Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл итәсәк.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Забайкалье крайында сыҡҡан янғындар тәү сиратта көндәрҙең ҡапыл йылытыуына һәм ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле, тип белдерҙе. Ут бер-нисә ауылды юҡ итте, йөҙләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  Әммә урындағы халыҡ  ауылдарҙы тергеҙергә иҫәп тота.
  • Астрахань өлкәһендә урынлашҡан Ашулук полигонында күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплексы уңышлы һынау үткән. Ул шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡҡан. Һауа һөжүменән һаҡланыу бүлексәләре 20  осоп килгән 20 ракетаны асыҡлап юҡ иткән.
  • Калифорнияның Хантингтон-парк ҡалаһында Робокоп роботы тәртип һағына баҫҡан. Ул енәйәтсене юҡ итә лә, штраф һала ла белмәй. Робот хәрәкәт итеп тирә яғын видеоға төшөрә һәм кадрҙарҙы шунда уҡ полиция бүлегенә ебәрә. Робокоптың Твиттерҙа үҙ сәхифәһе лә бар.
Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америкалағы күп кенә эксперттар Дональд Трамптың урта һәм ҡыҫҡа араға осоусы ракеталарҙы юҡ итеү тураһындағы килешеүҙән сығыуы Рәсәй өсөн бик уңай тип белдерә.  Владимир Путин Американың был аҙымынына лайыҡлы яуап буласаҡ, тине һәм Рәсәйҙең килешеүҙә ҡатнашыуын туҡтатты. Яҡтар бер-береһен...

5 февраля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда грипп менән сирләүселәр артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп менән сирләүселәр артҡан

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр артҡан. Уҙған аҙнала табиптарға 26 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың күбеһе – балалар. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, республикала бер аҙнала ОРВИ менән сирләүселәр 20 процентҡа...

5 февраля 2019
Смотреть видео Республикала экотехнопарк ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Республикала экотехнопарк ойошторола

Сеймалдан яғыулыҡ  эшләнәсәк һәм уны газ урынына  ҡулланырға мөмкин. Төбәк операторҙарына фәнни яҡтан Өфө дәүләт нефть-техник университетының  Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы ярҙам итәсәк. Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында йәшәүсе Гөлдәр Аҙнаева аҙнаһына 2 ҡап сүп йыйыла, ти. 5...

5 февраля 2019
Смотреть видео Сүптең урыны сүплектә | ГТРК «Башкортостан»

Сүптең урыны сүплектә

Башҡортостан хөкүмәтендә көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы алымына күсеү мәсьәләһе тикшерелде. Уның төп маҡсаты – сүп-сарҙы йыйыу, транспорт менән сығарыу, эшкәртеү, полигондарға күмеүҙе яйға һалыу. Бының менән төбәктә 4 оператор шөғөлләнә. Әйткәндәй, федераль эксперттар Октябрский ҡалаһын...

5 февраля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы комплекслы программа ҡабул ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы комплекслы программа ҡабул ителәсәк

Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Әбйәлил районында үткән аҙнала бөтәһе 560 тикшереү ойошторолған, законһыҙ сауҙанан 5 тоннанан ашыу спиртлы эсемлек тартып алынған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ...

5 февраля 2019
Смотреть видео Бушлай приставка | ГТРК «Башкортостан»

Бушлай приставка

Федераль маҡсатлы программаға ярашлы, Башҡортостан цифралы телевидениеға күсә. Ошо уңайҙан республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса айырым ҡатлам граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Был исемлектә 120 меңдән ашыу кеше - пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағылар һәм...

4 февраля 2019
Смотреть видео Коминтерн ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Коминтерн ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл

Бөгөн “Торатау” Конгресс-холында Коминтерн ойошмаһының барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына бағышлап халыҡ-ара конференция үтә. Был сара юҡҡа ғына Өфөлә ойошторолмаған. 1941-1943-се йылдарҙа Коминтерндың башҡарма комитеты тап Өфөгә эвакуациялана. Конференцияға Мәскәү, Санкт-Петербург, Бөйөк Британия...

4 февраля 2019
Смотреть видео Өлкәндәргә көсө еткән полиция хеҙмәткәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Өлкәндәргә көсө еткән полиция хеҙмәткәрҙәре

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Әлшәй районында вокзалда полиция хеҙмәткәрҙәренең пенсионерҙы мыҫҡыл итеүен тикшерәсәк. Залда ултырыусыларҙың береһе полиция хеҙмәткәрҙәренең оло кешене эскәмйәнән этеп төшөрөүен видеоға төшөрөп алған. Полиция хеҙмәткәренең “Урамға һыуыҡҡа сығып китәһең”...

4 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең тәфтиш комитеты аталы-уллы Арашуковтарға ҡарата асылған енәйәт эше сиктәрендә Рәүеф Арашуковтың йортонда тентеү үткәрҙе. Ҡарасәй-Черкес республикаһы сенаторы үткән аҙнала Федерация Советы ултырышында ҡулға алынғайны. Ул бер-нисә енәйәт ҡылыуҙа шикләнә. Рәүеф Арашуков ҡулға алынды. Уның...

4 февраля 2019
Смотреть видео Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Кушнаренко районы  Тарабирҙе ауылында йәшәүсе пенсионерҙар саңғыға баҫҡан.  Өлкән саңғысылар һаны көн дә арта, хатта яҡын тирәләге ауылдарҙан да килә башлағандар. Зилирә Басырова Тарабирҙе ауылында 40 йылдан ашыу йәшәй. Йәшерәк саҡта йорт мәшәҡәттәре, балалар үҫтерһәк, хәҙер буш...

4 февраля 2019
Яндекс.Метрика