Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл итәсәк.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Забайкалье крайында сыҡҡан янғындар тәү сиратта көндәрҙең ҡапыл йылытыуына һәм ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле, тип белдерҙе. Ут бер-нисә ауылды юҡ итте, йөҙләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  Әммә урындағы халыҡ  ауылдарҙы тергеҙергә иҫәп тота.
  • Астрахань өлкәһендә урынлашҡан Ашулук полигонында күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплексы уңышлы һынау үткән. Ул шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡҡан. Һауа һөжүменән һаҡланыу бүлексәләре 20  осоп килгән 20 ракетаны асыҡлап юҡ иткән.
  • Калифорнияның Хантингтон-парк ҡалаһында Робокоп роботы тәртип һағына баҫҡан. Ул енәйәтсене юҡ итә лә, штраф һала ла белмәй. Робот хәрәкәт итеп тирә яғын видеоға төшөрә һәм кадрҙарҙы шунда уҡ полиция бүлегенә ебәрә. Робокоптың Твиттерҙа үҙ сәхифәһе лә бар.
Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миәкә районында үҙенсәлекле оҫта йәшәй | ГТРК «Башкортостан»

Миәкә районында үҙенсәлекле оҫта йәшәй

Ғәлинур Зарипов тирмәләр эшләй. Республикала   тирмә эшләүсе кәсепселәр һаны көндән-көн артһа ла,  төрки тирмәләре оҫтаһы булараҡ, ул Рәсәй кимәлендә хатта берҙән-бер. Тирмәне Ғәлинур Әхиәр улы  музейҙағы боронғо башҡорт тирмәһе өлгөһөндә эшләгән.  Уны ҡороуҙа  ул...

28 августа 2018
Смотреть видео Башҡортостанда уҡыусылар һаны 12 мең 731-гә артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда уҡыусылар һаны 12 мең 731-гә артҡан

Был хаҡта мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова белдерҙе. Республикала 53 мең 70 бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫа, был уҙған йылға ҡарағанда 719 кешегә күберәк. Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле тантаналар 1-се сентябрҙә уҙғарыла, ә тәүге уҡыу көнө — 3-сө сентябрь.

28 августа 2018
Смотреть видео Күмертау авиация етештереү предприятиеһы Төркиә менән килешеү төҙөгән | ГТРК «Башкортостан»

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы Төркиә менән килешеү төҙөгән

Ошо көндәрҙә КА 32 А11ВС вертолеттары сит илгә осасаҡ.Баязит Касаев Күмертау авиация етештереү предприятиеһында утыҙ йылға яҡын электр ҡоролмаларын монтажлаусы булып эшләй. Үҙемде башҡа  һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым, ти ул.1962 –се йылда төҙәтеү-механика заводы нигеҙендә...

28 августа 2018
Смотреть видео Санкциялар Рәсәйҙе теҙләндерә алмай | ГТРК «Башкортостан»

Санкциялар Рәсәйҙе теҙләндерә алмай

Германияның Саксония Ландтагы делегацияһы бөгөн айырым йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшереү өсөн министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре менән осраша. Тәүге һөйләшеү - ауыл хужалығы министрлығында. Германия  Рәсәй менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән илдәрҙең береһе. ...

28 августа 2018
Смотреть видео Ағиҙелдең уң яҡ ярын төҙөкләндереү графиктан алда бара | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙелдең уң яҡ ярын төҙөкләндереү графиктан алда бара

Был турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Объектта эштәр киләһе йылдың аҙағына тамамланыр, тип күҙаллана. Әле башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары уның эксперименталь өлөшө менән таныша ала. Сәскәле стеналар, эскәмйәләр һәм хатта ял итеү өсөн урындыҡтар. Барыһы ла фирүзә кеүек йәшел-зәңгәр һәм...

24 августа 2018
Смотреть видео Гранттарға ғаризалар ҡабул ителә | ГТРК «Башкортостан»

Гранттарға ғаризалар ҡабул ителә

2019 йылға Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге гранттарына ғаризалар ҡабул ителә. Гранттар музыка, театр, педагогия, хореография һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре һәм һөнәрселек, халыҡ ижады өлкәһендә мәҙәни...

24 августа 2018
Смотреть видео Цифраны тоҡандыр | ГТРК «Башкортостан»

Цифраны тоҡандыр

Бөгөн Миәкә районында “Цифраны тоҡандыр” акцияһы үтә. Уны беҙҙең телерадиокомпания РТРС компанияһы менән берлектә үткәрә. Хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. Иҙел, хәйерле көн, акцияға әҙерлек нисек бара?

24 августа 2018
Смотреть видео Башҡортостанда ауыл хужалығы цифралаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ауыл хужалығы цифралаша

Йәғни киләсәктә  ферма-баҫыуҙарҙа кешеләргә роботтар, дрондар ярҙамлашасаҡ. Әле аграр университет ғалимдары ерҙәрҙең электрон картаһын төҙөй. Ә ҡайһы бер хужалыҡтар һыйырҙарын микрочип ярҙамында күҙәтә. Ветеринарҙың эш көнө малдар янында түгел, ә компьютер артында башлана. “Артемида”ла ярты...

24 августа 2018
Смотреть видео Республика башлығы Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы менән осрашты

Республика башлығы Рөстәм Зәки улы бөгөн Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко менән осрашты. Унда 9-сы сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлек тураһында һүҙ барҙы. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, Башҡортостанда һайлау һәр саҡ эшлекле шарттарҙа, тәртип...

24 августа 2018
Смотреть видео Михаил Бабич вазифаһынан китте | ГТРК «Башкортостан»

Михаил Бабич вазифаһынан китте

Рәсәй президенты указы менән Михаил Бабич Белоруссия менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса махсус вәкил итеп тәғәйенләнде.Михаил Бабич быға тиклем Рәсәйҙең  Башҡортостан, Татарстан кеүек терәк төбәктәре урынлашҡан Волга буйы федераль округында ил етәксеһенең тулы хоҡуҡлы вәкиле булып эшләне.

24 августа 2018
Яндекс.Метрика