Башҡортостандан 196 мосолман хажға бара

 Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет етәксеһе Вячеслав Пятков хажды ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Өфөнән ғәрәп, рус, татар һәм башҡорт телдәрен белгән етәксе менән һәр береһе 49 кешенән торған дүрт төркөм юллана. «Төркиә һауа юлдары» самолеты Истанбулда күсеп ултырғандан һуң хажиҙарҙы Шарджға, ә унан автобус менән ғибәҙәт ҡылыу урынына алып бара. Осоштар 26, 28, 29, 31 июлдә күҙаллана. Рәсми хаж операторы юлламаһының уртаса хаҡы — 180 мең һум. Фирманың генераль директоры Ислам Давыдов әйтеүенсә, Сәғүд Ғәрәбстанында өҫтәлгән хаҡҡа һалым индерелеүе, ҡунаҡ йыйымының 7,5  процентҡа артыуы сәбәпле 2019 йылда хаж уртаса 250 долларға ҡиммәтләнгән, ә яғыулыҡҡа хаҡтың күтәрелеүе арҡаһында трансфер ҡыйбатланған. Диндарҙар 20, 22, 23 һәм 25 августа әйләнеп ҡайтырға тейеш. Сәғүд Ғәрәбстанының Рәсәйгә быйылғы хаж өсөн бүлгән дөйөм квотаһы 20 мең 500 кеше. Шулай уҡ Рәсәйҙең хаж-миссияһы ғибәҙәт ҡылырға теләүселәрҙең артыуына бәйле биш мең кешегә өҫтәмә квота һораған. Хажды ойоштороу тарихында тәүге тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә юлланған мосолмандарға шәхси сертификаттар биреләсәк, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.    

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республика башлығы Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты

 Ул халыҡ менән аралашты, борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.  Баймаҡ районы Ярат ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты былтыр октябрь айында төҙөлә башлағайны. Ниһайәт, ауыл халҡы был объектты асыу тантанаһына шаһит булды. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы медицина учреждениеһы...

11 сентября 2020
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының сит илдәргә гастролдәре киләһе йылдың февраленан башланыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының сит илдәргә гастролдәре киләһе йылдың февраленан башланыуы ихтимал

Был турала театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов “Рәсәй” медиаүҙәгендә матбуғат хәбәрселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, театр Европа илдәренә гастролдәргә сығырға тейеш булһа ла, был сәфәр билдәле сәбәптәр арҡаһында туҡталып торған. Йыл аҙағына тиклем труппа...

10 сентября 2020
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сираттағы ижади миҙгелен  15-се сентябрҙә аса | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сираттағы ижади миҙгелен 15-се сентябрҙә аса

Был турала театрҙың генераль директоры Ильмар Әлмөхәмәтов “Рәсәй” медиаүҙәгендә матбуғат хәбәрселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығының бөтә талаптарын үтәп, театр үҙ ишектәрен 15  сентябрҙә аса. Ә билеттарҙың тик 50...

10 сентября 2020
Смотреть видео Өлөшсөләр  фатир асҡыстарын ала башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләр фатир асҡыстарын ала башланы

Башҡалала оҙаҡ төҙөлгән йорттарҙың береһендә өлөшсөләр, ниһәйәт,  фатир асҡыстарын ала башланы. “Эрмитаж. Горсовет” торлаҡ комплексын төҙөү 2013 йылда уҡ башланғайны. Әммә төҙөүсе компания алдына алған бурысын тулыһынса үтәй алмағас, төҙөлөштө башҡа компания тамамларға риза булған. Тәүге...

10 сентября 2020
Смотреть видео Капиталь ремонт өсөн түләү 2022 йылға тиклем оҙайтыла | ГТРК «Башкортостан»

Капиталь ремонт өсөн түләү 2022 йылға тиклем оҙайтыла

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр капиталь ремонт өсөн түләүгә компенсацияны 2022 йылдың 31 декабренә тиклем аласаҡ. Республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары законға тейешле төҙәтмәләр индерергә планлаштыра. Компенсация түләү тураһындағы норма 2016 йылда тәжрибә рәүешендә бер йылға...

10 сентября 2020
Смотреть видео Медицина учреждениеларының автопаркы яңы машиналар менән  тулыланды | ГТРК «Башкортостан»

Медицина учреждениеларының автопаркы яңы машиналар менән тулыланды

Был аҙнала бөтә донъя ла Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнө билдәләнә. Йыл һайын сентябрь айының икенсе йәкшәмбеһендә уҙарылған был иҫтәлекле дата 2000 йылда барлыҡҡа килгән. Ошо байрам менән тәбрикләп,  республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров медицина...

10 сентября 2020
Смотреть видео ОРВИ менән ауырыусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

ОРВИ менән ауырыусылар арта

Көҙ менән бергә, ғәҙәттәгесә, республикаға грипп киҙеүе лә килде. Ауырыусылар арта, табиптар һаҡланырға саҡыра. Етмәһә, быйылғы грипп менән ауырыу осоро коронавирус менән ҡатмарлаша. Республикала әле киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан арта. Уларҙың араһында мәктәп йәшендәге...

10 сентября 2020
Смотреть видео Республикала көҙ хакимлыҡ итә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көҙ хакимлыҡ итә башланы

Көндәр һалҡынайтты, синоптиктар ямғырҙар ҙа вәғәҙәләй. Төндә көнсығышта яуым-төшөмһөҙ, айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә — 9-14, көндөҙ — 14-19 градус. Иртәгә урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуа.Һауа температураһы...

10 сентября 2020
Смотреть видео Республика башлығы Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты

Республика башлығы Радий Хабиров Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты. Ул халыҡ менан аралашты, борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Эш сәфәре барышында Ярат ауылында Радий Хабиров фельдшер-акушерлык пункты асыуҙа ҡатнашты. Был объектта төҙөлөш эштәре былтыр октябрь айында башланғайны....

10 сентября 2020
Смотреть видео Батыр даны мәңгелек | ГТРК «Башкортостан»

Батыр даны мәңгелек

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Советтар Союзы геройы, пограничник  Вениамин Георгий улы Недошивинға бюст асылды. Һындың авторы Хәлит Ғәлиуллин.Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында тыуып үҫкән батыр һыны Башҡаланың 37-се дөйөм белем биреү мәктәбендә урын алды. Өфөнөң был белем усағында...

9 сентября 2020
Яндекс.Метрика