Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл итәсәк.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Забайкалье крайында сыҡҡан янғындар тәү сиратта көндәрҙең ҡапыл йылытыуына һәм ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле, тип белдерҙе. Ут бер-нисә ауылды юҡ итте, йөҙләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  Әммә урындағы халыҡ  ауылдарҙы тергеҙергә иҫәп тота.
  • Астрахань өлкәһендә урынлашҡан Ашулук полигонында күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплексы уңышлы һынау үткән. Ул шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡҡан. Һауа һөжүменән һаҡланыу бүлексәләре 20  осоп килгән 20 ракетаны асыҡлап юҡ иткән.
  • Калифорнияның Хантингтон-парк ҡалаһында Робокоп роботы тәртип һағына баҫҡан. Ул енәйәтсене юҡ итә лә, штраф һала ла белмәй. Робот хәрәкәт итеп тирә яғын видеоға төшөрә һәм кадрҙарҙы шунда уҡ полиция бүлегенә ебәрә. Робокоптың Твиттерҙа үҙ сәхифәһе лә бар.
Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бер тапҡыр бирелгән түләүҙе алыусы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Бер тапҡыр бирелгән түләүҙе алыусы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә

Был хаҡта бөгөн Республика хөкүмәте президиумында һүҙ барҙы. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.

16 января 2019
Смотреть видео Сибайҙа  халыҡ урындағы хакимиәтте ялған мәғлүмәттәр биреүҙә ғәйепләй | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа халыҡ урындағы хакимиәтте ялған мәғлүмәттәр биреүҙә ғәйепләй

 Рәсәй-Башҡортостан радиоһында кисә “Хәйерле кис, республика” тапшырыуында ҡалала килеп тыуған хәлгә бәйле һөйләшеү булды. Сибайҙан шылтыратыусы һауала быға тиклем ағыулы матдәләр нормала тип әйтеп килделәр, әммә Республика етәксеһенең халыҡҡа теүәл мәғлүмәт биреүҙе талап итеүенән һуң...

16 января 2019
Смотреть видео Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула | ГТРК «Башкортостан»

Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула

Ил тарихында иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе – Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула. Тап ғинуар айында ошо тарихиты үҙгәрткән мөһим ваҡиғалар була.  1943 йылдың 18 ғинуарында ҡуласа өҙөлә һәм тағы ла бер йыл үткәс кенә, 1944 йылдың 27 ғинаурында Ленинград ҡамауҙан тулыһынса азат ителә...

15 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла “һары жилеттар”ҙың ҡаршылыҡ акцияһы барышында тағы ла 240 кеше ҡулға алынған. Париж, Марсель, Страсбург һәм башҡа ҡалаларҙың урамдарына 84 мең кеше сыҡҡан. Манифестанттарға ҡаршы полиция водометтар һәм күҙҙән йәш сығара торған газ ҡулланған. Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында газ...

15 января 2019
Смотреть видео Электрон чип. Әлегә хайуандарҙа | ГТРК «Башкортостан»

Электрон чип. Әлегә хайуандарҙа

Урам буйында ташландыҡ хайуандарға кем ярҙам итер? Ғинуар айында дүрт аяҡлыларҙы яҡлау буйынса закон үҙ көсөнә инде. Бынан тыш, хайуандарға электрон чип ҡуйыу ҙа был мәсьәләне хәл итеүгә этәргес булып тора, тип белгестәр. Влада Жаркая өсөн эт - иң тоғро һәм яҡын дуҫ. Бәләкәй сағынан был йорт...

15 января 2019
Смотреть видео Алданған өлөшсөләр менән тығыҙ бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Алданған өлөшсөләр менән тығыҙ бәйләнеш

Республика етәксеһе Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшөндә алданғандар менән даими осрашыуҙар ойошторорға ҡушты. Был турала ул "Төҙөлөш сәғәте" рәүешендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Алданған кешеләр менән әңгәмә системаһы бар. Көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Бындай осрашыуҙар даими булырға тейеш,...

15 января 2019
Смотреть видео Урман ҡупшыҡайҙары... сүплектә | ГТРК «Башкортостан»

Урман ҡупшыҡайҙары... сүплектә

 Иҫке йыл үтеү менән хужалар, ҡасандыр фатирҙы йәмләп торған шыршыларҙы  урамға ташлауҙы хуп күрә. Өфөлә хәҙер йәшел ҡупшыҡайҙарҙы эшкәртеп унан төҙөлөш материалы етештерәсәктәр. Үҙенсәлекле акция ойошмаларҙың береһе башланғысы менән  ойошторолған.  Ҡаланың торлаҡ идаралығы...

15 января 2019
Смотреть видео Ҡалдыҡтар сығарыу өсөн февралдә түләү башлана | ГТРК «Башкортостан»

Ҡалдыҡтар сығарыу өсөн февралдә түләү башлана

Башҡортостанда йәшәүселәр көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн февралдә түләй башлаясаҡ. Был турала вице-премьер, торлаҡ комммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев белдерҙе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтелгән хеҙмәт өсөн хаҡтарҙы төшөрөү талабын ҡуйҙы. 

15 января 2019
Смотреть видео Өфөлә архитектура ҡомартҡылары тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә архитектура ҡомартҡылары тергеҙелә

Свердлов урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә бер туған сауҙагәрҙәр Федор һәм Григорий Соловьевтар йәшәгән. Ҡомартҡыны яңыртыу 2 йыл элек башланғайны. Бер туған сауҙагәрҙәрҙең йорто 19 быуат аҙағында төҙөлгән. 1 ҡатлы йортта кесе Соловьев йәшәгән. 2 ҡатлы йортта иһә олкән ағаһы – Григорий...

14 января 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров эскелеккә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров эскелеккә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы

Бөгөн республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Учалылағы ғәҙәттән тыш хәлгә туҡталып Радий Хәбиров эскелеккә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы. Эскелек, спиртлы эсемлектәр эсеп ағыуланыуға ҡаршы  комплекслы программа кәрәк тине, республика етәксеһе.

14 января 2019