Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл итәсәк.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Забайкалье крайында сыҡҡан янғындар тәү сиратта көндәрҙең ҡапыл йылытыуына һәм ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле, тип белдерҙе. Ут бер-нисә ауылды юҡ итте, йөҙләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  Әммә урындағы халыҡ  ауылдарҙы тергеҙергә иҫәп тота.
  • Астрахань өлкәһендә урынлашҡан Ашулук полигонында күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплексы уңышлы һынау үткән. Ул шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡҡан. Һауа һөжүменән һаҡланыу бүлексәләре 20  осоп килгән 20 ракетаны асыҡлап юҡ иткән.
  • Калифорнияның Хантингтон-парк ҡалаһында Робокоп роботы тәртип һағына баҫҡан. Ул енәйәтсене юҡ итә лә, штраф һала ла белмәй. Робот хәрәкәт итеп тирә яғын видеоға төшөрә һәм кадрҙарҙы шунда уҡ полиция бүлегенә ебәрә. Робокоптың Твиттерҙа үҙ сәхифәһе лә бар.
Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды

Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы әҙерлек барышына йомғаҡ яһаны.Төбәк парламенты һәм ҡайһы бер муниципаль берәмектәр советтарына депутаттар һайлау көнөндә тәү талап участкаларҙа тауыш биреү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыу һәм һайлау менән һайлаусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Үҙәк һайлау...

7 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостан һайлауҙарға әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Бөгөн матбуғат конференцияһында төбәктең үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев шулай тип белдерҙе. 9 сентябрҙә Рәсәйҙең 40-лап төбәгендә һайлауҙар үтәсәк. Иртәгә бюллетендәрҙе һанау комплекстарын тағы ла бер  һынап, йәкшәмбе көнөнә әҙерләп ҡуясаҡтар. Һайлау барышын күҙәтеүселәр исемлеге...

7 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә “ВИЧ инфекцияһына тест”акцияһы бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “ВИЧ инфекцияһына тест”акцияһы бара

Теләгән һәр кеше аноним рәүештә бушлай иммунодефицит вирусына анализ тапшыра ала. ВИЧ инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны күпме? Дмитрий үҫмер сағынан спорт һөйөп үҫә, һаулығын да һәр ваҡыт тикшертеп йөрөй.  Ун дүрт йыл элек ул табиптарға анализ тапшырырға бара. Тап шул ваҡытта уның ВИЧ...

7 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә Башҡортостан менән Газпром араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Башҡортостан менән Газпром араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелә

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Газпром акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев менән осрашты. Илдең иң ҡеүәтле компанияһы менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә мөһим, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы. Был хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәһе иҡтисад үҫешенә һәм...

7 сентября 2018
Смотреть видео Буласаҡ депутаттар халыҡ менән эшләргә һәм халыҡ тауышын  ишетергә тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Буласаҡ депутаттар халыҡ менән эшләргә һәм халыҡ тауышын ишетергә тейеш

Был турала республика башлығы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе активы менән осрашыу барышында белдерҙе. Фирҡә ағзалары форумында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаты мандатына дәғүә итеүселәр башҡарылған эштәр тураһында  һөйләне. Бөгөн электоратты борсоған төп мәсьәләләр, тәү сиратта...

7 сентября 2018
Смотреть видео Өлкән йәштәгеләргә социаль ярҙам күрһәтеүгә бюджеттан 3 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Өлкән йәштәгеләргә социаль ярҙам күрһәтеүгә бюджеттан 3 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленәсәк

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары” тураһындағы ошондай төҙәтмәләр индерелде. Закон проекты бер тауыштар хупланды.

7 сентября 2018
Смотреть видео Бөгөн Хәйҙәр Вәлиев тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Хәйҙәр Вәлиев тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк

Хәйҙәр Вәлиев, әлбиттә, 9-сы сентябрь Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлек тураһында ла һөйләйәсәк. Эфир  киске сәғәт туғыҙҙа башлана һәм 30 минут дауам итәсәк.

5 сентября 2018
Смотреть видео Дәүләт Думаһы көҙгө сессиялағы тәүге ултырышына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Думаһы көҙгө сессиялағы тәүге ултырышына әҙерләнә

Ил парламентының Түбәнге палатаһында Башҡортостандан эшләгән вәкилдәр яңы закон проекттары тәҡдим итә.  Уларҙың береһе иҫерек килеш енәйәт ҡылыусыларҙы алкоголизмдан мәжбүри дауалау. Депутат Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, ҡануниәткә индереләсәк үҙгәрештәр күп ғаиләләрҙе эскелек һаҙлығынан...

5 сентября 2018
Яндекс.Метрика