Башҡортостандан 196 мосолман хажға бара

 Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет етәксеһе Вячеслав Пятков хажды ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Өфөнән ғәрәп, рус, татар һәм башҡорт телдәрен белгән етәксе менән һәр береһе 49 кешенән торған дүрт төркөм юллана. «Төркиә һауа юлдары» самолеты Истанбулда күсеп ултырғандан һуң хажиҙарҙы Шарджға, ә унан автобус менән ғибәҙәт ҡылыу урынына алып бара. Осоштар 26, 28, 29, 31 июлдә күҙаллана. Рәсми хаж операторы юлламаһының уртаса хаҡы — 180 мең һум. Фирманың генераль директоры Ислам Давыдов әйтеүенсә, Сәғүд Ғәрәбстанында өҫтәлгән хаҡҡа һалым индерелеүе, ҡунаҡ йыйымының 7,5  процентҡа артыуы сәбәпле 2019 йылда хаж уртаса 250 долларға ҡиммәтләнгән, ә яғыулыҡҡа хаҡтың күтәрелеүе арҡаһында трансфер ҡыйбатланған. Диндарҙар 20, 22, 23 һәм 25 августа әйләнеп ҡайтырға тейеш. Сәғүд Ғәрәбстанының Рәсәйгә быйылғы хаж өсөн бүлгән дөйөм квотаһы 20 мең 500 кеше. Шулай уҡ Рәсәйҙең хаж-миссияһы ғибәҙәт ҡылырға теләүселәрҙең артыуына бәйле биш мең кешегә өҫтәмә квота һораған. Хажды ойоштороу тарихында тәүге тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә юлланған мосолмандарға шәхси сертификаттар биреләсәк, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.    

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостанда күмәк саралар һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда күмәк саралар һаны арта

Июндә төбәктә күмәк саралар үткәреүҙең ғәҙәттәге тәртибенә ҡайтыу көтөлә. Был хаҡта дүшәмбе оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика башлығы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға мәҙәниәт учреждениеларын асыу мөмкинлектәрен барларға тәҡдим итте. “24 июндә  республикала халыҡ...

23 июня 2020
Газпром исеменән рәхмәт | ГТРК «Башкортостан»

Газпром исеменән рәхмәт

Башҡортостан башлығы исеменә “Газпром” идаралығы рәйесе Алексей Миллерҙан Рәхмәт хаты килде. Дәүләт эшмәкәре Якутияның Чаяндин ятҡылығынан вахтасыларҙы сығарыуҙа төбәк етәксеһе күрһәткән ярҙамды юғары баһалай. Алексей Миллер “Төбәк ойошмалары, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың берҙәм ойошҡан эше...

23 июня 2020
Смотреть видео Сабыйға ярҙам кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Сабыйға ярҙам кәрәк

Рәсәй каналы РУСФОНД хәйриә фонды менән берлектәге акцияһын дауам итә. Өфөлә йәшәүсе 8 йәшлек Рафаэльға ярҙам кәрәк. Уның әсәһе Әлиә Шакирова малайҙың яҙмышына битараф булмаған замандаштарыбыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ябай терпе һүрәтен төҫлө ҡәләмдәр менән буяу өсөн  ошо алсаҡ малайға...

23 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡса түләү шарттары үҙгәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡса түләү шарттары үҙгәрҙе

Әгәр элек түләү алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләнең барлыҡ эшкә һәләтле ағзалары эшләргә йәки көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш булһа, хәҙер иһә был сикләү бөтөрөлдө. Хәҙер 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаһы булған бөтә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ошондай түләү алырға хоҡуҡлы. Ата-әсәнең эшләп йәки уҡып...

23 июня 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа ҡаршы көрәш туҡтамай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш туҡтамай

Башҡортостанда киләһе аҙнанан спорт учреждениелары асыла, яҡын киләсәктә мәҙәниәт ойошмаларына ла йөрөргә мөмкин буласаҡ. Хөкүмәттәге Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров мәҙәни, дини саралар уҙғарыуҙы рөхсәт итергә тигән тәҡдим яһаны. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен...

23 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостанда урман янғындарына бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урман янғындарына бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала

Шуға ла Радий Хәбиров бойороғо менән янғынға ҡаршы режим индерелде. Республика урмандарында хәүефле миҙгеле башланғандан алып 19 янғын теркәлгән. Ут сығыуҙың төп сәбәбе, кешеләрҙең һаҡһыҙлығына бәйле. Күрелгән зыян 134 мең һумдан ашыу. Урман хужалығы министрлығы республикала йәшәүселәрҙе урманда...

23 июня 2020
Смотреть видео Республикала эҫе көндәрҙе һалҡындар алмаштырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала эҫе көндәрҙе һалҡындар алмаштырҙы

 Бөгөн күпселек райондарҙа иртән һауа температураһы ни бары 7 градус ҡына йылы ине. Айырым төбәктәрҙә хатта ҡырау ҙа төштө. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә яйлап йылыта башлай. Әммә тотороҡһоҙ һауа торошо, ямғыр яуыуы көтөлә. Рәсәй Гидрометүҙәгенең лаборатория мөдире Людмила...

23 июня 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде

 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм...

23 июня 2020
Штрафтарҙың яңы төрө | ГТРК «Башкортостан»

Штрафтарҙың яңы төрө

Башҡортостанда яңы штрафтар индереү тәҡдимен депутаттар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында тикшерергә ниәтләй. “Башҡортостан Республикаһының административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы” кодексына үҙгәрештәр индереп ҡаланы төҙөкләндереү өлкәһендә ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата өҫтәмә...

22 июня 2020
Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты

Быйылдан башлап 22 июнь, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға арналған берҙәм тынлыҡ минуты иғлан ителә. Ул ил буйынса бер  мәлдә – Мәскәү ваҡыты менән  - 12 сәғәт 15 минутта башлана. Фашист илбаҫарҙарының һөжүмен хәтергә алыу йәһәтенән ғәҙәттә бихисап мемориаль саралар...

22 июня 2020
Яндекс.Метрика