1 июлдән Башҡортостанда коммуналь тарифтар арта

Квитанциялағы хаҡ уртаса 4-50 һумға үҫәсәк.  Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә әйтелде. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров “Урал аръяғы – 2019” инвестиция форумына ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап үтте. Юғары кимәлдә ойошторолған саранан хәҙер реаль эштәргә күсергә ваҡыт.230 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 80 табип республика медицина учреждениеларына эшкә йәлеп ителгән. Был йыл башынан белгестәргә ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү йүнәлешендә атҡарылған эш һөҙөмтәһе. Күп кенә муниципалитеттар аҡ халатлыларҙы торлаҡ һәм ер бүлеү менән ылыҡтыра. Әйткәндәй, әле республикала яңы закон проекты өйрәнелә. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә торлаҡты башта ҡуртымға алып, аҙаҡ һатып алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Дөйөм динамика ыңғай булыуға ҡарамаҫтан, айырым район – ҡалаларҙа медицина ярҙамы сифатына иғтибар итер сәбәп бар. Мәҫәлән Салауат ҡалаһында, Белоретта һәм тағы ла бер нисә районда табиптар һаны кәмегән. Республика етәксеһе сәбәптәрен тикшереп хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү бурысын ҡуйҙы.Ашығыс ярҙам хеҙмәтендә хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Октябрь айынан алып 27 кеше эштән киткән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, был тиҙ ярҙам хеҙмәтендә бер нисек тә сағылмаған. Радий Хәбиров улар өсөн бигерәк тә райондарҙа айырым программа булдырыу кәрәклеген әйтте. 1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр 2 процентҡа арта. Был Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырғанда иң аҙы. Мәҫәлән, Өфөлә квитанциялағы сумма уртаса 40-50 һумға күберәк буласаҡ тиелде оператив кәңәшмәлә. Квитанциялағы түләүҙең күп өлөшө йылылыҡ өсөн. Шул уҡ ваҡытта күп кенә йорттарҙа тәҙрә ишектәр иҫке булғанлыҡтан беҙ урамды йылытабыҙ тине республика етәксеһе. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса Башҡортостан киләһе йыл федераль бюджеттан 15 миллиард һумдан ашыу аҡсалата ярҙамға өмөт итә ала. Был суммалар ауылдарға һыу, газ үткәреү, торлаҡ төҙөлөшөнә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ауылдарға юлдар төҙөү, өҫтәмә эш урындары булдырыуҙы күҙ уңында тота. Әле райондар үҙ проекттарын тапшырған. Улар Мәскәүҙә яҡлау үткәс өлөшләтә республика һәм муниципаль бюджеттан финанслау аша ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде | ГТРК «Башкортостан»

Хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде

Эҫелек сәбәпле, Башҡортостанда федераль әһәмиәттәге автомобиль юлдарында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.  Сикләү махсус рөхсәт буйынса ауыр йөк ташыған йөк транспортына ҡағыла.  Хәрәкәтте сикләү көндөҙгө һауа температураһының +32, +38 градус булыуына бәйле «Урал буйы» юл идаралығы актына...

17 июля 2020
Смотреть видео Һатыуҙа кондиционерҙар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һатыуҙа кондиционерҙар юҡ

Эҫе көндәрҙә халыҡ, башлыса, фатирҙарында, баҡсаларҙа. Йәйге селлә вентиляторҙар, бассейндар һәм кондиционерҙарҙың  һатылып бөтөүенә сәбәпсе. Улар әле  һатыуҙа бөтөнләй юҡ. Ә кондиционер ҡуйыусы белгестәрҙең хеҙмәтенә  мохтаждарҙан ҙур сираттар йыйылған.

17 июля 2020
Смотреть видео Йылы етмәһә лә – бәлә, артыҡ булһа ла бәлә | ГТРК «Башкортостан»

Йылы етмәһә лә – бәлә, артыҡ булһа ла бәлә

Республикалағы эҫе һауа торошонан кешеләр генә түгел, үҫемлектәр ҙә зыян күрә. Йәшелсә-емештәрҙе ҡоролоҡтан һыу һибеп ҡотҡарһа баҡсасылар, ә бына ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан ҡотолоу сараһы юҡ, ти улар. Ҡарағат емештәренең өлгөрөп кенә түгел, ә бешеп-ҡайнап, ағастан ҡойолоп бөтөүҙәрен тәүгегә күҙәтәм, ти...

17 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар Башҡортостандағы эҫелекте аномаль тип тапты | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар Башҡортостандағы эҫелекте аномаль тип тапты

Әгәр температура биш көн рәттән норманан 7-8 градусҡа юғары торһа шундай термин ҡулланыла. Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы аҙналағы һауа торошо аномаль тигән критерийға тулыһынса тап килә. Уртаса һауа температураһы ғәҙәттәгенән 10-12 градусҡа юғарыраҡ булған. Әммә аҙна аҙағында...

17 июля 2020
Смотреть видео Өфө моторзар эшләү берекмәһенә - 95 | ГТРК «Башкортостан»

Өфө моторзар эшләү берекмәһенә - 95

Бер быуатҡа яҡын эшмәкәрлек осоронда Өфө моторзар берекмәһе республика һәм ил тарихына данлыҡлы биттәр яҙып ҡалдырған. Башҡалабыҙ Өфөнөң хеҙмәт ҡаһарманлыгы даны исеменә лайыҡ булыуына ла тап ошо предприятие эшселәренең  тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Юбилей тантаналары шуға ла алдынғы...

17 июля 2020
Килмешәктәр яулай | ГТРК «Башкортостан»

Килмешәктәр яулай

Ҡытайҙан сыҡҡан ике йәпле моллюсктар Түбәнге Волга экосистемаһын баҫып алған. Ҡабырсаҡлы моллюсктар үрсер өсөн балыҡтарҙы файҙалана. Глохидия атамалы ҡарышлауыҡтар балыҡ айғолағына берегеп йәшләүектең һәләк булыуына, ә эре балыҡтарҙың сирләүенә килтерә. Килмешәктәр шулай уҡ урындағы умыртҡаһыҙ...

16 июля 2020
Йәйге ял ... күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Йәйге ял ... күсерелә

Санитар-эпидемиологик хәл балалар өсөн ял шифаханалары менән мәктәп лагерҙарын асыу ваҡытын күсерергә мәжбүр итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.  Балалар үҙ алдына көн үткәрә, был ата-әсә өсөн өҫтәмә ҡатмарлыҡтар...

16 июля 2020
Дарыу өсөн дә, сәй итеп тә | ГТРК «Башкортостан»

Дарыу өсөн дә, сәй итеп тә

Июль уртаһы – мәтрүшкә йыйыр мәл. Башҡортостанда киң таралған был үләндең шифалы сифаттары борондан билдәле. Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар. Күп йыллыҡ үләнде сәскә атҡан мәлендә ҡырҡып алып еләҫ урында киптерәләр. Күптәр уны дауа түгел, хуш еҫле сәй итеп файҙалана....

16 июля 2020
Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Яндекс.Метрика