Башҡортостандан 196 мосолман хажға бара

 Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет етәксеһе Вячеслав Пятков хажды ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Өфөнән ғәрәп, рус, татар һәм башҡорт телдәрен белгән етәксе менән һәр береһе 49 кешенән торған дүрт төркөм юллана. «Төркиә һауа юлдары» самолеты Истанбулда күсеп ултырғандан һуң хажиҙарҙы Шарджға, ә унан автобус менән ғибәҙәт ҡылыу урынына алып бара. Осоштар 26, 28, 29, 31 июлдә күҙаллана. Рәсми хаж операторы юлламаһының уртаса хаҡы — 180 мең һум. Фирманың генераль директоры Ислам Давыдов әйтеүенсә, Сәғүд Ғәрәбстанында өҫтәлгән хаҡҡа һалым индерелеүе, ҡунаҡ йыйымының 7,5  процентҡа артыуы сәбәпле 2019 йылда хаж уртаса 250 долларға ҡиммәтләнгән, ә яғыулыҡҡа хаҡтың күтәрелеүе арҡаһында трансфер ҡыйбатланған. Диндарҙар 20, 22, 23 һәм 25 августа әйләнеп ҡайтырға тейеш. Сәғүд Ғәрәбстанының Рәсәйгә быйылғы хаж өсөн бүлгән дөйөм квотаһы 20 мең 500 кеше. Шулай уҡ Рәсәйҙең хаж-миссияһы ғибәҙәт ҡылырға теләүселәрҙең артыуына бәйле биш мең кешегә өҫтәмә квота һораған. Хажды ойоштороу тарихында тәүге тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә юлланған мосолмандарға шәхси сертификаттар биреләсәк, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.    

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Иҫерек водителдәрҙе иҫкәртеү | ГТРК «Башкортостан»

Иҫерек водителдәрҙе иҫкәртеү

Башҡортостан башлығы иҫерек водителдәрҙе асыҡлауҙың иҫкәртеү сараларын көсәйтергә өндәне. Был ҡарарҙы ул үткән аҙнала республикала теркәлгән ике аяныс фажиғә сәбәпле ҡабул итте. Бер нисә көн эсендә ике районда балаларҙы тапатыу осрағы – икеһендә дә руль артында иҫерек водитель арҡаһында – теркәлде...

22 июня 2020
Сиркәү, мәсеттәр ишектәрен аса | ГТРК «Башкортостан»

Сиркәү, мәсеттәр ишектәрен аса

Башҡортостанда 29 июндән ғибәҙәтханалар эш тәртибен асыҡ тәртиптә башлай ала. Республика башлығы белдереүенсә, конфессия лидерҙары  дини учреждениеларҙы әкренләп халыҡ өсөн асыу зарурлығы тураһындағы фекерен еткергән. Был ҡарар рәсми теркәлергә тейеш. Радий Хәбиров сиркәү, мәсеттәрҙе 29 июндән...

22 июня 2020
Хөкүмәт кәңәшмәһе офлайн | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәт кәңәшмәһе офлайн

Башҡортостан Хөкүмәтенең 29 июндәге сираттағы кәңәшмәһе офлайн тәртиптә үтәсәк. Был тәҡдим менән Радий Хәбиров сығыш яһаны. “Коронавирус инфекцияһына ҡағылышлы хәлгә ҡарап эш итербеҙ. Видеокәңәшмә бәйләнешенең киләһе дүшәмбе офлайн ойошторолоуы ихтимал, был һәммәһе өсөн дә уңайлы буласаҡ”, тип...

22 июня 2020
Ҡарасай-Черкесиянан ҡотлау сәләме | ГТРК «Башкортостан»

Ҡарасай-Черкесиянан ҡотлау сәләме

Коронавирус инфекцияһы менән көрәшергә ярҙамға Ҡарасай-Черкес республикаһына юлланған Башҡортостан табиптары хеҙмәттәштәренә һөнәри байрам уңайынан ҡотлау сәләмен тапшырҙы. Видеояҙмала улар хеҙмәттәштәренә ихтирам һәм һөнәренә тоғролоҡ тойғоһон белдереп, тиҙ арала яңынан осрашыуға өмөттәр бағлай...

22 июня 2020
Евроконтейнерҙар урынлаштырыла | ГТРК «Башкортостан»

Евроконтейнерҙар урынлаштырыла

19 июндә Өфөгә тәғәйен 450 евроконтейнерҙың беренсе өлгөләре килтерелде. Төбәк операторы яҡын киләсәктә башҡала мохтажлыҡтары өсөн 2749 контейнер алырға тейеш, шуларҙың 849-ы сүп-сарҙы айырып йыйырға иҫәпләнгән ҡаҡшамаҫ конструкциялы евроконтейнер. Яңы һатып алынған евроконтейнерҙар элеккеләре...

19 июня 2020
Совет майҙанындағыға алмашҡа яңы парковка | ГТРК «Башкортостан»

Совет майҙанындағыға алмашҡа яңы парковка

Билдәле майҙанда яңыртып ҡороу эштәре башланыу сәбәпле Өфөлә 1000 урынлыҡ автомобиль ҡуйыу урынын төҙөү саралары барлана. Башҡала хакимиәтенең “Башинформ” агентлығына биргән мәғлүмәте буйынса яңы объект Ленин, Октябрь революцияһы, Цюрупа һәм Пушкин урамдары киҫелешендә планлаштырыла. Йәйәү барып...

19 июня 2020
Башҡортостан “Хәтер” акцияһында | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан “Хәтер” акцияһында

Республиканың мәҙәниәт министрлығы белдереүенсә, 22 июндә Башҡортостан “Ҡайғы һәм хәтер” көнө уңайынан үткәрелгән “Бөйөк илдең бөйөк киноһы” акцияһында ҡатнаша. Был көндө башҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн “Мир” сауҙа һәм күңел асыҡ үҙәге парковкаһының өсөнсө ҡатында автокинотеатр эшләй. Күсмә залда...

19 июня 2020
Ағиҙел үҙәгендә “Ағиҙел тулҡындары”  | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел үҙәгендә “Ағиҙел тулҡындары”

Республиканың иң йәш ҡалаларының береһендә күмәк ял һәм аралашыу даирәһе – заманса йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. Совет модернизмы стилендәге парк проекты 45 миллион һумлыҡ федераль грант отто. Төҙөлөштө 2021 йылдың...

19 июня 2020
Ҡуртымға – велосипед | ГТРК «Башкортостан»

Ҡуртымға – велосипед

Өфөлә прокатҡа велосипед биреү сервисы эшләй башланы. Велошеринг проекты хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафин үткәргән инвестиция сәғәтендә раҫланып ҡалала яҡлау тапты. Тәүге велосипед ҡуйыу урындары Беренсе май урамында, фитнес үҙәге эргәһендә һәм Мостай Кәрим исемендәге скверҙа барлыҡҡа килде. ...

19 июня 2020
Смотреть видео Ситтән тороп имтихан тапшырыу өсөн яңы платформа | ГТРК «Башкортостан»

Ситтән тороп имтихан тапшырыу өсөн яңы платформа

Өфө программистары ситтән тороп имтихан тапшырыу өсөн яңы платформа уйлап тапҡан. Программа Рәсәйҙең тиҫтәләгән уҡыу йортонда ҡулланыш тапҡан да инде. Белем биреү платформаһы уҡыусы һәм педагогҡа  яйлы онлайн режимда бер-береһен аңларға, һөнәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә. Пандемия осоронда был...

19 июня 2020
Яндекс.Метрика