 января 2019
Смотреть видео Халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө тергеҙелә

Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән шөғөлө. Ата-бабаларыбыҙ кейеҙҙе төрлөсә файҙаланған, ғөмүмән, ул ха­лыҡтың йәшәйешенең, көнкүрешенең айырыл­ғыһыҙ өлөшө. Һуңғы осорҙа онотола барған был йола яңынан тергеҙелә. Хәбәрсебеҙ Закир Шәриповтың Ейәнсура районынан әҙерләнгән репортажы....

21 января 2019