Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл итәсәк.
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Забайкалье крайында сыҡҡан янғындар тәү сиратта көндәрҙең ҡапыл йылытыуына һәм ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле, тип белдерҙе. Ут бер-нисә ауылды юҡ итте, йөҙләгән кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  Әммә урындағы халыҡ  ауылдарҙы тергеҙергә иҫәп тота.
  • Астрахань өлкәһендә урынлашҡан Ашулук полигонында күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплексы уңышлы һынау үткән. Ул шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡҡан. Һауа һөжүменән һаҡланыу бүлексәләре 20  осоп килгән 20 ракетаны асыҡлап юҡ иткән.
  • Калифорнияның Хантингтон-парк ҡалаһында Робокоп роботы тәртип һағына баҫҡан. Ул енәйәтсене юҡ итә лә, штраф һала ла белмәй. Робот хәрәкәт итеп тирә яғын видеоға төшөрә һәм кадрҙарҙы шунда уҡ полиция бүлегенә ебәрә. Робокоптың Твиттерҙа үҙ сәхифәһе лә бар.
Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Беҙҙең һайлау-беҙҙең еңеү | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең һайлау-беҙҙең еңеү

Бөгөн Өфөлә Зорге урамындағы Спорт һарайы алдындағы майҙанда күләмле митинг-концерт үтәсәк. Киске сәғәт алтыла митингҡа килеүселәр алдында Лайт Эгейн, байрамдың махсус ҡунағы -“Градусы”, тәүге составта легендар “Ҡаруанһарай” төркөмө сығыш яһаясаҡ. Беҙҙең һайлау-беҙҙең еңеү. Киске сәғәт алтыла...

19 марта 2018
Смотреть видео Башҡортостанда президент һайлауы тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда президент һайлауы тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте

Был хаҡта бөгөн республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев  “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов әле республиканың үҙәк һайлау комиссияһында эшләй.

19 марта 2018
Смотреть видео Ни өсөн ауылдар әүҙемлек күрһәтә? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн ауылдар әүҙемлек күрһәтә?

Рәсәй президентын һайлауҙа республика халҡы, ысынлап та, ҙур әүҙемлек күрһәтте. Ил етәксеһен һайлау сәйәси тормоштағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Йәмғиәт өсөн үтә лә етди һынау. Башҡортостанда йәшәүселәр быны аңлап ҡабул итте. Ауылдарҙағы халыҡтың байтаҡ өлөшө төшкә тиклем гражданлыҡ бурысын...

19 марта 2018
18 мартта Конгресс-холл алдындағы майҙанда «Ҡырым яҙы» тигән байрам ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

18 мартта Конгресс-холл алдындағы майҙанда «Ҡырым яҙы» тигән байрам ойошторола

Унда килеүселәр бай йөкмәткеле концерт ҡарай ала.   Өфөлә йәшәүселәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн «Zainetdin» этно проекты, « Санрайз» төркөмө һәм Радик Юльяҡшин сығыш яһаясаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

16 марта 2018
Быйыл боҙ ҡасан китә һәм ташҡын нисек буласаҡ? | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл боҙ ҡасан китә һәм ташҡын нисек буласаҡ?

Республиканың ҙур йылғаларында боҙ март аҙаҡтарында китергә тейеш. Был турала бөгөн башҡортостан хөкүмәтендә үткән ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында әйтелде.Ҡар запасы һәм ундағы дым кимәле түбән булғанлыҡтан ҙут ташҡын көтөлмәй. Ташҡын 30-40 процентҡа түбән булыр, тип фаразлана. Шулай ҙа көндәр...

16 марта 2018
25 мартҡа яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

25 мартҡа яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылырға тейеш

Республиканың ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 25 мартҡа тиклем  яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылырға тейеш. Һуңынан үҙ йөрөшлө техника техник махсус тикшереү үтәсәк. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала әле тракторҙарҙың 88 проценты, сәсеү...

16 марта 2018
Иң аҙ эш хаҡын арттырыуға 1 миллиард һум | ГТРК «Башкортостан»

Иң аҙ эш хаҡын арттырыуға 1 миллиард һум

Республика парламенты Башҡортостан хөкүмәтенең 2017 йылдағы эш һөҙөмтәләрен барлаясаҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы сираттағы пленар ултырыштың көн тәртибен раҫланы. Уға ярашлы депутаттар республикала кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил отчетын да тыңлаясаҡ. Көн тәртибенә сығарылған тағы ла бер...

16 марта 2018
Смотреть видео Йәш ғалимдар асышы | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғалимдар асышы

Ашҡаҙан язваһына килтергән бактерияны йоҡтороу-йоҡтормау тураһындағы мәғлүмәттәҙе хәҙер 9 минут эсендә асыҡларға мөмкин. Экспресс-тест приборын Өфө дәүләт авиация техник университеты магистранты һәм уның хеҙмәттәштәре Рәсәйҙең “Умник” программаһы гранты аҡсаһына камиллаштыра. Әлегә тиклем...

16 марта 2018
Смотреть видео Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш | ГТРК «Башкортостан»

Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш

Белорет металлургия комбинатында яңы ҡоролма файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер предприятиенан ағыҙылған бысраҡ һыу күләме һигеҙ тапҡырға кәмегән. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов комбинаттың был юҫыҡтағы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Венер Ғаззалов Белорет металлургия комбинатының...

16 марта 2018
Илдә һәр кем үҙен уңайлы, тыныс, яҡланған тойорға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Илдә һәр кем үҙен уңайлы, тыныс, яҡланған тойорға тейеш

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов  был турала  “Рәсәй Башҡортостан” һәм Башҡортостан Юлдаш телеканалдары етәкселәре менән әңгәмәләшкәндә белдерҙе. Рөстәм Хәмитов беҙҙең телеканал етәксеһе Азамат Сәлиховтың  ил етәксеһенең юлламаһына ҡағылышлы һорауына яуап биреп бына нимә тине.

16 марта 2018
Яндекс.Метрика