Туған телемдең 7 мөғжизәһе

 Донъяның 7 мөғжизәһе бар, Башҡортостандың да 7 мөғжизәһен билдәләнек. Ә бына туған телебеҙҙең 7 мөғжизәһе барлығын белә инегеҙме? Ишембайға  илдең төрлө өлкәләренән килеп   2-се Башкорт гимназия-интернатында ойошторолған милли-мәҙәни лагерҙа ял иткән балалар уны яҡшы белә. Ошо ике һүҙ Һарытау өлкәһе Мәҡсүт ауылы егете Илнур Үтәғоловтың лагерға килгән тәүге көндәрҙә үк өйрәнеп алған һүҙҙәре. Башҡа тиҫтерҙәре менән бергә  ул тағы ла әллә күпме һүҙҙәр өйрәнде, йырҙар ятланы, музыка ҡоралдарында уйнау серҙәренә төшөндө.Республика Башлығы Грантына үткәрелгән “Туған телемдең 7 мөғжизәһе” проекты Һарытау, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән  30-лап башҡорт балаларын йыйҙы. Бер аҙна дауамында барған сарала 7-се,8-се, 10-сы класс уҡыусылары  сәйәхәт итеп тә өлгөрҙө.Рух менән бергә кәүҙәне лә сыныҡтырыу мөһим. Егеттәр футбол уйнаған арала ҡыҙҙар көйәнтәләп һыу ташып ярышты, ә тоҡ кейеп уҙышыу һәр кемеһенең дә яратҡан уйынына әйләнде. Тәрбиәселәр һәм вожатыйҙар, иһә,  уларҙа беренеселеккә ынтылышты тәрбиләргә тырышты.Ә бына юлдарҙа дуҫлыҡ нығынды. Торатауға менеү ҙә бит үҙе үк тәрбиәүи ваҡиға. Ихтыяр көсөн нығыта, бер-береңә ярҙамсыл, тәбиғәткә һаҡсыл булырға өйрәтә. Менеп еткәндәрҙе ҡыҙыҡлы осрашыу көттө изге тау башында.Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов  ҡыҙ һәм егеттәргә оҫталыҡ дәресе күрһәтте һәм төркөмләп уйнарға өйрәтте. Ҡунаҡтарҙың ҡумыҙҙа уйнау буйынса лагерҙа алған оҫталыҡтары нығына төштө  һәм хушлашыу кисендә  тағы ла сағыуыраҡ, көслөрәк яңғыраны.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

6 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә

Еләк-емеш сәскә атҡанда ҡырау төшмәүе лә быға булышлыҡ итте, ти белгестәр. Әле ҡайнатмалар ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Галина Васильевна әллә ни ҙур булмаған баҡсанан да мул уңыш алыуға өлгәшкән. Ярты ғүмерен ҡалала үткәргән ҡатын баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү  менән...

5 августа 2020