Туған телемдең 7 мөғжизәһе

 Донъяның 7 мөғжизәһе бар, Башҡортостандың да 7 мөғжизәһен билдәләнек. Ә бына туған телебеҙҙең 7 мөғжизәһе барлығын белә инегеҙме? Ишембайға  илдең төрлө өлкәләренән килеп   2-се Башкорт гимназия-интернатында ойошторолған милли-мәҙәни лагерҙа ял иткән балалар уны яҡшы белә. Ошо ике һүҙ Һарытау өлкәһе Мәҡсүт ауылы егете Илнур Үтәғоловтың лагерға килгән тәүге көндәрҙә үк өйрәнеп алған һүҙҙәре. Башҡа тиҫтерҙәре менән бергә  ул тағы ла әллә күпме һүҙҙәр өйрәнде, йырҙар ятланы, музыка ҡоралдарында уйнау серҙәренә төшөндө.Республика Башлығы Грантына үткәрелгән “Туған телемдең 7 мөғжизәһе” проекты Һарытау, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән  30-лап башҡорт балаларын йыйҙы. Бер аҙна дауамында барған сарала 7-се,8-се, 10-сы класс уҡыусылары  сәйәхәт итеп тә өлгөрҙө.Рух менән бергә кәүҙәне лә сыныҡтырыу мөһим. Егеттәр футбол уйнаған арала ҡыҙҙар көйәнтәләп һыу ташып ярышты, ә тоҡ кейеп уҙышыу һәр кемеһенең дә яратҡан уйынына әйләнде. Тәрбиәселәр һәм вожатыйҙар, иһә,  уларҙа беренеселеккә ынтылышты тәрбиләргә тырышты.Ә бына юлдарҙа дуҫлыҡ нығынды. Торатауға менеү ҙә бит үҙе үк тәрбиәүи ваҡиға. Ихтыяр көсөн нығыта, бер-береңә ярҙамсыл, тәбиғәткә һаҡсыл булырға өйрәтә. Менеп еткәндәрҙе ҡыҙыҡлы осрашыу көттө изге тау башында.Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов  ҡыҙ һәм егеттәргә оҫталыҡ дәресе күрһәтте һәм төркөмләп уйнарға өйрәтте. Ҡунаҡтарҙың ҡумыҙҙа уйнау буйынса лагерҙа алған оҫталыҡтары нығына төштө  һәм хушлашыу кисендә  тағы ла сағыуыраҡ, көслөрәк яңғыраны.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Смотреть видео Өфө беренсе тапҡыр хәрби парад ҡабул итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Өфө беренсе тапҡыр хәрби парад ҡабул итәсәк

 Быйыл 9-сы майҙа башҡала урамдарынан 1800 хәрби һәм 90 берәмек техника үтергә әҙерләнә. Республика Хөкүмәте ултырышында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләү мәсьәләһе тикшерелде. Башҡортостандың милли музейында Бөйөк Ватан һуғышы тарихына тотош зал арналған. Бындағы уҙенсәлекле әйберҙәр...

15 января 2020
Смотреть видео Быйылғы беренсе эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Быйылғы беренсе эш сәфәре

Республика етәксеһеның быйылғы беренсе эш сәфәре Тәтешле һәм Балтас райондарынан башланды. Уҙған йылда Радий Хәбиров 98 тапҡыр эш сәфәрендә булған. Республика башлығы килгәс кенә, урындарҙағы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ҡәтғи саралар күрелгән.

15 января 2020
Смотреть видео Аксаков шыршыһы | ГТРК «Башкортостан»

Аксаков шыршыһы

Башҡаланың элекке Аксаков халыҡ йортонда, хәҙерге башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Аксаков шыршыһы» тип аталған үҙенсәлекле байрам үтте. Өфө меценаттары ярҙамы менән ойошторолған сарала донъяға билдәле балалар табибы Леонид Рошаль да ҡатнашты. Роман исемле малайға 15 йәштә генә булыуына...

14 января 2020
Смотреть видео Батырҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Батырҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай

Луганск халыҡ республикаһында Салауат Юлаев исемендәге Эҙәрмәндәр отряды ойошторолған. Алчев ҡалаһында булдырылған төркөм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан урындарҙы тикшерә һәм тарихын өйрәнә. Отрядҡа өлкәндәр һәм уҡыусылар инә. Ошо көндәрҙә йәш эҙәрмәндәре Өфө ҡалаһында һәм Шайморат...

14 января 2020
Смотреть видео Өфөлә яңы троллейбус | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә яңы троллейбус

Киләһе көҙгә башҡала урамдарына Өфөлә төҙөлгән өр-яңы троллейбустың сығыуы көтөлә. Трамвай-троллейбус заводы йылына 100 машина етештереүгә иҫәп тота. Әлегә тиклем троллейбус өсөн кузовтар партнер предприятиеһында әҙерләнһә Өфө заводы быйылдан кузовтар етештереүҙе үҙ иңенә алырға ниәтләй. Июль айына...

14 января 2020
Смотреть видео Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын төҙөлә

Башҡортостан юлдарында аҡыллы светофорҙар менән юл билдәләре барлыҡҡа киләсәк. Киләһе биш йылда төбәк юлдарында, Өфө һәм Стәрлетамаҡта ошондай 160 светофор урынлаштырыу көтөлә. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы транспорт сәғәтендә Өфө агломерацияһында интеллектуаль транспорт системаһын төҙөү...

14 января 2020
Смотреть видео Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр  артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр артҡан

Яңы йыл байрамдары ваҡытында ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр ике тапҡырға артҡан. Батырлыҡҡа тиң аҙымдарға барырға тура килгән һөнәр эйәләре тураһында күптәр белеп тә бөтмәй. Диспетчерҙың бойроғон ишетеү менән ашығыс ярҙам бригадаһы саҡырыуға ашыға. Кәрәкле медикаменттар тултырылған...

14 января 2020
Смотреть видео Хаҡ арттырған өсөн штраф | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡ арттырған өсөн штраф

Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡын арттырған өсөн штраф һалыуҙары ихтимал. Хөкүмәт Дәүләт Думаһына ошондай закон проектын индерергә ниәтләй. Торлаҡ кодексының 157-се статьяһына төҙәтмәне күҙ уңында тотҡан документты Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ...

14 января 2020
Яндекс.Метрика