Туған телемдең 7 мөғжизәһе

 Донъяның 7 мөғжизәһе бар, Башҡортостандың да 7 мөғжизәһен билдәләнек. Ә бына туған телебеҙҙең 7 мөғжизәһе барлығын белә инегеҙме? Ишембайға  илдең төрлө өлкәләренән килеп   2-се Башкорт гимназия-интернатында ойошторолған милли-мәҙәни лагерҙа ял иткән балалар уны яҡшы белә. Ошо ике һүҙ Һарытау өлкәһе Мәҡсүт ауылы егете Илнур Үтәғоловтың лагерға килгән тәүге көндәрҙә үк өйрәнеп алған һүҙҙәре. Башҡа тиҫтерҙәре менән бергә  ул тағы ла әллә күпме һүҙҙәр өйрәнде, йырҙар ятланы, музыка ҡоралдарында уйнау серҙәренә төшөндө.Республика Башлығы Грантына үткәрелгән “Туған телемдең 7 мөғжизәһе” проекты Һарытау, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән  30-лап башҡорт балаларын йыйҙы. Бер аҙна дауамында барған сарала 7-се,8-се, 10-сы класс уҡыусылары  сәйәхәт итеп тә өлгөрҙө.Рух менән бергә кәүҙәне лә сыныҡтырыу мөһим. Егеттәр футбол уйнаған арала ҡыҙҙар көйәнтәләп һыу ташып ярышты, ә тоҡ кейеп уҙышыу һәр кемеһенең дә яратҡан уйынына әйләнде. Тәрбиәселәр һәм вожатыйҙар, иһә,  уларҙа беренеселеккә ынтылышты тәрбиләргә тырышты.Ә бына юлдарҙа дуҫлыҡ нығынды. Торатауға менеү ҙә бит үҙе үк тәрбиәүи ваҡиға. Ихтыяр көсөн нығыта, бер-береңә ярҙамсыл, тәбиғәткә һаҡсыл булырға өйрәтә. Менеп еткәндәрҙе ҡыҙыҡлы осрашыу көттө изге тау башында.Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов  ҡыҙ һәм егеттәргә оҫталыҡ дәресе күрһәтте һәм төркөмләп уйнарға өйрәтте. Ҡунаҡтарҙың ҡумыҙҙа уйнау буйынса лагерҙа алған оҫталыҡтары нығына төштө  һәм хушлашыу кисендә  тағы ла сағыуыраҡ, көслөрәк яңғыраны.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “ Башҡортостан 24”каналы «Динамо» комплексы менән берлектә үҙ  тамашасыһын һырғалаҡта шыуырға саҡыра. | ГТРК «Башкортостан»

“ Башҡортостан 24”каналы «Динамо» комплексы менән берлектә үҙ тамашасыһын һырғалаҡта шыуырға саҡыра.

25 ғинуар, студенттар көнө уңайынан боҙ майҙансығында ҙур байрам сараһы үткәрә. Байрамдың махсус ҡунағы мультиинструменталист Зәйнетдин. Әлеге мәлдә әҙерлек эштәре бара.

5 часов 41 минута назад
Смотреть видео Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә | ГТРК «Башкортостан»

Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә

 Улар башҡа төлкөләрҙән күпкә ҙурыраҡ, тиреләре лә зиннәтлерәк. Күп сығымдар талап иткән эштә район хакимиәте лә төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Марат Ҡаҙаев аҡ төлкөләрҙе Себер тарафтарында эшләгән сағында күреп ҡала һәм был йәнлектәргә ғашиҡ була. Күптән фермер хужалығы асыу теләге менән янған ир...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш

 Маҡсат, республикала тормошҡа ашырылған социаль программаларҙы финанслауҙа ил бюджетынан да ярҙам алыу. Был турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе.  Башҡортостан Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында 7 мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың араһында республиканың...

22 января 2020
Смотреть видео Минең бизнесым | ГТРК «Башкортостан»

Минең бизнесым

2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.  Эшлекле аралашыуҙар өсөн махсус бүлмәләр, үҙ-үҙенә эшләргә теләүселәр өсөн коворкинг үҙәктә интернет, эш урыны булдырылған. “Минең бизнесым” үҙәгенең Өфөләге офисында әле 35 резидент. Уларҙың...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан  снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун  нигеҙендә алып барасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун нигеҙендә алып барасаҡ

Февралдең унынан республиканың сауҙа селтәрендә ошондай ағыулы матдәләрҙе бәлиғ булмағандарға һатыу тулыһынса тыйыла. Закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының утыҙынсы ғинуарға тәғәйенләнгән ултырышында бер юлы өс уҡыуҙа ла ҡаралып, ҡабул ителер, тип көтөлә.  Был турала Парламент...

22 января 2020
Смотреть видео Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә | ГТРК «Башкортостан»

Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә

69 йәшлек Евгения Митрофановна янғын сығыу сәбәпле йортһоҙ тороп ҡалғас, район хакимиәте пенсионерҙы ташландыҡ мәктәпкә күсерә. Прокуратура был хәлде контролгә алғас ҡына, уға маневр фондынан бүлмә бүлеп бирәләр. Әммә яңы урында ла йәшәрлек шарттар юҡ, тип зарлана ханым. Бишенсе ҡатҡа менеү – минең...

22 января 2020
Смотреть видео Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә

 Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Төп саралар 8-9 майға билдәләнгән. 9 майҙа Өфөлә Октябрь проспекты буйлап «Үлемһеҙ полк» үтәсәк. Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы ла әҙерләнә.Тарих фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан Еңеү көнөнә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Еңеү көнөнә әҙерләнә

Быйыл 9-сы майҙа башҡала урамдарынан 1800 хәрби һәм 90 берәмек техника үтергә әҙерләнә. Яугир һәйәкәлдәренә сәскәләр һалыу, Һуғыш тураһында спектакль һәм фильмдар ҡарау, концерт, флешмобтар, ветерандарға хөрмәт күрһәтеү акциялары ҡаралған. Быйыл республикала беренсе тапҡыр тынлы оркестрҙар марш-...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара? Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй....

21 января 2020
Смотреть видео Минең бәләкәй Ватаным | ГТРК «Башкортостан»

Минең бәләкәй Ватаным

Йәштәр үҙҙәренең бәләкәй Ватаны менән таныштырыу өсөн Өфөгә халыҡ-ара күргәҙмәгә йыйылды. Авторҙар үҙ эштәрендә тыуған төйәктең йылыһын сағылдырырға тырышҡан. Был йәһәттән, әрмән ҡыҙына етеүсе булманы. Ошо башҡорт рухы менән һуғарылған картиналарға  ҡарап, уның авторы әрмән ҡыҙы икәненә...

21 января 2020
Яндекс.Метрика